6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Амантайҙың сағыу тормошо
26.12.05


       Башҡорт филология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, талантлы ғалим, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Амантайҙың ғүмере ҡыҫҡа, әммә бик сағыу була ( ул 1907 йылдың 23 декабрендә донъяға килә). 1938 йылда, 30 йәшендә,
       ул "халыҡ дошманы" булыуҙа ғәйепләнеп үлем язаһына тарттырыла. Әммә был ваҡыт эсендә лә ул күп нәмә башҡарып өлгөрә: туғыҙ шиғыр китабы, монография баҫып сығара, фольклор буйынса биш йыйынтыҡ, башҡорт әҙәбиәте һәм теле буйынса бер нисә дәреслек төҙөй, күп һанда ғилми мәҡәләләр яҙа.
       Ғабдулла Амантай ғүмере буйына белем ала. Башта Ырымбурҙа
       билдәле "Хөсәиниә" мәҙрәсәһен тамамлай, артабан Ырымбур педучилищеһы (Башҡорт халыҡ мәғарифы институты), Ленинград ф илософия һәм лингвистика институты, аспирантурала уҡый.
       Амантайҙың тәүге "Беҙ" тип исемләнгән шиғыры 1921 йылда "Башҡортостан" гәзитендә донъя күрә. Үҙенең шиғырҙарында йәш шағир яңы тормош төҙөүҙә совет йәштәренең әүҙем ролен данлай. 1928 йылда сыҡҡан "Көрәш йырҙары" шиғырҙар йыйынтығы буйынса ла уның шиғри йүнәлешен билдәләргә мөмкин. Яҙыусының эпик поэмалары ла уның шиғри диапазоны
       киңлегенә дәлил.
       Әҙәбиәттә Амантай балалар яҙыусыһы булараҡ билдәле. "Бәләкәй дуҫтарыма", "Тырыш Вәли", "Йылғала", "Ала ҡарға тураһында әкиәт", "Сынаяҡ", "Йорт хайуандары" китаптары менән ул китап уҡырға яратыусы бәләкәстәр араһында танылыу яулай.
       Әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә Ғабдулла Амантайҙың хеҙмәте ҙур
       әһәмиәткә эйә. Ул Дауыт Юлтый, Афзал Таһировтың ижады буйынса ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр үткәрә.
       Яҙыусы фольклор проблемалары менән шөғөлләнә, башҡорт ауыҙ - тел ижадын йыйыу һәм баҫтырыу принциптары өҫтөндә эшләй. Уның Фольклор һәм әҙәби тел", "Фольклор һәм
       художестволы әҙәбиәт", "Башҡорт фольклоры жанрҙары", "Башҡорт мәҡәлдәре тураһында" мәҡәләләре башҡорт фольклористикаһында үҙенең ролен уйнаны.
       1937 йылда Ғабдулла Амантай репрессияға эләгә. Һәләк бул ыу ваҡыты билдәһеҙ.
       Шағир һәм ғалим иҫтәлегенә Өфөнөң Ленин урамындағы 2 - се
       һанлы йорт стенаһында аҡ мәрмәргә алтын менән түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: "1933 - 1937 йылдарҙа был йортта күренекле башҡорт шағиры, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла
       Амантай ( 1907 - 1938) йәшәй".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал