6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

"Ҡара генерал"
21.12.05


       Фашистар яҡташыбыҙ Даян Баян улы Мурзинды киң ҡара һаҡалы өсөн шулай тип атап йөрөткән. Ул Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша, отставкалағы полковник, РСФСР - ҙың атҡаҙанған юрисы. Чехословакияның Милли геройы, 16 ҡала уны үҙенең почетлы гражданины тип иғлан итте. 1999 йылдың 3 июнендә уға Өфөнөң почетлы гражданины исеме лә бирелде.
       Үҙенең тәүге алышына Мурзин 1941 йылдың 22 июнендә, Литва
       сигендә инә. Гитлеровсылар өс тәүлек буйына генерал - майор Фадеев етәкселегендәге 10 - сы атышсылар дивизияһы һаҡлаған майҙан аша үтергә маташа, тик уларҙың хатта танкылар һәм авиация файҙаланыуы ла бушҡа ғына була. Дивизия һалдаттары ныҡ тора. Мурзинға ла немец һалдаттары менән уҫмаҡлашырға
       тура килә. Немецтар дивизияны флангыларҙан урап уҙғас ҡына
       сигенеү тураһында приказ бирелә.
       Рига тимер юл вокзалы өсөн һуғышта Мурзин ауыр йәрәхәт ал а. Уны үтеп барған литва крәҫтиәне үҙенә алып ҡайта, һаулығы н бер аҙ нығытҡас, Мурзин бер иптәше ярҙамында немецтар ҡулында ҡалған ҡаланан ҡасыу әмәлен таба. Литва, Эстония, Белоруссияны үтеп, улар Ямполь партизандар отрядына ҡушыла.
       - 1941 йылдың декабрендә минең партизанлыҡ тарихым башланды, - тип хәтерләй Даян Баян улы. - Ямполь партизандар отрядында бер йыл булдым. Йәрәхәтләнгәс, дауаланырға оҙаттылар. Һуғыш йылдарында дүрт тапҡыр дошман тылында эшләргә тура килде.
       Мурзин взвод командиры була, партизандар отрядына етәкселек итә, ә 1944 - 1945 йылдарҙа оккупацияла ҡалған Чехословакия территорияһында Ян Жижка исемендәге ике мең кешенән торған партизандар бригадаһы башында алыша. 23 йәшлек Мурзин етәкселегендәге бригада бик әүҙем эш итә. Ул биш меңдән ашыу дошманды юҡ итә, 40 эшелонды яр аҫтына ебәрә, 10 күперҙе шартлата, 16 хәрби самолеты булған аэродромды баҫып ала.
       Был турала ишеткәс, Гитлер бригаданы юҡ итергә, ә банда башлығы "Ҡара генералды" тере йәки үле көйө ҡулға төшөрөргә
       приказ бирә.
       Бригада командирына асылған һунарҙа Гитлерҙың яҡын дуҫы
       башкиҫәр Отто Скорцези ҡатнаша. Мурзиндың башы өсөн фашистар ике миллион дойчмарка вәғәҙә итә. Әммә ул тыуған
       яғы Башҡортостанға иҫән - аман ҡайтып етә. Баҡалыла роно инспекторы булып эшләй. Адвокатлыҡҡа уҡый. Пенсияға сығыр алдынан, 1969 йылдан 1985 йылға тиклем, Башҡортостандың адвокаттар коллегияһы президиумына рәйесе вазифаһын башҡара.
       Мурзин СССР һәм Чехословакияның күп кенә орден һәм миҙалдары менән наградлана. 1995 йылда Баҡалылағы бер урамға уның исеме бирелә. Юлиан Семенов Өфө егете - Чехословакияның Милли геройы тураһында китап йәки сценарий я ҙырға хыяллана. Әммә яҙыусы, Советтар Союзы Геройы Генрих Го фман унан алдараҡ өлгөрә, уның "Ҡара генерал" исемле китабы баҫылып сыға һәм күп телдәргә тәржемә ителә. Даян Баян улы үҙе лә автобиографик китап әҙерләй, ул "Китап" нәшриәтендә донъя күрә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал