6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Көйәрмәндәр "йондоҙҙарҙы" ярата
29.12.05


       Кеше һәр ваҡыт яҡшыға ынтыла. Уға мотлаҡ иң тәмлеһе, иң матуры, иң ҡыҙыҡлыһы булһын. Спортта ла шулай уҡ - әйтәйек, спорт яратыусыларҙы Уха ҡалаһы Ноябрь районының фафка буйынса чемпионаты ҡыҙыҡһындыра аламы "Прометей" волейбол клубы, "Авиабаскет" , "Нефтяник" футбол клубы кеүек
       бик үк көслө булмаған коллективтарҙың уйынын ҡарау маҡсатында стадиондарға ашығыусы фанаттарҙы Өфөлә йыш осратырға тура киләме Юҡ, улар шул уҡ аҡсаға кино ҡарап сығыу йәки барҙа ултырыуҙы хуп күрә. Нәмә эшләйһең - тормош ысынбарлығын үҙгәртеү мөмкин түгел.
       Бөгөн ҡалала йәшәүселәр көслө командалар йәки "йондоҙҙар"
       ҡатнашыусы спорт тамашаһы өсөн генә аҡса түләргә риза. Салауат һәм Октябрьскийҙа, мәҫәлән, халыҡ спидвей өсөн түлә й. Рәсәйҙә был төр артыҡ популяр ҙа түгел, әммә ауылда ла и ң яҡшы егеткә һоҡланып ҡарайҙар бит. Стәрлетамаҡта көйәрмән үҙенең яратҡан, еңелеү белмәҫ командаһы - "Содовик" өсөн аҡс а йәлләмәй. Өфөлә, практика күрһәтеүенсә, халыҡ боҙ өҫтөндә мотоуҙыш һәм хоккей өсөн аҡса янсығын йоҡартырға әҙер. Был
       ғәжәп түгел: хаҡтар ярайһы, үҙ йондоҙҙарыбыҙ бар, тамаҡ ялғарға аҙыҡ - түлек һәм эсемлек һатыла, өҫтәүенә сағыу еңеү гә шаһит булырға йәки, бик булмаһа, матур тамаша ҡарарға мөм кин.
       Һуңғы йылдарҙа Өфөлә иң популяр спорт төрҙәренең дә тотороҡло конкуренты барлыҡҡа килде, ул да булһа алда әйтелгән билдәләр буйынса халыҡ өсөн бик мауыҡтырғыс булған коллектив - "Нефтяник Башкортостана" волейбол командаһы. Әлегә йондоҙҙарға "күҙ һалыу" өсөн бер кем дә артыҡ түләү талап итмәй, һәм трибуналар һәр ваҡыт тамашасылар менән тулы . Хәйер, етәкселек тамаша өсөн түләү талап иткән хәлдә лә ха лыҡ үҙенең яратҡан волейболын ташламаясаҡ. Ул ҙур теләк менә н Рәсәй волейболы йондоҙҙары - болгар егете Иванов, кубалы Гуанторена, Рәсәй йыйылма командаһы волейболсыһы Хтей, оҫталар - Терешин, Кузнецов, Сиденко, Рыжов һәм башҡаларҙың
       уйынын күҙәтергә киләсәк. Ҡайһы ваҡыт "Нефтяник" иҫ киткес шәп уйын күрһәтә. Иң тоғро көйәрмәндәр шул ваҡытта барлыҡҡа килә лә инде.
       Үткән ял көндәре Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр волейбол
       буйынса "Барлыҡ йондоҙҙар матчы" ойошторолдо. Уйынсылар составы буйынса беҙҙең ил суперлигаһы донъяла иң көслөләрҙең
       береһе. Әммә "Нефтяник Башкортостана" командаһының өс вәкиле лә суперкоманда составына эләкте. "Рәсәй суперлигаһы легионерҙары" өсөн Николай Иванов һәм Османи Гуанторена сығыш яһаны. "Нефтяник Башкортостана" коллективының баш тренеры Юрий Маричев был кистә сит ил уйынсылары командаһының баш тренеры Владимир Алекноға ярҙам итте. Рәсәй йыйылма командаһы өсөн Тарас Хтей сығыш яһаны.
       Даими үткәрелгән уйындарҙан был осрашыу волейболсыларҙы а лмаштырыуҙар йышлығы менән генә айырылып торҙо. Ҡәҙимге уйын дарҙа һәр команданан 12 кеше генә сығыш яһаһа, был юлы тренерҙар 28 волейболсыға уйнарға мөмкинселек бирҙе. Ике коллектив та һынатмаҫҡа тырышты, йөҙҙәрендә йылмайыу балҡыһа ла, улар гладиаторҙар һымаҡ көрәште.
       Тәүге партияла сит ил уйынсылары уңышлы хәрәкәт итте - 25
       : 23 һәм партиялар буйынса 1 : 0.
       Рәсәйлеләр икенсе өлөштә иҫенә килде. Легионерҙар капитан ы итеп һайланыусы Николай Иванов алмашҡа сыҡты һәм бына
       тигән уйын күрһәтте. Гуанторена үҙ стилендә уйнауын дауам итеп, һөжүмдә 5 мәрәй отто. Әммә Өфө "нефтселәренең" тырышлығы бушҡа ғына булды. Рәсәйлеләр был кистә көслөрәк и кәнлеген дәлилләне һәм партиялар буйынса 3 : 1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Уйын аҙағына яҡынлашҡас, майҙанда Тарас Хтей пәйҙә булды. Уның ышаныслы уйыны шоу ҡарарға йыйылған көйәрмәндәрҙең күңеленә хуш килде.
       Киләһе матчты өфөлөләр үҙ майҙанында үткәрәсәк - уларҙы "Искра" (Одинцово) коллективы менән ҡатмарлы, әммә көйәрмәндәр өсөн ҡыҙыҡлы осрашыу көтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал