6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Һаҡсы ниндәй булырға тейеш
21.12.05


       Иртә менән һеҙ балағыҙы балалар баҡсаһына алып бараһығыҙ, шунан һуң магазинға инеп сығаһығыҙ, кисен дуҫ - иштәргеҙ менән кафеға йыйынаһығыҙ - һәм һәр урында һеҙҙе беренсе булып һаҡсы ҡаршы ала. Ишек янындағы һаҡсы мода артынан ҡыуыу түгел, беҙҙең бөгөнгө тыныс булмаған тормош һөҙөмтәһе.
       Һорау, аңлашылыуынса, тәҡдим тыуҙыра, шуға күрә һуңғы бер
       нисә йылда махсус әҙерлекле һаҡсылар (әйтәйек, милиция хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән) менән бер рәттән шәхси һаҡ
       предприятиелары үҙ хеҙмәтләндереүен тәҡдим итә, реклама гәзиттәре ЧОПтарға таҙа егеттәр йыйыу тураһында иғландар менән тулы. Кандидаттарға ниндәй талаптар ҡуйыла Ярайһы уҡ
       таҙа кәүҙәгә эйә булыу һәм армияла хеҙмәт итеү - бына ошоно ң менән тамам, ахыры. Ниңәлер беҙҙең һаҡсылар әҙәпһеҙлеге, тупаҫлығы менән айырылып тора. Супермаркеттарҙа улар күләгәләй йөрөмәй, юҡ - улар һатып алыусыларҙың һәр береһен бурлыҡта ғәйепләгәндәй тишеп ҡарай. Концерттарҙа "вышибала" һыра эсеп ҡыҙған үҫмерҙәрҙе генә сәхнәгә яҡын ебәрмәй тип уйлау ҙа дөрөҫлөккә тап килмәй. Күҙ алдына бер картина баҫа,
       ете йәштәр тирәһендәге ҡыҙ бала "Иванушкаларҙың" береһенә сәскәләр гөлләмәһе алып китеп барғанда, үҙ бурыстарын үтәүсе
       һаҡсы тарафынан этеп төшөрөлдө. Ысын хәүеф алдында был һаҡсылар үҙҙәрен нисек тотор ине икән, билдәһеҙ.
       Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы һәм ғәмәли психология институты белгестәре һаҡсыларҙы "нормаль" кешене енәйәтсенән айырырға, ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа юғалып ҡалмаҫҡа һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәтеүҙе үҫ өҫтөнә
       алды. "Хәүефһеҙлек хеҙмәте һәм һаҡ агентлыҡтары хеҙмәткәрҙәренең псхологик компетенцияһын күтәреү" проекты республикала быйылғы йылдың апрель айынан башлап тормошҡа аш ырыла. Бер аҙналыҡ уҡытыу курсында конфликтология, наркология, психиатрия, террорсылыҡ һәм экстремислыҡ
       буйынса күнекмәләр үткәрелә. Һаҡсыларҙы хәүеф төркөмдәренә ҡараған вәкилдәрҙе - алкоголиктарҙы, наркомандарҙы, психик ауырыуҙарҙы һ. б. танырға һәм улар менән дөрөҫ аралашырға өйрәтәләр.
       - Тәрән психологик белем хәрби һәм физик әҙерлек кеүек үк
       мөһим, - тип һанай БР Эске эштәр министрлығының лицензион -
       рөхсәт эштәре хеҙмәте начальнигы Виктор Магдыч. - Ҡатмарлы осраҡтар булғылай, һәм һаҡсыларҙың ғәмәлдә бындай хәлдәргә
       әҙер булмауы асыҡлана. Хәүеф янағанда һаҡсының ҡул аҫтындағы хәүеф сигналы төймәһенә баҫырға ла онотҡан
       саҡтары билдәле, башҡа саралар күреү тураһында әйтеп торорғ а ла түгел.
       Һаҡсыларҙы уҡытыуға үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр, фән кандидаттары һәм докторҙары, тәжрибәле кешеләр йәлеп ителә. Курстарҙы үтеүсе Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Туймазы һәм Нефтекаманың 44 һаҡ агентлығы вәкилдәре уҡытыу к имәлен юғары баһалай.
       - Үҙем дә уҡыным, һаҡсыларымды ла уҡыттым. Йәмғиәттең бөгөнгө хәлен иҫәпкә алғанда, был программа бик мөһим тип иҫәпләйем, - ти "Вымпел" һаҡ агентлығы директоры Рөстәм Әбдрәшитов. - Бөгөн заказсыларҙың һаҡсыларға булған талаптары ҡаты. Шуға күрә корпоратив мәҙәниәткә һәм аралашыу культураһына өйрәтеү дәрестәре айырыуса мөһим.
       - Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡ агентлыҡтары етәкселәренең барыһы ла был проектты тейешенсә ҡабул итмәй, - тип таный Виктор Магдыч. - Кемдер аҡсаһын йәлләй, кемдер етәксенең белеме етә, тип һанай. Мин бының менән килешмәйем. Һаҡ структураларының директорҙарына һаҡсыларҙың тәртибе, ғәҙәттән тыш хәлдә үҙен нисек тотошо - барыһы ла үҙ намыҫынд а булыуын оноторға ярамай.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал