6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Республика яңы йыл бүләге алды. Һәм бында Ҡыш бабайҙың ҡыҫыл ышы юҡ
31.12.05


       Кисә республикала, һис һүҙһеҙ, бик ҙур әһәмиәткә эйә бул ған ваҡиға булып үтте. Күптән көтөлгән хәл, ниһайәт, тормошҡ а ашты. Һуңғы арала республикала ғына түгел, унан ситтә лә и ғтибар үҙәгенән төшмәгән Благовещен полиэфир комплексы үҙенең эшен башланы - "Полиэф" акционерҙар йәмғиәтендә терефталь кислота етештереү буйынса тәүге линия (ТФК) сафҡа индерелде.
       Был сәнәғәт гигантын булдырыу тураһында идея 1986 йылда
       уҡ барлыҡҡа килгәйне. Ҡарар ҡабул ителде, әммә уны тормошҡа
       ашырыу өсөн тағы ла ике тиҫтә йыл кәрәк булды. Советтар Союзы ваҡытында төҙөлөшкә аҡсаны үҙәк бүлә ине. Әммә хөкүмәт тарҡалыу менән барыһы ла үҙгәреш кисерҙе. Ул саҡта күп кенә төҙөлөштәр, шул иҫәптән Благовещандағы төҙөлөш тә финанслауҙан мәхрүм ҡалды. Йылдар уҙа торҙо, әммә бер нәмә лә үҙгәрергә ашыҡманы.
       Полиэфир комплексының бөтә илгә кәрәк булыуына ҡарамаҫтан,
       республика федераль финанслауҙы көтөп ала алманы. Һәм 2001 йылда Башҡортостан үҙ инициативаһы буйынса төҙөлөштө дауам и тергә ҡарар сығарҙы. Был объектты сафҡа индереүгә республика ете миллиард һум тирәһе аҡса тотондо.
       "Полиэфҡа" "Селена" төркөмөнөң килеүе төҙөлөш барышын тиҙләтеүгә булышлыҡ итте. Нәҡ уның көстәре һәм ике миллиард һумлыҡ инвестиция иҫәбенә "Селена" предприятиела терефталь к ислотаның беренсе линияһын төҙөүҙе тамамлауға иреште.
       Ай ярым элек, 15 ноябрҙә, терефталь кислотаның тәүге, тәжрибә партияһы алынды. Ә Ростехнадзор предприятиеға производствоның экологик талаптарға яуап биреүе тураһында
       һығымта яһаны. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Таҙартыу
       ҡоролмалары "Полиэф" сәнәғәт майҙанының дүрттән бер өлөшөн биләй. Терефталь кислота етештереүҙә тәүге тапҡыр биологик әүҙем ләм файҙаланыла. Был Рәсәй ғалимдары тарафынан булдырылған күп баҫҡыслы ҡатмарлы таҙартыу
       системаһының бер өлөшө.
       Үткән аҙнала, шаршамбы көнө, "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ТФК етештереү буйынса йылына 230 мең тонна
       ҡеүәтле тәүге комплексын ҡабул итеү тураһында актҡа ҡул ҡуйылды. Ҡабул итеү комиссияһына БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм
       сәнәғәт министры Николай Пучнин етәкселек итте. Комиссия
       тәүге комплекстың проектҡа ярашлы башҡарылыуы, санитар - эпидемиологик, экологик, янғын һәм төҙөлөш нормаларына, шулай уҡ Дәүләт стандарты ҡағиҙәләренә яуап биреүе һәм файҙаланыуға тапшырыла алыуын билдәләне.
       Республика һәм, ғөмүмән, ил сәнәғәте өсөн ҙур әһәмиәткә э йә булған ваҡиға республика Президенты ҡатнашлығында үтте. Мортаза Рәхимов төҙөүселәргә, монтажлаусыларға, "Полиэф" хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм терефталь кислота етешетреү буйынса беренсе линияның сафҡа и ндерелеүе республика өсөн иң ҙур Яңы йыл бүләге тип белдерҙе.
       Президент бөгөндән башлап республиканың синтетик сүс һәм көпләү материалдары етештереү өсөн үҙ базаһы булыуын һыҙыҡ ө ҫтөнә алды. Асылда был дөйөм Рәсәй күләмендәге ваҡиға, сөнки етештереүселәрҙең эше хәҙер сит илдән материал ҡайтарылыуына бәйле булмаясаҡ.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал