6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Һөт һәм ... йомортҡа эсегеҙ, йәки Бахмурҙан нисек ҡотолорға
07.01.06


       Баш ауырта, хәл юҡ, күңел уйнай һәм үлтереп һыу эске килә . Бындай хәлдә кемдең генә булғаны юҡ икән Хәҙерге ваҡытта, бер байрам өҫтәле икенсеһен алмаштырғанда - был бигерәк тә "көнүҙәк". Раштыуа каникулдарына тиклем ваҡыт бар әле, шуға
       күрә беҙ һеҙҙе бахмурға ҡаршы көрәшергә өйрәтеп ҡарайыҡ. Хәйер, уны нисек булдырмаҫҡа, тигән һорауға яуап эҙләүҙән башларға кәрәктер. Ғөмүмән спиртлы эсемлектәрҙән баш
       тартыу йәки уны самалы күләмдә ҡулланыу мөмкин түгел икән,
       түбәндәгегә күҙ һалығыҙ. Беренсе сиратта, яҡшы "закуска" тураһында алдан уйлау мотлаҡ. Ғөмүмән, ас көйөнсә эсмәүең яҡшыраҡ. Байрам өҫтәле артында майлы, әскелтем аҙыҡтарға иғтибар бирегеҙ. Һәм эсемлектең бер төрөн генә һайларға кәрә к - йә шарап, йә араҡы - икеһен бергә ҡушыу яҡшыға алып килм әй. Әгәр ҙә инде барыбер ҡушырға тура килә икән, градусы аҙы раҡ булғанынан башлағыҙ - башта һыра, һуңынан араҡы, тик бер ҙә киреһенсә түгел.
       Яҡшы аш - һыу - эштең яртыһы ғына. Спиртлы эсемлек артына н бер ваҡытта ла газлы эсемлектәр ҡулланмағыҙ, улар алкоголд ең ҡанға үтеп инеүен тиҙләтә һәм ваҡытынан алда "аяҡтан йығылыуға" килтерә.
       Эш "башҡарылғандан" һуң ( йәғни, спиртлы эсемлектәр эсеп бөтөлгәс), йоҡларға ятыр алдынан бер стакан һөт эсергә мөмки н. Күптәр өсөн был алым ҡотолоу сараһы булып тора. Башҡалар С витамины булған берәй нәмәне, мәҫәлән, мүк еләге, гөлйемеш , лимон, грейпфрут йәки бер нисә "аскорбинка" ашап ятыуҙы хуп
       күрә. Уларҙы бер ике төймә күмер менән алмаштырырға ла була . Әйтелгән шарттар үтәлмәһә, иртә менән һеҙҙе ысын бахмур кө тә. Ғәҙәттә ул бер тәүлектән дә артыҡ булмай, һәм әгәр ҙә һе ҙгә эшкә барырға түгел икән, лимон һалынған шәкәрле сәй эсеп, ятып йоҡларға ғына ҡала. Ә инде иртә менән эшкә барырға булһ а, түбәндәге кәңәштәр һеҙҙең өсөн.
       Алкоголь, билдәле булыуынса, диуретик, шуға күрә байрам кисәһе барышында эселгәндән күберәк шыйыҡлыҡ исраф ителә. Ба хмурҙың күп кенә симптомдары организмдың һыуһыҙ ҡалыуы менән
       бәйле, нәҡ ошо сәбәпле алкоголдең артынан мотлаҡ башҡа төрлө эсемлек эсергә кәрәк.
       Эскәндән һуң ҡанда шәкәр кимәле кәмей, шуға күрә аҡһым һәм углеводтарға бай булған иртәнге аш бахмур билдәләрен
       һиҙелерлек кәметә ала. Тик бындай хәлдә бик үк ашағы килмәү е проблема булып тора. Шулай ҙа нәмә булһа ла ҡапҡыларға
       тырышығыҙ. Мәҫәлән, банан: ул ашҡаҙанды тынысландыра һәм юғ алтылған калий тоҙҙарын тергеҙә. Бындай ашамлыҡтар араһынан тағы ла картуф, күрәгә, тоҙло кәбеҫтә, шулай уҡ ҡыя р йәки помидор тоҙлаған һыуҙы әйтергә була. Бынан тыш йомортҡа , бал, кефир, кеүәҫ тә ярҙам итергә һәләтле. Иртә менән татл ы
       ҡара ҡәһүә эсеү бахмур бик ауыр булмағанда ғына ярҙам итә. Башҡа осраҡта ул хәлде ауырайта ғына, сөнки алкоголь кеүек ү к ул организмдың һыу юғалтыуын тиҙләтә. Ә бына кока - кола эсергә мөмкин, уны нәҡ ошо хәл өсөн эшләгәндәр тигән фекер ҙә йәшәй.
       Мунса йәки саунаға ҡарағанда, душ яҡшыраҡ. Мунсала тир менән бергә токсиндар ҙа сыға, әлбиттә, әммә шул уҡ ваҡытта
       һыу ҙа күп юғалтыла. Бынан тыш эҫе мунса йөрәк - тамыр системаһына көс төшөрә. Мунсанан тыш та алкоголдең йөрәккә
       көс төшөрөүен оноторға ярамай, бының инсультҡа, хатта үлемг ә лә алып барып еткереүе мөмкин.
       Спиртлы эсемлектәр күп булған байрам өҫтәленән һуң нормал ь кеше ( эскесе түгел) алкоголле эсемлектәргә әйләнеп тә ҡар ай алмай. Һәм иртә менән "баш төҙәтеү" уйы барлыҡҡа килһә, был
       һеҙҙе хәүефкә һалырға тейеш: һүҙ хроник алкоголизм тураһынд а барыуы мөмкин.
       Һәм һүҙ аҙағында ябай бахмурҙың алкоголь интоксикацияһы, йәғни этил спирты менән ағыуланыуҙан айырылыуын билдәләргә к әрәк. Сифатһыҙ продукция менән генә ағыуланыу мөмкин тип һанау - хата. Бында һүҙ сифаттан бигерәк күләм хаҡында бара.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал