6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Яҡташыбыҙ Есениндың яҡын дуҫы булған
29.12.05


       Урыҫ шағиры Сергей Есенин тураһында һуңғы арала күп яҙыла
       ( 1925 йылдың 28 декабрендә һәләк була). Хатта уның хаҡында сериал да төшөрөлдө... Шағирға ҡарата бындай иғтибарҙы нәмә менән аңлатырға мөмкин..
       Күптән түгел ҡулыма 1928 йылда баҫылған китап - белешмә килеп эләкте. Унда Сергей Есенин хаҡында түбәндәгеләр бәйән ителә.
       Есенин 1895 йылдың 4 октябрендә Рязань губернаһының Константиново ауылында донъяға килә. Атаһы - фәҡир крәҫтиән - ике йәшлек улын хәллерәк ҡартатаһына тәрбиәгә бирә, Сергей уның ғаиләһендә үҫә лә инде. Малайҙар араһында Есенин һуғыш суҡмары булараҡ таныла. Шуҡлығы өсөн уға оләсәһенән йыш ҡына эләгә торған була, ә ҡартатаһы иһә "таҙараҡ булып үҫер" тип ҡайһы ваҡыт малайҙы үҙе лә һуғышырға мәжбүр итә. Оләсәһе , диндар ҡарсыҡ, ейәнен һушы китеп ярата, әкиәттәр һөйләй, йыш ҡына сиркәүгә йөрөтә. Ҡайһы ваҡыт Сергей үҙе лә монастыргә китергә теләк белдерә. Ауылда уны Есенин ғына түгел, "Монахов" тип тә йөрөтөр булалар. Ауылдағы ике синыфлыҡ училищены ул маҡтау грамотаһы менән тамамлай, артабан сиркәү - приход мәктәбенә уҡырға инә. Шиғырҙарын иртә ижад итә башлай, улар башлыса таҡмаҡтарҙы хәтерләтә.
       17 йәшендә Мәскәүгә юл тота һәм Шанявский исемендәге университетҡа уҡырға инә.
       "Университетта мин Семеновский, Наседкин, Колоколов һәм Филипченко менән таныштым", - тип хәтерләйәсәк Сергей Есенин
       үҙенең автобиографияһында.
       Василий Федорович Наседкин - беҙҙең яҡташыбыҙ, ул бөгөнгө
       Федоровка районының Веровка ауылында тыуа. Һуңыраҡ шағир Есениндың иң яҡын дуҫтарының береһенә, туғанына әүерелә. 1927 йылда уның "Есениндың һуңғы йылы" тип исемләнгән аҙ билдәле иҫтәлектәре баҫылып сыға.
       Әлегә өҫтә әйтелгән китапҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Яҙыусы биографияһының билдәле факттары (университетты тамамлап бөтмәйенсә ауылға китә, 19 йәшендә Петербургҡа эләгә, Блок менән таныша, йыш баҫыла башлай, 1915 йылда "Радуница" тип а талған тәүге китабы сыға) менән бер рәттән билдәһеҙҙәре лә бар.
       Баҡһаң, 1916 йылда Сергей Есенин хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
       Батша ҡатынының адъютанты, полковник Ломан ярҙамында күп
       кенә льготалар менән файҙалана, батшабикәгә шиғырҙарын уҡый. Революцияны ул дисциплинар батальонда ҡаршы ала, унда иһә батша хөрмәтенә шиғар яҙыуҙан баш тартыуы арҡаһында барып эләгә. Есенин Керенский армияһынан ҡаса. Эсерҙар менән эшләй, партия бүленгәндән һуң һулдар яғына сыға һәм октябрҙә уларҙың хәрби дружинаһында иҫәпләнә. Совет власы
       менән бергә Петербургтан китә һәм Мәскәүгә ҡайта.
       Шағир Рәсәйҙе һәм, ғөмүмән, Ер шарын карталар буйынса ғына өйрәнмәй. Биографияһында ошондай юлдар бар: " 1919 - 1921 йылдарҙа Есенин Рәсәй буйлап сәйәхәт итә: Мурманск, Соловки, Архангельск ҡалаларында, Төркөстан, Ҡырғыҙ далалары , Кавказ, Украина һәм Ҡырымда була. 1922 йылда аэропланда
       Кенигсберг ҡалаһына оса. Барлыҡ Европа һәм Төньяҡ Американы урап сыға. 1923 йылда Мәскәүгә әйләнеп ҡайта".
       Артабан тағы ла билдәле факттар дауам итә. Шиғыр формаһы өҫтөндә оҙаҡ эшләй. Богема тормошо алып бара. Бер нисә тапҡыр өйләнә, уның ҡатындары: Зинаида Райх, Айседора Дункан , С. А. Толстая. Богема тормошо уның сәләмәтлегенә зыян килтерә һәм декабрь айында шағир Мәскәүҙән Петербургҡа юл
       тота. Унда "Англетер" ҡунаҡханаһында туҡтала. 28 декабрь кө нө иртәнсәк уны аҫылынған килеш табалар...
       Ә хәҙер яҡташыбыҙ Василий Наседкиндың иҫтәлектәренә
       әйләнеп ҡайтайыҡ.
       Яҙыусы Михаил Чванов үҙенең "Ветер с поля" китабындағы
       баш һүҙҙә Василий Федорович Наседкин тураһында ярайһы уҡ
       ентекле яҙа. Наседкиндың Есенин тураһындағы иҫтәлектәренә
       лә урын бирелә. Улар ни өсөн киң билдәле түгел Сөнки шағи р нахаҡ яла яғылыу сәбәпле ҡулға алына, репрессияға эләгә һә м 1940 йылда вафат була. Ә ундайҙар тураһында ғәҙәттә хәтергә төшөрмәйҙәр һәм әҫәрҙәрен дә баҫмайҙар.
       Наседкин 1895 йылдың 13 ғинуарында донъяға килә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡта дүрт йыллыҡ уҡытыусылар семинарияһында белем ала. Есенин менән Шанявский исемендәге университетта уҡығанда таныша. 1924 йылдағы сираттағы осрашыуҙан һуң был дуҫлыҡ ептәре нығый.
       " 1924 йыл башында "Красная новь" журналында Наседкин Есенин менән осраша һәм шунда уҡ төшкө ашҡа саҡырыу ала, - тип хәтерләй С. Есениндың туғаны Екатерина Александровна. - Мине беҙҙең өҫтәл артында яңы кеше булыуы ғәжәпләндермәне, и кенсе нәмә аптыратты: Сергейҙың университет буйынса дуҫы һәм йәштәше Есенинға үҙ шиғырҙарын уҡығанда бик оялыуы һиҙелә ине. Уның йөҙө ҡыҙыл таптар менән ҡапланды. Сергей
       уны оялтмаҫ өсөн түбәнгә ҡарап ултыра, һәм Наседкиндың шиғырҙарын маҡтай"... Һәм тағы ла Екатерина Александровна,
       Башҡортостан шағирының буласаҡ ҡатыны түбәндәгеләрҙе һөйләй: "Наседкин Есениндың иң яҡын дуҫы булды. Уның менән о срашыу һәм һөйләшеүҙәр революцияның үткән йылдары һәм ул йыл дарҙа булған ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ тойорға мөмкинселек
       бирә ине".
       Есенин тураһында 1925 йылдың февраль - декабрь айҙарын ү ҙ эсенә алған иҫтәлектәрҙе уҡыуы ҡыйын. Был ваҡытта Сергей Есенин шиғырҙар яҙа, пландар ҡора ( улар араһында Башҡортостанға барыу ҙа ҡарала), эсә. Эскегә бирелеү уға йәшәргә ҡамасаулай, пландарын емерә.
       "Уның шиғырҙары миңә сәйер тойолдо, - тип хәтерләй Наседки н.
       - Ниңә һин үлем тураһында йырлай башланың - тип һораным.
       Есенин был һорауға алдан әҙерләнгән кеүек, ашығып яуап бирҙе, уныңса, шағир үлем тураһында йышыаҡ уйларға тейеш,
       шул саҡта ғына ул тормошто тоя ала.
       Был турала һөйләшеү бер аҙ ваҡыттан тағы ҡабатланды.
       - Сергей, былай бит аҙаҡҡа тиклем дә күп ҡалмай.
       - Эйе... мин үлем эҙләйем.
       Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң өҫтәп ҡуйҙы:
       - Туйҙырҙы бөтәһе лә.
       1925 йылдың 23 декабрендә Сергей Есенин ошондай кәйеф менән Ленинградҡа юлға сыға.
       Был ҡара көндәрҙең шатлыҡлы мәлдәре лә бар.
       19 декабрь көнө Катя һәм Василий Наседкин никахтарын теркәй һәм был турала Сергейға хәбәр итә. Ул бик ҡәнәғәт ҡал а, сөнки Василий Федоровичты бик хөрмәт итә.
       "Есениндың үлеме Наседкин өсөн ауыр юғалтыу булды, - тип хәтерләй Екатерина Александровна. - Ул һәр саҡ Есениндың шиғриәте оҙаҡ йәшәр тип ышана ине. Сергейҙың биографияһы тураһында материалдар йыйҙы, уның тураһында иҫтәлектәр яҙҙы. .."
       Был иҫтәлектәр беҙҙең көндәргә лә килеп етте.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал