6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Йыл һөҙөмтәләргә бай булды
29.12.05


       - Һәм, моғайын, "Мастер һәм Маргарита" тураһында һорау бирерҙәр, - тип күҙалланы республиканың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. Парламенттың йомғаҡлаусы матбуғат конференцияһында аншлаг ойоштороусы журналистар быға хатта йылмайып та ҡуйманы. Тейеш булыуынса, сара етди һорауҙарҙан башланды. Республика парламентының көҙгө сессияһының тамамланыуына аҙна самаһы ва ҡыт үтте. Ул Башҡортостандың дәүләт суверенитеты хаҡында Дек ларацияның 15 йыллығы һәм Башҡортостандың Рәсәй составына ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләү фонында үтте. Яу аплылыҡ ҙур булыуына ҡарамаҫтан, парламентарийҙар берҙәм рәү ештә "закондар сығарыу эшенең ҙур күләмен" башҡарып сыҡты. Сессияның дүрт пленар ултырышында депутаттар 114 закон проекты ҡараны, 65 закон ҡабул итте, бөгөнгө көнгә шун ың 65 - енә БР Президенты имзаһын ҡуйған. Бынан тыш парламентарийҙар Дәүләт Йыйылышының 330 ҡарары менән килеште һәм 300 - ҙән ашыу федераль закон проектын хуплауы
       йәки хупламауын белдерҙе. Үҙ сиратында беҙҙең депутаттар Рәсәй Дәүләт Думаһына биш закондар сығарыу инициативаын йүнәлтте. Иң мөһиме, йәйен планлаштырылғандың барыһы ла эшләнде.
       Өсөнсө саҡырылыш депутаттары ике сессия рәттән урындағы
       үҙидара реформаһы буйынса көсөргәнешле эш алып барҙы. Константин Борисович юҡҡа ғына республикала "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында" законды тормошҡа ашырыусы норматив хоҡуҡи акттар ҡабул ителеүен парламенттың иғтибар
       үҙәгенә ҡуйманы.
       - Бар донъяла урындағы үҙидара түбәндән формалаша, ә беҙ уны юғарынан төҙөйбөҙ, - тине Толкачев. - Закондарҙың нисек эшләүен ваҡыт күрһәтер. 1 ғинуарҙан алып улар дөйөм система
       булараҡ эш башлаясаҡ. Шул саҡта баһаларбыҙ, кәрәк булһа, төҙәтмәләр индерербеҙ.
       Ә баһаларға ысынлап та урын бар. Көҙгө сессия аҙағында Рәсәй Дәүләт Йыйылышындағы коллегаларына 131 - се закондың ү ҙ көсөнә инеүен кисектереүҙе һораусы Парламент 1 ғинуарҙан республиканың башҡарма власына урындағы үҙидара реформаһына старт биреү тураһындағы ҡарарға ҡапыл ғына килмәне.
       Социаль йүнәлештәге закондарҙың да киләсәктә халыҡтың тор мошон яҡшыртыуға тәьҫире ҙур буласаҡ.
       Константин Толкачев журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған башҡа һорауҙарға ла яуап бирҙе, Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән милли проекттарға үҙ ҡарашын белдерҙе.
       - Мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, ауыл хужалығын үҫтереү, халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү республикала һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды. Һәм был программа беҙгә артабан тағы  ла һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкинселек бирәсәк, - тине спикер.
       Дәүләт Йыйылышының пландарына килгәндә, улар ябай, әммә " ярайһы уҡ көсөргәнешле". Депутаттар тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу һәм тирә - яҡ мөхитте һаҡлау, мәғариф һәм мәшғүллек өлкәһендә РФ субъекттарының вәкәләттәрен киңәйтеү буйынса Мәскәүҙә ҡаралған закон проектына айырыуса ҙур өмөт бағлай. Был үҙгәрештәрҙе республика закондарында ла сағылдырырға тура киләсәк, тип йомғаҡ яһаны Константин Борисович.
       - Барыһына ла алдағы йыл тыныс, тотороҡло буласаҡ тип әйт ә алаһығыҙ, - тип тынысландырҙы Константин Толкачев
       журналистарҙы. - Беҙ бер ниндәй ҙә тетрәнеүҙәр көтмәйбеҙ, бының өсөн аҙ ғына сәбәп тә юҡ. Ә үткән йылдағы хаталарҙы
       ҡабатламаныҡ.
       "Хата" тип парламент спикеры социаль тыныслыҡты боҙа яҙға н льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу тураһындағы 122 - се законды күҙ уңында тотоуы аңлашыла. Был "хатаны" быйылғы йылдың тәүге яртыһында төҙәтергә тура килде.
       Һуңғы ике һорау Константин Толкачевты бер аҙ сентименталь
       кеше булараҡ асты. Эт йылын ул өс эт хужаһы булып ҡаршылай - өйөндә мопс, спаниель һәм ябай йорт эте тота икән. Һөйләше ү аҙағында мин БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесенә "Мастер һәм Маргарита" сериалы оҡшанымы, тигән һорауҙы бирмәйенсә түҙә а лманым.
       - Был фильмды ҡарайым һәм ярайһы уҡ юғары баһалайым. Булгаковтың романын экрандарға сығарырға кем баҙнат итерен
       оҙаҡ көттөк. Режиссер Бортко үҙ эшен яҡшы башҡарған, минеңсә. Тик ҡайһы бер актерҙарға дәғүә бар, - тип белдерҙе Константин Толкачев.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал