6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Качкаев ағымдағы йылға йомғаҡ яһаны
29.12.05


       Өфө хакимиәтендә үтеп барыусы йылға йомғаҡтар яһауға арналған матбуғат конференцияһы үтте. Социаль - иҡтисади
       үҫештең төп күрһәткестәре тураһында ҡаланың хакимиәт башлығы Павел Качкаев һөйләне. Дөйөм алғанда күрһәткестәр матди етештереү өлкәһенең йылдам үҫеше, ҡала хужалығы тармаҡтарының тотороҡло эшләүе, инвестиция күләмдәренең артыуы, республика һәм федераль үҙәк тарафынан ҡала власы алдына ҡуйылған социаль бурыстарҙың үтәлеүе, халыҡтың йәшәү кимәле яҡшырыуын дәлилләй.
       2005 йылдың 1 ноябренә предприятие һәм ойошмалар эшмәкәрлегенең төп төрҙәре буйынса 30 миллиард һум килем алынған, был үткән йыл менән сағыштырғанда 1,8 тапҡыр артығыраҡ.
       Ҡаланың сеймал табыу һәм эшкәртеү предприятиелары продукцияһы һәм хеҙмәтләндереү күләме 159 миллиард һум, йәғни үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1,4 тапҡыр артығыраҡ тәшкил итте. Ағымдағы йылдың ғинуар - ноябрь айҙарында Өфө буйынса сәнәғәт етештереү индексы 106, 4 процент тәшкил итә.
       Ҡала иҡтисадына инвестициялар ғинуар - октябрь айҙарында
       үткән йыл менән сағыштырғанда 22,1 процентҡа артҡан. Павел Рюрикович социаль - мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар тураһында ла һөйләп үтте. Ағымдағы йылдың 11 айында финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 400 ме ң квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән торлаҡ йорттар
       төҙөлгән. Уларҙың 80 меңдән ашыуы - шәхси секторға тура кил ә. Баш ҡалала өс дөйөм белем биреү йорто, Дим, Киров һәм Калинин райондарында физкультура - һауыҡтырыу комплекстары, Киров районында күп функциялы "Метро Кэш энд Керри" сауҙа ко мплексы сафҡа индерелде. Индустриаль шоссе буйынса
       автомобилдәрҙе заправкалау станцияһы, Баҡалы урамында еңел һәм йөк машиналарын диагностикалау үҙәге, Жуков - Новоженов урамдары киҫелешендә һәм Трамвай урамында машина йыуыу урыны, Октябрь проспектында күп ҡатлы машиналар ҡуйыу урыны эшләй башланы.
       Ҡала бюджетына һалымдар йыйыу буйынса бурыстар ҙа уңышлы үт әлеп килә. Әйтәйек, 1 декабргә бюджетҡа пландағы һалымдың 94
       проценты тупланған.
       Бюджеттың сығым өлөшөн шәхси килемдәр иҫәбенә тәьмин итеү 62 процент тәшкил итә. Быйыл ҡала бюджеты үҙенең социаль йүнәлешен һаҡлап ҡалды. Социаль өлкә, шулай уҡ ҡаланың торлаҡ - коммуналь хужалығы үҫешенә бюджет сығымдарының 70 проценттан ашыу өлөшө йүнәлтелгән. 700 мең к вадрат метр юл, тротуар һәм майҙандар төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән. 433 йортта антенна хужалығы яңыртылған.
       Өфөлә эсәр һыу сифатына ҙур иғтибар бирелә. Төньяҡ һыу үткәргестең таҙартыу ҡоролмалары системаһын яңыртыу буйынса opnejr төҙөлдө. Дим һыу үткәргесендә һыуҙы зарарһыҙландырыу системаһын реконструкциялау буйынса проект өҫтөндә эш аҙағына яҡынлаша.
       Өфөлә ҡулланыусылар баҙары һәм баҙар инфраструктураһы йылдам үҫеш ала. 2005 йылдың 11 айында предприятиеларҙа ваҡлап һатыу буйынса тауар әйләнеше 80 миллиард һум тирәһе тәшкил иткән, үткән йыл менән сағыштырғанда был 14 процентҡа
       күберәк.
       Халыҡтың айлыҡ уртаса аҡсалата килеме үткән йыл менән сағыштырғанда 26,6 процент тәшкил иткән, был бер кешегә
       6010,8 һум тура килә тигән һүҙ. Качкаевтың һүҙҙәре буйынса, уртаса эш хаҡы бөгөн 9178 һум тәшкил итә.
       Хеҙмәт хаҡын түләү буйынса бурыстар ҡыҫҡарыуы билдәләнә. 2005 йылдың беренсе декабренә был бурыс 20 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөн 11 предприятиеның үҙ хеҙмәткәрҙәренә
       бурыстары бар. Бер йыл элек уларҙың һаны 28 ине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал