6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ҙур эштәр алда әле
29.12.05


       "Өфө ҡалаһы" ҡала округы Советы депутаттары өлгө күрһәтте . Урындағы үҙидара реформаһы нәҡ шулай хәрәкәт итергә тейеш.
       Күҙ алдына килтереүе ҡыйын, әммә бер йыл элек ошо уҡ ваҡытт а бөгөнгө халыҡ һайланыусыларының бик аҙы үҙенең был залда, ошо эш буйынса һәм ошо статуста булырын күҙаллай ала ине. Яңы ҡала советының алтынсы ултырышы алдынан теркәү өҫтәлендә һаман да хужаһыҙ депутат танытмалары күҙгә ташланды. Дөрөҫ, был юлы утыҙ дүрт депутаттан егерме һигеҙе
       килде - кворум өсөн етерлек.
       Ҡала депутаттарының иң мөһим бурысы - Өфө ҡалаһының киләһе йылға бюджетын раҫлау. Ҡала округының социаль - иҡтисади үҫешен күҙаллау һәм уның бюджеты тураһында доклад менән хакимиәт башлығы Павел Качкаев сығыш яһаны. Үтеп барыусы йылда Өфөлә 170 миллиард һумлыҡ тауар етештерелгән һәм халыҡты хеҙмәтләндереү күрһәтелгән, сәнәғәт
       етештереүе алты процентҡа артҡан. Уртаса эш хаҡы 9170 һум тәшкил иткән Өфө ҡалаһы Волга буйы федераль округында Пермдән ҡала икенсе урында тора. Баш ҡаланың илле дүрт
       предприятиеһында сифат менеджменты системаһы индерелгән һәм был процесс туҡтап ҡалмаҫҡа оҡшаған. Ниһайәт, төп капиталға инвестициялар күләме 26 миллиардтан артҡан һәм үткән йыл күрһәткестәренән байтаҡҡа алда бара. Мегаполистың финанс нигеҙҙәрен нығытыу өсөн етештереү ҡеүәтен арттырыу
       кеүек "эске резервтар" күҙаллана. Торлаҡ төҙөүҙең йылдам артыуы ла ярайһы уҡ табыш килтерергә тейеш. Былар барыһы ла,
       Павел Качкаев әйтеүенсә, алдағы йылға ғына түгел, 2008 йылғ а ла оптимизм менән ҡарарға мөмкинселек бирә. Депутаттар был йәһәттән бәхәс ҡороуҙы кәрәк тип тапманы. Уларҙы күберәк Өфөнөң 2006 йылға бюджет күләме ҡыҙыҡһындыра. Шулай итеп, бөгөн ҡала ҡаҙнаһы "әтәс йылынан" айырмалы рәүештә дефицитһыҙ төҙөлдө. Әммә бюджеттың социаль йүнәлеше һаҡлана. Килем өлөшө 6 167 миллион һум күләмендә күҙаллана, уның шәхси муниципаль килеме 4 781 һумдан артыуы көтөлә, ҡалғанын - республика бюджетынан субсидиялар тәшкил итә. Өфөлә йыл бюджеты 139 миллион һум тәшкил иткән туғыҙ маҡсатлы программа эшләүен дауам итә. Уларҙың иң "байы" халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағыла. Ҡала округы Советы депутаттары хакимиәттең финанс идаралығы менән дискуссиянан һуң тағы ла ярты йөҙ миллион һум "ҡырып - һепереп сығарыуға" иреште, уның менән шунда уҡ килем өлөшө т улыландырылды. Депутаттар тауыш биреү төймәләренә баҫыу
       өсөн ҡулдарын күтәргән генә ваҡытта һүҙҙе ҡала округы Совет ы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин алды.
       - Беҙ бюджет проектын сифатлы, яҡшы башҡарылған финанс
       планы булараҡ баһалайбыҙ, - тине ҡала парламенты спикеры. - Проектты беҙ үҙ ваҡытында алдыҡ һәм хакимиәттең финанс белгестәре тарафынан индерелгән төҙәтмәләр барыһы ла тип әйтерлек иҫәпкә алынды.
       Ошо уҡ ултырышта Дим районы муниципаль округы Зөфәр Хәкимов беренсе булып лоббизм өлгөһө күрһәтте. Димдә бер ваҡытта ла күп тамашасы һыйҙырырлыҡ мәҙәниәт һарайы булмай - концерт майҙаны һәм күңел асыу урыны итеп элекке
       "Орион" кинотеатры файҙалана. Хәкимов әфәнденең экс - кинотеатрҙы мәҙәниәт һарайына әйләндереүгә депутаттарҙың ризалығын алырға тырышыуы Өфө хакимиәте башлығында аңлау тап маны. Был һорау әлегә кисектерелде.
       Баш ҡала бюджеты ике тамсы һыу кеүек яҡынлашып килгән урындағы үҙидара реформаһын сағылдыра. Күп кенә дәүләт вәкәләттәре хәҙер республика кимәленә тапшырылған - беренсе сиратта мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын финанслау тураһында хәтергә төшөрөп китеү кәрәк. Уның ҡарауы
       халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә аҡса ҡала кимәленә киләсәк . Был, дөйөм алғанда, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшен финанслау, аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн субсидиялар һәм башҡаларҙа бөтөнләй сағылырға тейеш түгел. Технологик яңылыҡтарға килгәндә - ҡала бюджетынан финанслау хәҙер казначей системаһы буйынса башҡарыласаҡ. Хәтергә төшөрөп үтәм, уның нигеҙенә бюджет ойошмаларын финанслау
       коммерция банкылары аша түгел, ә Федераль казначейлыҡтың
       ҡала бүлексәһе аша финанслау принцибы һалынған. Был, белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, бюджет аҡсаһын маҡсатлы
       тооноуға һәм бюджет үтәлешен контролдә тоторға мөмкинселек бирә.
       Бюджет һәм һалым закондарындағы үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә к иләһе йылда ҡала нәмәнән мәхрүм ҡала Бюджет килемдәренән ай ырым федераль һәм төбәк һалым һәм йыйым өлөштәре "сығарыла". Рәсми кешеләр белдереүенсә, "хәҙер килемдәр туранан - тура административ органдар эшенән тора". Ҡала үҙенә үҙе хужа булырға йыйына.
       Өфөнөң 2006 йылға бюджет проекты бер тауыштан проект булыуҙан туҡтаны.
       - Һеҙҙең менән эшләүе еңел, - ҡала округы Советы депутатт ары менән тәүге тапҡыр аралашыу тәжрибәһен Павел Качкаев ошондай һүҙҙәр менән баһаланы. - Әммә хәҙер бар һорауҙар ҙа теге йәки был чиновник теләге буйынса хәл ителә тип әйтмәйе м, - тип тә өҫтәне ул.
       - Бөгөн ысын мәғәнәһендә тарихи ултырыш булды! - тип хис - тойғоларын тыя алманы Ирек Ниғмәтуллин сессияны тамамлар алдынан. - Беренсенән, бер нисә көндән беҙ яңы яңы юридиик статуста йәшәй башлаясаҡбыҙ. Икенсенән, беҙ эштең яңы, ижади
       өлөшөнә аяҡ баҫабыҙ.
       Ҡала округы башлығы был һүҙҙәре менән нәмә әйтергә теләгәнен тиҙҙән беләсәкбеҙ. Ә бюджет үҙенең ысын йөҙөн алдағы йәкшәмбе көнө үк күрһәтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал