6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Яңы йыл менән, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
31.12.05


       "БАШвестЪ" гәзите үҙенең уҡыусыларын Яңы йыл, Раштыуа,
       башҡа етеп килгән байрамдар менән ҡотлай. Беҙҙең кеүек, уларҙың барыһын да татыу һәм берҙәм компанияла ҡаршы алыуығыҙҙы теләйбеҙ. Беҙҙең рәттәр арта бара: яңы йөҙҙәр күренә, улар менән бергә яңы идеялар, ҡыҙыҡлы проекттар һәм,
       әлбиттә, төрлө - төрлө яңылыҡтар барлыҡҡа килә.
       Яңы йыл алдынан, тейеш булыуынса, үткәнгә йомғаҡтар яһайбыҙ һәм, ҙур ғорурлыҡ менән, 11 октябрҙә беҙгә өс йәш тулыуын хәтергә төшөрәбеҙ. Бер ҙә арттырыу түгел - беҙ - тег е Салтан батша тураһындағы әкиәттәге сабый кеүек, ай үҫәһен кө н үҫәбеҙ. Заманса булырға тырышабыҙ һәм техник йәһәттән дә яңылыҡтарҙы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел генә сайтта косметик ремонт яһап ташланыҡ һәм Яңы йылғ а яңырып аяҡ баҫабыҙ.
       Өс телдә һөйләшәбеҙ (урыҫ, башҡорт һәм инглиз) һәм Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә лә ниндәй хәлдәр булыуы тураһында яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Әйткәндәй, баш ҡала һәм республикала булған яңылыҡтарҙы тиҙ арала һеҙгә
       еткерергә тырышабыҙ.
       Танылыу ҙа яулап өлгөрҙөк: ҡалалағы күп һанлы интернет - проекттар араһында үткән "Интернет - Өфө" конкурсының "Йәмғиәт, фән һәм мәҙәниәт" номинацияһында беренсе урын алдыҡ.
       Көн һайын сайт яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән тулыландырыла. Һәр берегеҙ гәзиттә үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған
       темаға материал таба ала: компьютерҙар яратаһығыҙмы, автомобилдәрме, тормошта үҙ урынығыҙы табырға ашығаһығыҙмы, ял итер өсөн урын эҙләйһегеҙме - ул саҡта аҙналыҡ рубрикалар һеҙҙең өсөн.
       Тәүге тапҡыр беҙҙә ҡунаҡта булһағыҙ ҙа кәрәкле мәғлүмәтте еңел генә табырға мөмикн. Беҙ ваҡыттың ҡәҙерен беләбеҙ, шуға
       күрә гәзиттә көйләнгән эҙләү системаһы һәм мәҡәләләр архивы
       булдырылған. Уҡыусыларыбыҙҙың фекере беҙҙең өсөн һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, шуға күрә даими рәүештә көнүҙәк темаларға һорашыуҙар үткәрәбеҙ, сайтта форум да эшләй. Конкурс һәм викториналар иһә һеҙҙең ваҡытығыҙҙы күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн хҙмәт итә.
       Күреүегеҙсә, үҙ уҡыусыларыбыҙҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙән тыш, күңелдәрен дә асырға тырышабыҙ.
       Беҙҙең өсөн сикләүҙәр: тыйылған темалар, билдәһеҙ авторҙа р юҡ. Быйыл беҙ битлектәрҙе сисеп, һеҙҙең менән күҙгә - күҙ ҡарашып таныштыҡ. Киләһе йылда ла "БАШвестЪ" гәзитендә күп т өрлө ҡыҙыҡлы проекттар һәм яңы конкурстар үткәрергә вәғәҙә и тәбеҙ. Яңы йылда барлыҡ теләктәрегеҙҙең дә ҡабул булыуын теләп ҡалабыҙ!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал