6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Хәҙер граждандар үҙ участка милиционерҙарын йөҙгә таный
29.12.05


       Һәр участка милиционерына үҙенә ышанып тапшырылған территорияла йәшәүсе ғаиләләр менән танышып сығыу өсөн ике а й ваҡыт бирелде. "Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка
       милиционеры" акцияһы республиканың һәр ауыл - ҡалаларында
       үтте. Һәм бына ошо көндәрҙә БР Эске эштәр министрлығында уға йомғаҡ яһалды.
       Һәр кем үҙенең участка милиционерын йөҙгә танып белергә
       тейеш - сараны ойоштороусылар ҡуйған төп бурыс ошо. Хәүеф килеп тыуған осраҡта кеше кемгә мөрәжәғәт итә алыуын белергә
       тейеш. Милиция үҙ сиратында граждандарҙың ярҙамына өмөт итә ала. Беҙҙең анискиндарға - республикала уларҙың һаны мең ярым - һәр фатирға, һәр йортҡа инеп, уларҙың хужалары менән
       танышыу, үҙ координаталарын ҡалдырыу, хәүеф килеп тыуған осраҡта үҙеңде нисек тоторға өйрәтеү һәм бындай хәлдәр булмаһын өсөн нәмә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләү бурысы йөкмәтелде.
       Сара һөҙөмтәләре был эштең бушҡа булмауына дәлил. Әгәр акцияға тиклем һорау алыуҙар граждандарҙың ни бары 40 процентының үҙ участка милиционерын йөҙгә танып белеүен
       күрһәтһә, саранан һуңғы тикшереүҙәр икенсерәк һөҙөмтә бирә.
       Бөгөн республикала йәшәүселәрҙең 70 процент тирәһе үҙ анискины менән таныш, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Эске
       эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Һорауға яуап биреүселәрҙең 29 проценты участка милиционерының ыңғай һыҙаттары араһынан мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү һәләтен, 25 проценты - һәр ваҡытта ярҙамға әҙер тороуын, 19 проценты - кешеләргә яҡшы һәм һиҙгер мөнәсәбәттә һәм законһыҙлыҡҡа ҡәтғи ҡаршы булыуын билдәләне. Респонденттарҙың 43 проценты үҙ участка милиционерҙарына тәртип һаҡлауҙа ярҙам итергә ризалығын белдерҙе.
       Был акцияны үткәреү участка милицияһы хеҙмәттәренең матди
       - техник базаһын яҡшыртыу өсөн сәбәп тә булып торҙо. Рәсәй һәм Башҡоротстандың Эске эштәр министрлығы уларға 150 "уазик" бүләк итте. Республиканың ҡала һәм район хакимиәттәр е кимәлендә участка милиционерҙары шулай уҡ эш өсөн кәрәкле
       булған автомобилдәр, компьютерҙар, радиостанциялар, кеҫә телефондары менән тәьмин ителде.
       Йыл һайын үткәрелгән иң яҡшы участка милиционеры конкурсында еңеүселәрҙе яҡшы матди бүләкләү көтә. Беренсе урынды яулаусыға йола буйынса фатир, икенсе урын эйәһенә - машина бүләк ителә. Быйыл өс бүлмәле фатир баш ҡалабыҙҙың Ок тябрь районы эске эштәр идаралығы хеҙмәткәре Фәрғәт Ғәлиуллинға, ә өр - яңы "десятка" машинаһы Өфөнөң Совет
       районы эске эштәр идаралығында эшләүсе Фирдус Фәисхановҡа э ләкте.
       Был акция башҡа төбәктәрҙә лә файҙаланыла башланы, тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уның һөҙөмтәләре тәртип һаҡсылары һәм халыҡ араһында ныҡлы б әйләнеш булдырырға мөмкинлеген күрһәтте, шуға күрә "Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милиционеры" акцияһы 2006 йылда ла үткәреләсәк тип хәл ителде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал