6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Яҡташыбыҙ - декабрист Александр Фок
28.12.05


       1825 йылдың 26 декабрендә Петербургтың Сенат майҙанында
       батшаға ҡаршы күтәрелгән полктар теҙелә. Улар Николай беренсе алдында ант итеүҙән баш тарта.
       Күтәрелешкә офицерҙар етәкселек итә. Батша хөкүмәтен ҡолатҡандан һуң улар крәҫтиәндәрҙе крепостнойлыҡ хоҡуғынан
       ҡотҡарырға, уларҙы ер менән тәьмин итергә, армияла хеҙмәт итеү ваҡытын ҡыҫҡартырға, сәнәғәт, сауҙа, мәғариф үҫешенә юл
       асырға ниәтләй.
       "1825 йылда Рәсәй тәүге тапҡыр батшаға ҡаршы революция хәрәкәтенә шаһит була, - тип яҙа һуңыраҡ Ленин, - һәм был хәрәкәттә башлыса дворяндар ҡатнаша".
       Әммә халыҡ ҡатнашмаған, халыҡ тарафынан хупланмаған күтәрелеш баҫтырыла. Ә уның етәкселәре батша хөкүмәте тарафынан язалап үлтерелә. Декабрь айындағы баш күтәреүҙә
       ҡатнашыусыларҙың күпселеге каторгаға, Себергә оҙатыла.
       Декабрист Александр Александрович Фок сығышы менән Өфө г убернаһынан була. Поручик Фок 1925 йылда Украинанан Петербургтағы Измайлов полкына күсерелә, унда Төньяҡ йәшерен йәмғиәтенә инә. Был йәмғиәт ағзаһы булараҡ, Фок "юғары енәйәт суды" тарафынан (әйткәндәй, был бер ҙә суд түгел, ә ғәйеплеләрҙе бөтөнләй күрмәйенсә һәм белмәйенсә, батша ҡушыуы буйынса "хөкөм" сығарыусы йәшерен комиссия) һалдатлыҡҡа төшөрөлә һәм башта Усть - Каменогорск, һуңынан Кавказға оҙатыла.
       Кавказдағы һуғыштарҙа ул ҡыйыулыҡ күрһәтеп, офицер исемен
       кире ҡайтарыуға ирешә. Артабан уны Өфөгә ҡайтаралар. Бында Фок Ырымбур батальонында хеҙмәт итә. 1835 йылда отставкаға сыға һәм Өфө өйәҙенең Андреевка ҡасабаһында йәшәй башлай. 18 54 йылда Ырымбурға барғанда ул холера ауырыуына дусар була һәм вафат булып ҡала.
       Александр Александрович Фоктың декабристар хәрәкәтендәге
       роле ҙур тип билдәләнмәй. Әммә күп йылдар уҙғандан һуң да үҙ дошмандары тураһында барыһын да белеүсе Николай беренсе у ны хәүефле кеше тип һанауын дауам итә. 1839 йылда урындағы в ластарҙың уны полиция сикләүҙәренән азат итеү тураһындағы һорауына хәрби министр: " Император ғәли йәнәптәре подпоручик Фокты полиция күҙәтеүенән азат итеүгә рөхсәтен бирмәне", - тип яуаплай.
       Вафатына тиклем декабрист Фок "йәшерен күҙәтеү" аҫтында ҡала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал