6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Боҙ уҙыштарында һалҡын сәйәсәт
21.12.05


       Боҙ өҫтөндә мотоуҙыштар үткәреү Өфөгә әйләнеп ҡайтты - күптәр өсөн был бик ҡыуаныслы ваҡиға. Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәйҙең унынсы кубогы үтте. Юғары баҫҡыстарҙың
       барыһы ла беҙҙең республика спортсыларына эләкте. Тик был
       беҙҙең "боҙ спортсылары" еңелеү белмәй, тигәнде аңлатмай, күп кенә мотоуҙышсылар был ярыштарҙа ҡатнашманы. Улар икенсе кубокта көс һынаша...
       Эш түбәндә: бөгөн Рәсәйҙең Мотоциклет федерацияһы (МФР) менән бер рәттән тағы бер ойошма - Милли Рәсәй мотоциклет федерацияһы (НРМФ) барлыҡҡа килде. Былай ҙа күп һанлы булмаған "боҙ спортсылары" хәҙер ике төркөмгә бүленде. Тәүге , "иҫке лагерҙа" ( ул хәҙер халыҡ - ара статтарға дәғүәселәр ҙе асыҡлаясаҡ) Ғабдрахман Ҡадиров исемен йөрөтөүсе клуб (Өфө) в әкилдәре һәм Башҡортостандағы башҡа ҡалаларҙың мотоуҙышсылары ҡалды. Шулай уҡ, һуңғы ярыштар күрһәтеүенсә, Юрий Поликарпов ( Иркутстк өлкәһе), Альмир Ғәлимов ( Вятские
       Поляны), Юрий Крыскин һәм Дмитрий Карпухин (Саранск) да был
       ойошманы ташлап китергә ашыҡмай.
       "Яңы лагерҙағы" (НМРФ) - Каменск - Уральск мотоуҙышсылары һәм Саранск ҡалаһының иң көслө вәкилдәре лә үҙ кубогын булдырҙы. Теге старттар ҙа, быныһы ла ярайһы уҡ мауыҡтырғыс булды, әммә боҙ мотоуҙышсыларының элитаһы ике өлөшкә бүленеүе кәйефте ҡыра. Ике кубокка ҡарағанда, Рәсәйҙең бер
       кубогы өсөн көрәште күҙәтеү ҡыҙыҡлыраҡ булыр ине, әлбиттә.
       Боҙ өҫтөндә мотоуҙышсылар ярышы йыш ҡына тулы стадиондар й ыйһа ла, Рәсәйҙә ул артыҡ популяр түгел ( донъя буйынса ла шул уҡ хәл). Был спорт төрөнөң Рәсәй һәм донъя старттарында
       еңеүгә дәғүә итеүсе вәкилдәре бөгөн Өфө, Каменск - Уральск
       һәм Саранск ҡалаларында тупланған. Көслө мотоуҙышсы, Михаил Богданов, Учалы өсөн сығыш яһай. Илдә иң оҫта "боҙ спортсылары" унлап ҡына йыйылалыр, моғайын. Һәм ошо бер
       тиҫтә кеше барлыҡ миҙал запасына эйә була ла инде.
       Өфөлә үткән ярышта алдынғы "ҡадировсы" Николай Красников ҡатнашманы. Сәбәбе - старт алдынан донъя чемпионының ҡан
       баҫымы күтәрелеүе. Өфө кубогының беренсе көнөнән һуң донъяның экс - чемпионы Дмитрий Буланкин алға сыҡты. Икенсе көндө Өфө мотоуҙышсыһы етди хата ебәрҙе. 39 - сы урауҙа ул эске һыҙыҡты киҫеп үтте һәм өс мәрәйҙән мәхрүм ҡалды. Һөҙөмтәлә Буланкин бары тик өсөнсө урында. "Көмөш" өфөлө Илья Дроздовта. МФР версияһы буйынса Учалы өсөн сығыш яһаусы Михаил Богданов Рәсәй кубогында еңеүсе булып танылды.
       Ул тәүге көндө йөҙ процент һөҙөмтәгә иреште, икенсе көнөндә
       ике мәрәй генә юғалтты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал