6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыу быйылға тамам
26.12.05


       2005 йылғы көҙгө саҡырылыш аҙағына яҡынлаша. 24 декабрҙә Өфө тимер юлынан йәш һалдаттар тейәлгән һуңғы эшелон оҙатылды. Башҡортостандың 600 - ҙән ашыу егеттәре хәрби хеҙмәт урынына юлға сыҡты. Уларҙың күпселеге алдағы ике йылын Мәскәү эргәһендә - сик һәм эске ғәскәрҙәрҙә үткәрәсәк.
       Республика йыйылыу пунктында күптән килгән йола буйынса
       йәш быуындың Рәсәйҙең Ҡораллы ғәскәрҙәре рәтенә оҙатылыуына арналған митинг ойошторолдо. Егеттәр алдында
       военкомат хеҙмәткәрҙәре, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Афғанстандағы һуғышта ҡатнашыусылар, дини конфессия вәкилдәре, ата - әсәләр сығыш яһаны:
       - Туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ һеҙҙең менән ғорурланырлыҡ
       хеҙмәт итегеҙ...
       - Хаттар яҙығыҙ, тыуған йортоғоҙ хаҡында онотмағыҙ...
       - Яңы дуҫтар табығыҙ, файҙалы тәжрибә туплағыҙ...
       БР хәрби комиссары урынбаҫары Илдус Гәрәев егеттәрҙе тәүг е хәрби исем бирелеүе менән ҡотланы:
       - Ике йылдан имен - аман ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ.
       Журналистар менән һөйләшеү ваҡытында ул 27 декабргә тиклем Өфөнән тағы бер нисә ҙур булмаған команда хеҙмәт
       урынына оҙатыласаҡ һәм шуның менән 2005 йылғы көҙгө саҡырылыш тамамлана, тип белдерҙе.
       - Егеттәрҙең кәйефе яҡшы, һәм был ҡыуандыра, - ти Гәрәев.
       - Саҡырылыш буйынса ҡуйылған нарядты республика үтәне. Быйыл к өҙ ете меңгә яҡын егетебеҙ армия сафына аяҡ баҫты.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал