6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Толерантлы дәүләт талап ителә!
26.12.05


       - Беҙгә ҡалһа, конференция уңышлы үтте! - тип белдерҙе "Башинформ" агентлығында йыйылған журналистарға профессор, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты деканы Марат Ҡолшәрипов. - Истанбул ҡунағы, профессор Гульчин
       Чандарлыоглу форумдың ысын биҙәге булды.
       Әхмәт - Зәки Вәлидиҙең шәкерте, уның ҡатынының һеңлеһе булараҡ, ул ғалимды һәм сәйәсәт эшмәкәрен һәм уның ғаиләһен яҡшы белә. Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән "Әхмәт - Зәки Вәлиди Туғандың ғилми мираҫы һәм Рәсәйҙә федерализмдың бөгөнгө проблемалары" төбәк - ара ғилми - ғәмәли конференцияһы Рәсәй
       генә түгел, сит илдәрҙән дә ғалимдарҙы йыйҙы.
       - Шулай булырға тейеш тә, Әхмәт - Зәки Вәлидиҙең мираҫына ҡыҙыҡһыныу арта, - тип билдәләй философия фәндәре кандидаты Әмир Юлдашбаев.
       Ғалим Юлдашбаев Зәки Вәлиди хеҙмәттәрен дауыллы 90 - сы йылдарға тиклем үк тәржемә итә башлай. Вәлиди Туған билдәләгән дәүләт ҡарарҙары бөгөн беренсе сиратта федерализм проблемалары өсөн көнүҙәк тип ышаныусылар артҡандан арта бара.
       Конференция резолюцияһында Зәки Вәлиди хеҙмәтенең
       дәүләт әһәмиәтен киңерәк таныуға саҡырыу һиҙелә. Һис һүҙһеҙ , уның хеҙмәттәрен тәржемә итеү эше дауам итәсәк, сөнки улар
       сәйәси проблемаларҙан тыш социология, философия, тарих һәм иҡтисад һорауҙарын да үҙ эсенә ала.
       Бынан тыш конференцияла ҡатнашыусылар Өфө хакимиәтенә
       республика баш ҡалаһының урамдарының береһенә Вәлиди исемен биреү тәҡдиме менән дә сығыш яһаны. Һуңынан унда башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусыға һәйкәл ҡуйырға кәрәк б уласаҡ. Юҡһа, сит илдәге хеҙмәттәштер алдында уңайһыҙ ҙа
       булып китә. Дөрөҫ, Зәки Вәлидиҙың дөйөм төрки хәрәкәте идеологы булараҡ сығыш яһауы таныла, әлбиттә. Юҡҡа ғына Ташкент ҡалаһының үҙәк урамдарының береһе уның исемен йөрөтмәй бит. Үзбәк иптәштәр, Марат Ҡолшәрипов һүҙҙәренсә, ғәжәпләнеүҙән туҡтамай: "Һеҙҙә уның исемен йөрөтөүсе урам юҡмы Ул бит һеҙҙең лидерығыҙ!""
       Масс - медиа ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Киң мәғлүмәт сараларына "федерализм проблемаларына айырыуса баҫым яһап, З әки Вәлиди һәм башҡа башҡорт милли лидерҙары исеменә бәйле һорауҙарҙы киңерәк яҡтыртырға тәҡдим ителә". Вәлидов уҡыуҙарында ҡатнашыусылар был тема Рәсәй дәүләт ҡоролошоноң бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында бәхәстәрҙең дауам итеүенә бәйле айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, тип белдерә.
       Вәлидов уҡыуҙары һәм Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеүенең 450 йыллығын билдәләү бер - береһенә үрелеп бара.
       - Халыҡ билдәле шарттарҙа Рәсәй составына инергә риза б ула, - тип тарихи параллелдәр үткәрҙе Әмир Юлдашбаев. - Тари хи үҫештең артабанғы осорҙарында ла башҡорттар Рәсәйҙән килешеү мөнәсәбәттәрен үтәүҙе талап итә. Зәки Вәлиди
       заманында башҡорт автономияһы ла шул уҡ үҙаллы идаралыҡ һәм вәкәләттәрҙе бүлеү шарттарында эшләй. Дөрөҫ, был тик бер
       йыл ғына дауам итә, унан һуң, 1920 йылда уға эмиграцияға юлланырға тура килә.
       Хәйер, Әхмәт - Зәки Вәлиди хеҙмәтенең ғилми һәм сәйәси әһәмиәте уның федерализм нигеҙҙәрен билдәләүе менән генә сикләнмәй. Ғалимдың Иранда ғәрәп дипломаты һәм сәйәхәтсе Әхмәт Ибн - Фаҙландың билдәле ҡулъяҙмаларын тапҡаны, тикшергәне һәм баһалағаны өсөн генә лә Вәлидигә "һәйкәл ҡуйырға" мөмкин.
       Конференцияла ҡатнашыусылар Зәки Вәлидиҙең иҫтәлеген саф килеш һаҡлау һәм биография юлын таныуҙың объективлығы
       йәһәтенән дә хәүефтәре менән уртаҡлашты.
       - Ғалимға һөжүмдәр дауам итә һәм йәмғиәттә Вәлиди Туған тураһында дөрөҫлөккә тап килмәгән уй - фекерҙәр барлыҡҡа килеүе мөмкин, - ти Марат Ҡолшәрипов һәм Әмир Юлдашбаев. - Ҙ ур тарихи шәхестәр тирәләй дөрөҫө лә, ялғаны ла йыйылыуы
       аңлашыла, әммә документ һәм факттарҙы алдап күрһәтеү - әшәкелеккә тиң.
       Вәлидов уҡыуҙарында ҡатнашыусылар федерализмдың нигеҙ ташын һалыусының нәҡ ислам дәүләте төҙөү яҡлы булыуын иғлан итеү асыҡтан - асыҡ фальсификация, тип бара. 1918 - 20 - се йылдарҙағы ваҡиғалар хаҡында һуңынан Зәки Вәлиди үҙе яҙыуынса, "... беҙ хоҡуҡи нормалар нигеҙендә милли - территориаль автономия төҙөргә тырыштыҡ". Шуға күрә уның дәүләт төҙөлөшө өлкәһендәге тәжрибәһе һәм тикшереүҙәре "Нескә милли сәйәсәте булған ҡеүәтле Рәсәй" талап итеүсе
       бөгөнгө рәсәйлеләргә кәрәге ҙур.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал