6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

"МедВеДь" "Кинг - Конгтан" арттырырмы
30.12.05


       Наркотиктар менән сауҙа итеү темаһына арналған ҡыҙыҡлы йөкмәткеле был фильм - республика кинематографияһы тарихында милиция тураһындағы тәүге сериал һәм ул ысынлап та
       иғтибарға лайыҡ.
       Беренсенән, сөнки унда билдәле Рәсәй актеры Алексей Булдаков ҡатнаша. Икенсенән, Өфө актеры Нәғим Нурғәлин үҙен яңы амплуала күрһәтте, театралдар уны күберәк комедия геройы
       булараҡ белә ине. Бында ул төп ролде - милиционер Айыуханов
       ролен башҡара. Өсөнсөнән, Александр Федеряевтың талантлы уйынына мотлаҡ иғтибар итергә кәрәк. Фильмда ул - Алексей Селиверстов, накробарон. Бында Айыуханов изгелек һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе икән, Селиверстов - яуызлыҡ кәүҙәләнеше. Ул икенсе каналда барған "Мастер һәм Маргаритала" Воландты ла башҡара алыр ине, моғайын. Булат Йосоповтың "Оҙан - оҙаҡ бала саҡ" фильмында тәү башлап киноға төшкән Илмир Иҙрисов та үҙ ролен һәйбәт башҡарҙы,
       бында ул - Айыухановтың наркотиктарға "ултырған" улы Марат.
       Фильмдың бағыусылар аҡсаһына һәм "ВистаВижн" кинокомпанияһының үҙ средствоһына төшөрөлөүе мөһим. Киноның продюсеры Руслан Юлтаев әйтеүенсә, башҡорт
       милицияһы хаҡында фильм төшөрөүгә дәүләттең бер тине лә тотонолмаған. Шуға күрә кинозалда тамашасыларҙы күберәк
       йыйыу теләге лә аңлашыла.
       Фильмдың презентацияһы "Родина" кинотеатрында үтте. Тамашасылар араһында фильм авторҙары ла бар ине. Сюжет баштан уҡ үҙенә йәлеп итә, таҫма режиссерҙың ярайһы уҡ ябай һәм уйланған алымдары, ҡыҙыҡлы актерҙар ҡатнашыуы менән
       ҡыуандыра. БР Милли йәштәр театры актеры Игорь Панов "МедВеДь" фильмында Айыухановтың ярҙамсыһын уйнай.
       Өфөнөң таныш урамдары, Айыухановтың көлкөлө репликалары һ әм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән көтөлмәгән осрашыуҙар фильмды йәнләндерә. Мәҫәлән, унда БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, БР Ҡатын - ҡыҙҙары Союзы Рәшиҙә Солтанова балалар йорто директоры ролен башҡара.
       Закир Исмәғил улы Айыуханов - идеаль милиционер. Тик уның артыҡ әхлаҡсылығы менән сценарий авторы арттырып ебәргән, минеңсә. Мәҫәлән, ҡулдары бығаулы Айыуханов бармендан
       мәрхәмәт көтә. Үлем алдында торған ҡорбан дошманынан пистолетты ҡайтарыуын һорай: "... Бирмәһәң, бер ҡасан да яҡш ы кеше булмаясаҡһың!" Бармен һинд киноларындағы кеүек,
       Айыухановҡа буйһона, һуңғыһының гипноз һәләте бар, күрәһең.
       Тамашасылар әйтеүенсә, ике сәғәттән ашыу барған фильм мөнәсәбәттәр асыҡлау, өгөт - нәсихәткә тулы һәм уны аҙағына тиклем ҡарап бөтөүе ауырыраҡ. Ҡайһы бер урындары, мәҫәлән,
       начальник бүлмәһендәге карта буйлап "сәйәхәт ҡылыу" ҙа фильмдың һуҙылыуына булышлыҡ итә.
       Дөйөм алғанда, был фильмды көнбайыш блокбастеры һәм
       яҡшы һинд фильмының ҡушылмаһы тип әйтергә була. Әйткәндәй, бында ни өсөндөр мөхәббәт тураһында онотҡандар. Һуңыраҡ хәтерләрҙәр, күрәһең, "МеДвеДь - 2" планлаштырылыуы тураһында ла оноторға ярамай.
       Әлегә эш мөмкин тиклем күберәк тамашасы йыйыуға ҡайтып ҡала. Касса йыйымдары буйынса "МеДвеДь" "Кинг - Конгты"
       уҙҙырырмы, быныһы инде һеҙҙән тора, ҡәҙерле тамашасылар.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал