6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Ромен Роллан Яңы йыл менән ҡотлай
31.12.05


       1936 йыл. Ғинуар айының һуңғы көндәрендә Өфө почтамтында эшләүсе телеграфист күренекле француз яҙыусыһы - антифашист Ромен Роллан (1866 йылдың 29 ғинуарында тыуа - 1944 йылдың 3 0 декабрендә вафат була) дауаланыуҙа булған алыҫ Швейцарияға , Вильнев ҡалаһына телеграмма һуға.
       Уны 70 йәше менән ҡотлаусы башҡорт яҙыусылары башҡорт
       халҡының донъя әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен уҡыуы һәм өйрәнеүе, улар араһында Ромен Ролландың да әҫәрҙәре булыуы т ураһында ғорурлыҡ менән хәбәр итә. "Ҡәҙерле Ромен Роллан!
       Һеҙҙең юбилей көнөндә Башҡортостан яҙыусылары һеҙгә, художестволы һүҙ оҫтаһы, бөйөк гуманист, ҡыйыу антифашистҡа ҡайнар сәләм ебәрә.
       Пролетар революцияһы башҡорт халҡына юл күрһәтте, үҙ яҙма
       телен, әҙәбиәтен бирҙе. Башҡортостандың бөгөн үҙ яҙыусылары , шағирҙары, драматургтары бар, был социалистик мәҙәниәттең,
       Ленин милли сәйәсәте сәскә атыуының сағыу өлгөһө. Башҡорт халҡы донъя әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен уҡый һәм өйрәнә һәм улар араһында - һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ.
       Фашизмдың ҡара ҡанаттары ергә яңы донъя һуғышының ҡараңғы күләгәһен ташланы. Итальян фашизмы герой халыҡты яфа сиктерә. Япон милитаристары Ҡытай ерҙәрен баҫып ала. Германия фашистары Европа үҙәген төрмәгә, хәрби лагерға, үлем фабрикаһына әйләндерҙе. Был хәүефле көндәрҙә Һеҙ элеккесә донъя һәм мәҙәниәт һағында тораһығыҙ. Һеҙҙең һүҙеге ҙ һуғышҡа, капитализм ҡалдығы - фашизмға ҡаршы көрәшкә саҡырыу ораны булып яңғырай. Оҙон - оҙаҡ йылдар сәләмәт булып ҡалығыҙ!
       Башҡортостандың совет яҙыусылары союзы".
       Ә бына Ромен Ролландың уларға яуабы:
       "Вильнев, 1936 йылдың 12 июле.
       Ҡәҙерле иптәштәр!
       Февраль аҙағында "Известия" ярҙамында мин үҙемде юбилей м енән ҡотлаусы барлыҡ ойошмалар һәм кешеләргә рәхмәт белдерҙем. Әммә шәхсән үҙем дә рәхмәт белдерергә теләйем.
       Быға һуңлап тотоноуымдың сәбәбе - эштәрем күп булыуҙа, шуға
       күре мине ғәфү итеүегеҙҙе һорайым.
       Һеҙгә, Башҡортостан яҙыусыларына һәм бар халыҡҡа иң изге теләктәремде еткерәм. Һеҙҙең менән бергә мин ватанығыҙҙың үҫешенә һәм әлеге ваҡытта мәҙәниәт һәм йәшәйеш кимәлен күтәрергә мөмкинселектәр булыуына шатмын. Был кимәл артабан да күтәрелер тигән өмөттә ҡалам. Бар милләттәр ҙә дуҫ йәшәүс е СССР - ҙа кешелек прогресының алға барырға тейешлеге шик
       тыуҙырмай. Тик донъяла ҡоллоҡҡа төшөрөлгән халыҡтар булыуы н онотмағыҙ, улар үҙ алымдарын СССР - ға ла күсерергә хыялланыусы империиализм һәм фашизм тарафынан баҫтырыла. Бар
       донъя бер Социалистик Республикалар Союзына әүерелмәй тороп ¬ һеҙ үҙ ҡаҙаныштарығыҙҙа ғына туҡталып ҡалырға тейеш түгел. Белем алығыҙ, ҡыйыу булығыҙ.
       Ҡулығыҙҙы ҡыҫып ҡалам.
       Ромен Роллан".
       Уралдағы китап уҡырға яратыусылар араһында Ромен Роллан
       әҫәрҙәре ни тиклем популяр булыуы тураһында һүҙ йөрөткәндә түбәндәге осраҡты билдәләп китергә мөмкин. Бер ваҡыт яҙыусы
       үҙенең дуҫына Урал заводтарының береһендә эшләүсе ҡатындан килгән хатты уҡыта. Ул Ролланға үҙҙәренең завод китапханаһын а китаптарҙы етерлек күләмдә килтермәүҙәренә зарлана һәм был
       хәлде бөтөрөү өсөн Мәскәүҙәге таныштарына мөрәжәғәт итеүен һорай. "Уйлап ҡына ҡарағыҙ, - тип яҙа ул, - беҙҙең заводтың әҙәби түңәрәк китапханаһында рус телендә һеҙҙең китаптарығыҙ
       ни беры ун ете дана ғына. Улар һәр ваҡыт ҡулда була һәм китаптарҙы алып уҡыр өсөн сиратҡа яҙылырға тура килә".
       Быйылғы Яңы йыл алдынан билдәле яҙыусы Ромен Ролландың Ба шҡортостан халҡына ҡотлауы тағы бер тапҡыр яңғыраһын.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал