6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Михалев көмөштә, ә "Салауат Юлаев"
07.01.06


       Рәсәйҙең хоккей буйынса йәштәр йыйылма командаһының баш т ренеры Сергей Михалев ( ул шулай уҡ "Салауат Юлаев" командаһына ла етәкселек итә) милли команда менән бергә донъя чемпионатының көмөш миҙалдарын яуланы. Финалда Михалевтың тәрбиәләнеүселәре көтмәгәндә Канада уйынсылары та рафынан тар - мар ителде - 0 : 5.
       Йәштәр командаһына (Сергей Михалев коллективҡа Рәсәй суперлигаһы лидеры Евгений Малкинды ла йәлеп итеүгә өлгәште)
       чемпионат миҙалдарына ышаныслы аҙымдар менән бара ине. Финалға тиклем рәсәйлеләр үҙ төркөмөндә шведтарҙы (5 : 1), латыштарҙы ( 3 : 1), чехтарҙы ( 7 : 2) артта ҡалдырып, барлы ҡ осрашыуҙарҙа ла еңеү яуланы.
       Донъя чемпионаты ярымфиналында Михалевтың тәрбиәләнеүселә ре белгестәр төп фаворит тип иҫәпләгән АҠШ командаһын еңеүгә өлгәште ( 5 : 1). Матч аҙағында йәндәре көйгән американдар беҙҙең егеттәрҙе "ҡул көрәшенә" лә йәлеп итеп ҡ араны, тик уларға бының бер ярҙамы ла теймәне.
       Турнирҙың иң көслө командалары осрашҡан финал донъя чемпионатының биҙәгенә әйләнергә тейеш ине. Әммә был уйын рәсәйлеләрҙең тар - мар ителеүе менән тамамланды. Канада командаһының ҡапҡасыһы Джастин Погге бына тигән матч үткәрҙе. Рәсәйлеләр уның ҡапҡаһына бер генә тапҡыр гол индер ә алды, әммә матчтың төп судьяһы Брайан Тул (АҠШ) уны ла
       иҫәпләмәне. Америка судьяһының ғөмүмән канадалылар яҡлы икәнлеге һиҙелде, улар яғынан бәрелгән бер нисә хатаға ла у л
       күҙ йомоп ҡараны.
       Рәсәй йыйылма командаһының еңелеүен классик тип әйтергә
       мөмкин. Уларҙың ҡапҡа һаҡсыһы шәп уйнаны, беҙҙеке иһә үҙен артыҡ күрһәтә алманы. Беҙҙекеләр уйын башында гол индермәне
       - беренсе период аҙағында ике гол үткәрҙе. Икенсе периодта ла егеттәр үҙҙәрен ҡулға ала алманы - бына һиңә тағы ике шай ба. Өсөнсө период иһә исем өсөн генә үткәрелде тип әйтергә була.
       Финалда иҫәп 0 : 5 булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй йыйылма командаһының көмөш миҙалын ҙур уңыш тип әйтергә кәрәк. Оҫталыҡ буйынса беҙҙең команда күпселек коллективтарҙан бер башҡа юғары тора, канадаларға ҡаршы уйындың да бөтөнләй башҡаса тамамланыуы мөмкин ине. Михалев үҙ байрағы аҫтына ыс ынлап та иң көслө йәш уйынсыларҙы йыйған. Тик уларҙың составында "Салауат Юлаевтың" бер уйынсыһы ла булмауы ғына к өйөндөрә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал