6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Өфөлөләр Санкт - Петербургтан еңелеп ҡайтты
23.12.05


       "Салауат Юлаев" сираттағы еңелеү кисерҙе. Санкт - Петербу рг ҡалаһында урындағы армеецтар өфөлөләрҙе 4 : 3 иҫәбе менән артта ҡалдырҙы.
       Был миҙгелдә "Салауат Юлаев" командаһынан бер юлы бер нисә хоккейсы - Владимир Логинов, Алексей Плотников, Владислав Корнеев һәм Сергей Якимович китте. Уларҙы Өфө клубының иң алдынғы уйынсылары ине тип әйтеүе ҡыйын. Был егеттәр тотороҡло уйын күрһәтә алманы һәм йыш ҡына составҡа инмәйенсә ҡалды. Уларҙың һәр береһе уйынын яҡшырта ла ала
       ине, әлбиттә, әммә команданың тренерҙар штабы был көндөң ҡасан етерен көтмәүҙе хуп күргәндер, моғайын.
       "Салауат Юлаевты" көсәйтеүгә өс тәжрибәле батыр саҡырылды . Уларҙың иң кесеһе - Руслан Берниковҡа быйыл декабрь айында
       28 йәш тулды.
       Компанияның уртансыһы - Чехиянан килгән 29 йәшлек легионе р Мартин Чех. Йондоҙло һаҡсыларҙан һаналмаһа ла, егет үҙенең эшен яҡшы белә - ул юҡҡа ғына даими рәүештә пан Сикораның
       көслө "Металлург" командаһы составына инмәне бит. Был миҙгелдә Чехтың "Себерҙә" эше бешмәне, әммә был хәл Мартинды сәмләндерә генә. Уға аҡса эшләргә кәрәк, ә юғары эш
       хаҡы алып та һөҙөмтә күрһәтмәүсе легионерҙарҙың Рәсәй суперлигаһында бер кемгә лә кәрәге юҡ. Бөгөн "Салауат Юлаевтың" көйәрмәндәренә Чехты үҙ мөмкинселектәрен күрһәтеү теләге ҡыйыулыҡтарға этәрер, моғайын, тип өмөтләнергә генә ҡала.
       Тағы бер легионер - Давид Балаж - барыһы өсөн дә йомаҡ булып ҡала. Ул да Чехиянан килгән. Бөгөнгө миҙгелдә уның Литвиново ҡалаһындыға туған клубы артыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешмәй һәм турнир таблицаһының аҫтында урын биләй. 31
       йәшлек Балаждың суперлигала сығыш яһау тәжрибәһе юҡ.
       "Салауат Юлаев" составына йәш уйынсы, 19 йәшлек Сергей
       Огородников та өҫтәлде. Перспективалы уйынсы был миҙгелдә ЦСКА өсөн йыш уйнаманы, шуға күрә уны артыҡ һорауһыҙ ваҡытлыса Өфө коллективына бирҙеләр. Башҡорт клубы етәкселеге тағы шул уҡ тырмаға баҫа - "Салауат Юлаев" тағы л а "ағай өсөн" талант үҫтерәсәк. "Юлаевсыларҙың" баш тренеры Сергей Михалевтың Сергей Огогродниковты тағы бер йәш талантлы уйынсы Дмитрий Зюзин урынына ҡуйырға уйлауына иманым камил. Михалевтың фекере буйынса, Огородников Зюзиндан көслөрәк.
       "Салауат Юлаев" - "Молот - Прикамье" (Пермь) араһында күптән түгел үткән матчта, 2 : 3, барлыҡ яңы уйынсыларҙан бе ҙ бары Өфө чехтарын ғына күрә алдыҡ ( Берников ул ваҡытта Өфөгә килеп етмәгән ине, ә Огородников икенсе йылда ғына
       киләсәк, сөнки ул йәштәрҙең донъя чемпионатында Рәсәй намыҫын яҡлап сығыш яһай). Ике пан да оҡшаны, айырыуса, Балажды билдәләргә мөмкин, ул артыҡ тиҙлек күрһәтмәһә лә
       хоккей алымдарын яҡшы белеүе аңлашылды.
       Бөгөн "Салауат Юлаев" составында легионер тип атарға мөмки н булған ете кеше иҫәпләнә. Андрей Мезин, Мелешко, Ярослав Чуприс һәм Алексей Крутиков - Белоруссия йыйылма командаһы у йынсылары, Максим Беляев - Ҡаҙағстан вәкиле, Мартин Чех һәм Давид Балаж - бәләкәй, әммә ғорур спорт - һыра дәүләтенән килде. Ситтәр күп булыуына ҡарамаҫтан, "Салауат Юлаевтың" составты комплектлау йәһәтенән проблемалары юҡ - клуб өс легионер лимитын үтәне. Мезин күптән инде Рәсәй гражданины. Беляев үткән аҙнанан башлап, Чуприч һәм Крутиков бер нисә кө н элек Рәсәй гражданлығына эйә булды. Тимәк, беҙҙә ни бары ө с легионер бар тигән һүҙ, уларҙың береһе - Мелешко - шулай у ҡ
       яҡын арала рәсәйлегә әүерелергә ниәтләй.
       Хәҙер Санкт - Петербургта үткән матчҡа кире әйләнеп ҡайтай ыҡ. Унда беҙҙең егеттәр үҙҙәрен яҡшы ғына күрһәтте, әммә оборонала ебәргән хаталар бәкәлгә һуҡты. Беҙҙең сығанаҡ фекере буйынса, яңы уйынсылар Өфө коллективын көсәйтеү түгел, киреһенсә, көсһөҙләндерҙе. Бынан тыш Рәсәй йыйылма
       командаһы һәм СКА голкиперы Максим Соколов шәп уйын күрһәтте. "Салауат Юлаев" уйын барышында баҫтырыусы ролендә булды, айырманы ике тапҡыр минимумға тиклем ҡыҫҡартыуға иреште, әммә бер мәрәй ҙә йыя алманы.
       "БАШвестЪ" гәзитенә СКА хоккей клубының (Санкт - Петербур г) мәғлүмәт буйынса менеджеры Владимир Кузьмин әйтеүенсә,
       башта өфөлөләр берҙәм уйнай. Шулай ҙа беренсе голды
       хужалар индерә. Шуныһы ҡыҙыҡ, гол "авторы" - "Салауат Юлаев " тәрбиәләнеүсеһе Александр Шинкарь. Матч буйына "Салауат Юлаев" тиҙлек буйынса ҡаршы яҡтан өҫтөнлөгө һиҙелә. Питер командаһы өсөнсө периодта 4 : 1 иҫәбе менән алға сыҡҡас, эште башҡарылған тип һанай, әммә юҡҡа ғына. Уйын аҙағында өфөлөләр алға ынтыла, һәм уңышҡа ла өлгәшә ала ине. Ҡунаҡтар
       айырманы минимумға тиклем ҡыҫҡартҡас, СКА уйынсылары үҙен ҡ улға алып, аҙағына тиклем ныҡ тороуға ирешә. Голкиперҙы алтынсы уйынсыға алмаштырыу ҙа өфөлөләргә ярҙам итмәй.
       Беҙҙең команда уйынсылары буйынса Владимир Кузьмин түбәндәге иҫкәрмәләр яһаны. Балаж дүртенсе звенола стандарт булмаҫҡа тырышһа ла, бик үк сағыу уйын күрһәтмәне. Берников артыҡ күҙгә салынып барманы. Мелешко ваҡытында күләгәнән
       сығып гол индерергә һәләтле уйынсыға оҡшаған. Нестеров өсөн
       уның тәжрибәһе һөйләй, әммә уйында артыҡ тырышлығы һиҙелмәне. Командаға Заварухин етмәй - унһыҙ Волков хәүефле уйынсы булыуҙан туҡтаны.
       Киләһе матчта өфөлөләр Череповец ҡалаһында урындағы "Северсталь" командаһына ҡаршы уйнаясаҡ. Был уйында еңеү
       Рәсәй чемпионатының беренсе этабы йомғаҡтары буйынса
       беҙҙең егеттәргә туғыҙынсы урынды тәьмин итәсәк. Бындай күрһәткес менән "юлаевсылар" икенсе этапта ун ете осрашыуҙың
       туғыҙын өйҙә үткәрәсәк. Башҡорт коллективын унынсы урынға Мәскәү "Спартагы" ғына күсерә ала. Әгәр "Юлаевсылар" унынсы урынға төшһә, 17 матчтың һигеҙен генә өйҙә уҙғарасаҡтар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал