6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Ҡатмарлы тылсым
11.01.06


       Бер кем дә кейәүгә сығырға тәҡдим яһамай. Бер нәмәгә лә аҡса еткереп булмай. Балам ҡаршы һүҙ әйтә башланы. Ә яңыраҡ иң яҡын әхирәтем дә "кәйефте күтәрҙе": "Һин, әхирәт, бирешә башланың әле! Бәлки косметологҡа барып килерһең Пилинг Фитнес Бәлки ирҙәр ҙә ҡарай башлар. Ә инде өйөңдә ир йораты
       барлыҡҡа килһә, ҡалғаны ла булыр". Көҙгөләге бәхетһеҙ йөҙөм ә тағы бер тапҡыр күҙ һалғандан һуң, етер, был хәлде төҙәтер гә кәрәк, тигән фекергә килдем.
       Күрше миңә ниндәйҙер Лада Васильевнаға барырға кәңәш итте . Йәнәһе, уның Космос менән бәйләнеше көслө. Юҡ, фәрештәләр менән аралашмай, был бит би - и - герәк тә юғары кимәл! Ә бы на "унан" нурҙар ала һәм мохтаж кешегә йүнәлтә икән. "Нәмә эшләй ала һуң ул" - тигән һорауыма "Барыһын да!" тигән яуап ишеттем. Әлбиттә, хәлең мөшкөллөктөң сигенә барып етһә, бына
       ошондай "барыһын да булдырған" кешегә һыйынғы килә. Мин заман менән бергә атлаусы ҡатын, айыҡ аҡыл йөрөтәм, техник
       йәһәттән дә белемем ярарлыҡ. Шуға күрә беренсе сиратта интернетҡа күҙ һалдым.
       Магия, тылсым тураһында һүҙ "Күңел асыуҙар" рубрикаторында
       урынлашҡан. Бына һиңә кәрәк булһа... Минең бында проблема
       баштан ашҡан, яҙмышым емерелеү ҡурҡынысы алдында тора тиһәң дә була, ә улар - күңел асыу, имеш! Был темаға арналға н
       сайттар бик күп булып сыҡты. Ҡарап бөтөрөрлөк түгел! Матур итеп биҙәлгән, фотографиялары бар, баннерҙары сағыу... Ҡайһы
       берҙәрендә эпиграфтар ҙа яҙылған: "Магияны аңлау өсөн һеҙ башта тормоштоң ашау, үрсеү һәм йоҡлауҙан ғына тормағанын аңларға тейеш" - тип өйрәтә тылсым эйәләренең береһе.
       "Профессиональ сихырсыларҙың" сайттары ла бар икән, уларҙ а беренсе тапҡыр консультация алыу 300 һумға төшә. Эйе - е.. . Шулай ҙа тере сихырсыны үҙ күҙем менән күрергә булып, әхирәтемә эйәреп Лада Васильевнаға юл тоттом.
       Урындағы маг, сихырсы һәм экстрасенстарҙың күпселеге халыҡты үҙенең йортонда йәки башҡа берәй фатирҙа ҡабул итә. Лада иһә ҡәҙимге туғыҙ ҡатлы йортта, үҙенең өс бүлмәле фатирының бер бүлмәһендә ҡабул итә икән. Ишек алдындағы майҙанға ағас ултырғыстар теҙелгән, беҙ ҙә сират алабыҙ. Хал ыҡ артыҡ күп түгел. Әммә хәрәкәт туҡтамай: берәүҙәр сихырсын ың фатирынан сыға, икенселәре сираттан урын ала.
       Мин фекерҙәремде барларға тырышам: ниндәй һорау бирергә и кән Ҡайһы проблемала туҡталырға Әммә әхирәттең шыбырлап хәбәр һөйләүе уйҙарымды тарҡата: "Ана, күрәһеңме, әсәһе менән бер ҡыҙ ултыра. Улар бында үткән йыл да килгәйне ® Ҡыҙыҡ, тағы нәмәгә килделәр икән Ә ҡыҙыҡай бирешкән. Үткә н йыл йөҙө балҡып тора ине..."Түҙмәйенсә, әхирәтем уларҙың эргәһенә ыңғайлай һәм бер аҙ шыбырлашҡас, яныма кире килә: "Ҡыҫҡаһы, был 18 йәшлек алйот ҡыҙыҡай үткән йыл бер ирҙең
       фотоһын алып килә һәм уның менән Төркиәгә барырға теләүен белдерә, - тип ишеткәндәре менән уртаҡлашырға ашыға әхирәт. - Ә Лада Васильевна карточкаға күҙ һалыу менән, кәрәкмәй, ти п белдерә. Ә ҡыҙыҡай кәпәренә башлай: ниңә Уға аңлатырға тырышып ҡарайҙар, ә ул, иҫәр, тыңлап та бөтмәй, йәнәһе, һеҙ минән көнләшәһегеҙ! Һәм ишекте шартлатып яба. Китә. Һәм юҡҡа
       сыға... Ярты йылдан паспортһыҙ, туҡмалып, көскә әйләнеп ҡай та".
       Күршеләге һөйләнсәк әбекәй ҙә фекеремде тупларға ҡамасауланы. Насар ғына кейенгән, һары йөҙлө, битен һырҙар
       баҫҡан был ҡарсыҡтың һөйәлле ҡулдары бер ҙә тик тормай, йә бәлтәһенең төймәһен борғолай, иҫке генә муҡсаһының ҡайышы менән булыша. "Аҡса алмай! Юҡ! - тип хәбәр итә ул. - Ана коридорҙа ҡумта тора - кем күпме теләй, шунса һала... Мин ун һум һалдым. Йыш киләм. Ул бер ҙә кире борғаны юҡ, эй таҙарта , эй таҙарта... Бауырымды таҙартты, ашҡаҙанымды...". Һинән ниндәй генә аҡса алаһың инде, тип уйлайым мин: ә миңә был "ҡумтаға" күпме аҡса ташларға тура килер икән Үҙемә ҡалһа, , минең проблемалар миллион һумға тартырлыҡтыр, моғайын.
       Һарыраҡ йөҙлө, ыҡсым ғына бер ханым сыҡты: " Ҡан баҫымы юғары, тине. Ике дарыу кәңәш итте...". Әхирәтемә боролам: "Уның медицина белеме бармы ни" "Юҡ! - булды яуап, - ул Өфөнөң ниндәйҙер заводында мастер булып эшләгән, буғай. Уның ҡарауы, беләһеңме күпме уҡый! У - у - у!"
       Ошо ваҡытта иғтибарҙы икенсе бер ҡатын йәлеп итә. Ул ишек
       төбөнән генә тороп һорау бирә: "Мин һеҙгә дауаланырға түгел . Һорарға ғына ине - нәмә эшләргә икән Туйҙан һуң бер йыл да үтмәй, айырылышабыҙ. Бына инде дүртенсе тапҡыр..." Фатир эсенән ҡыҫҡа ғына яуап ишетелә: "Һиндә боҙом бар. Таҙарынырға кәрәк". Был һүҙҙәр миңә бала сағымда шаһит булған бер хәлде хәтергә төшөрә. Колхоз баҙарында ала - ҡола итәкле, шәлдәргә уранған бер сегән ҡатыны урамдан үтеп барыусы бер ҡатындың ҡулынан тотоп, ошондай уҡ һүҙҙәрҙе әйткәйне. Тауыштар мине иҫтәлектәргә бирелеүҙән туҡтата: "Лада Васильевна нур миңә йүнәлтелгән, шуға күрә бында килеп
       йөрөмәһәм дә була, тине. Өйҙә 120 тапҡыр доға уҡырға кәрәк. .. Шул саҡта таҙарынасаҡмын. 23 тапҡыр уҡыным да инде, тик и ҫем китеп ҡолағанмын. Ә ул - был яҡшы, тине, тимәк таҙарынам , һуңынан еңелерәк буласаҡ". Миңә бер кем дә доғалар өйрәтмәне , хәйер, уларҙы ятларға һуңдыр ҙа инде. Ниңәлер өлгәшмәүсе уҡыусыларҙы тубыҡтары менән борсаҡҡа ҡуйып яфалаған революцияға тиклемге сиркәү мәктәптәре хәтергә төштө...
       "Ҡабул итеү бүлмәһенә" инмәнем мин. Шулай ҙа бер нәмә хәтерҙә уйылып ҡалды. Йонсоу йөҙлө бер ҡатын экстрасенсҡа шым ғына тауыш менән өндәшә: "Һеҙ бит минең ҡыҙыма теге
       юлы күңел асыуҙар етер, аҡылыңа кил, тип әйткәйнегеҙ. Ә ул. .." Лада Васильевна күңелһеҙ генә йылмайҙы ла ҡаты итеп яуап бирҙе: "Бына хәҙер таш йотһон инде". Таш йоторғамы, юҡмы - барыһы ла минең үҙемдән тора. Сит кешеләрҙең көсһөҙлөктәрен
       күреп, ҡапыл оялыу тойғоһо кисерҙем. Ә ул, билдәле булыуынс а, эскә йүнәлтелгән үҙенсәлекле асыу тойғоһо. Тимәк, яңы йыл да үҙемде ҡулға алып, яҡшы үҙгәрештәрҙе үҙемдән талап итәсәкмен .
       P. S. Экстрасенстың исеме һәм атаһының исеме уйлап сығарылған, осраҡты тап килеүҙәр өсөн автор яуаплы түгел.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал