6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Күңелле байрамдың хәүефле мәлдәре
23.12.05


       Бенгал уттары һәм башҡа төрлө шартлатҡыстар Яңы йылдың мотлаҡ бер өлөшөнә әйләнде. Бына бөгөн дә магазин кәштәләре "утлы" уйынсыҡтарҙан һығылып тора. Әммә бәләкәй генә "бомбаның" да ҙур бәләгә килтереү ихтималлығын оноторға ярамай! Байрамығыҙҙы боҙмаҫ өсөн ҡотҡарыусыларҙың кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ, улар менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Төп идаралығының матбуғат х еҙмәткәре Вадим Ғәйнанов таныштыра.
       Беренсе сиратта пиротехник тауарҙарҙы стационар сауҙа селтәренең уларҙы һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарынан ғына һатып алырға кәрәк. Урам киоскыларында б еҙ күргән шартлатҡыстар һатыуға ғәҙәттә контрабанда юлы менән килеп эләгә. Был түбән сифатлы, шуға күрә хәүефле тауа р: продукция көтмәгәндә янып китергә йәки шартларға мөмкин. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы һатып алыу яҡшыраҡ. Сит илдән килтерелгән пиротехник тауарҙарға урыҫ телендә инструкция бирелергә тейеш. Унда изделиены ҡулланыу алымдары, һаҡлау шарттары, әҙерләнгән ваҡыты һәм ҡулланырға мөмкин булған ваҡыты, етештереүсенең реквизиттары һәм сертификация тураһында мәғлүмәт мотлаҡ күрһәтелеүе шарт. Һәм хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, ышаныслы магазиндарҙа 16 йәше тулмаған балаларға пиротехник тауарҙар һатмаясаҡтар - был закон тарафынан тыйыла.
       Фатир эсендә петардалар шартлатыу йәки фейерверктар ойоштороу үтә ҡурҡыныс - был осраҡта кәм тигәндә лә янғын сығыу һәм милеккә зыян килеү ҡурҡынысы янай. Фейерверктар өсөн 100 квадрат метрҙан да кәм булмаған тигеҙ майҙандан да яҡшыһы юҡ. Яҡын - тирәлә ағастар, йорттар, аҫылынып торған сымдар булмаһын. Пиротехник продукцияны ҡулланыр алдынан мотлаҡ инструкция менән танышып сығығыҙ. Балалар үҙҙәре генә
       генә булғанда бенгал уттары ҡабыҙыу һәм петардалар шартлатыу тыйыла. Күмәк саралар үткәрелгән урындар янғын һүндереү өсөн кәрәк - яраҡ менән тәьмин ителергә тейеш. Янғы н осрағы була ҡалһа "01" телефоны буйынса шылтыратығыҙ.
       Йыл һайын ҡотҡарыусылар киң матбуғат саралары аша ошо кәңәштәрен бирә. Әммә ғәмәлдә декабрь - ғинуар айҙары айырыуса янғын ҡурҡынысы янаған айҙар булып иҫәпләнеүҙән туҡтамай. Мәҫәлән, 2004 йылдың 20 декабренән быйылғы йылдың 20 ғинуарына тиклем республика территорияһында 357 янғын сыҡҡан, унда 45 кеше һәләк булған, уларҙың өсәүһе - балалар. Миҫал өсөн, 2005 - се Яңы йылды байрам итеүҙең беренсе сәғәттәрендә Бәләбәйҙә ут менән һаҡһыҙ эш итеү
       сәбәпле йорт янып ктә. Өс кеше һәләк була. Ошо уҡ ваҡытта Архангел районында ауыл клубына ут тоҡана. Уның сәбәбе - мейескә яғыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Бәхетле осраҡ буйынса ғына был янғын ҡорбандарһыҙ сикләнә. Ошо уҡ байрам көнө Өфөлә пиротехник продукция шартлатыу ваҡытында заряд торлаҡ йорттоң балконына килеп төшә. Һәм бары тик үҙ ваҡытында ҡотҡарыусыларға шылтыратыу ғына ҙур бәләнән һаҡлап ҡала.
       Яңы йыл - барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Әммә барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлағанда ғына ул күңелле иҫтәлектә р ҡалдырасаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал