6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Үҙгәртеп ҡороу

Берҙәм сауҙа ойошмаһына инергә әҙербеҙме
02.07.03


       Яҡшымы был, әллә насармы, әммә быйыл Рәсәйҙе билдәле сауҙа о йошмаһына ҡабул итмәйәсәктәр. Женева ҡалаһында үткән сиратт ағы һөйләшеүҙәрҙең ҡарары тап шулай булды. Хәтерләүегеҙсә, т өрлө кимәлдәге сәйәсмәндәр һәм иҡтисад тармағы белгестәре йы л аҙағына илебеҙ был ойошмаға мотлаҡ инәсәк, тп күҙаллай ине . Хәйер, хәлдең бындай ҡырҡа боролош алыуы Рәсәй өсөн һәйбә терәктер ҙә. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең бындай мөһим ҡарарҙы ҡа бул итер алдынан, мәсьәләне бөтә яҡлап өйрәнергә, уның ыңғай
       һәм, иң мөһиме, кире яҡтарын, күҙ уңынан ысҡындырмай, тикше рергә бер йылға яҡын ваҡыт бар. Бынан тыш тауар етештереүсел әр ҙә яңы кимәле талап иткән шарттарҙа эшләргә ҡабаланмай. Кемдер аҡса етмәүгә һылтанһа, икенселәре иһә "былай ҙа насар
       йәшәмәйбеҙ" тип иҫәпләй. Әммә иң аптыратҡаны: предприятиелар һәм ойошмаларҙың беренс е етәкселәре донья баҙары тарафынан тауар етштереүселәргә ҡ уйылған талаптарҙы аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай. Күптә н түгел Өфө ҡалаһы хакимиәте Стандартлаштырыу, метрология һә м сертификация үҙәге менән берлектә үткәргән социаль һорау б ыға асыҡ дәлил булып тора. Берҙәм сауҙа ойошмаһы тураһында х әлде асыҡлар өсөн Өфө предприятиеларының 218 етәксеһенә ан кета ебәрелде. Төп һорауҙарҙың береһе былайыраҡ яңғырай " Р әсәйҙең Берҙәм сауҙа ойошмаһына инергә теләк белдереүенә бә йле һеҙҙең предприятиеға ҡуйылған халыҡ-ара ҡағиҙәләр менән
       танышһығыҙмы. Етәкселәрҙең 108-ҙе һорауҙарҙы бөтөнләй инҡа р итһә, 110-ы һорауҙарға тулы яуап бирергә тырышҡан. Етәксе ләрҙең 70-е халыҡ-ара ҡағиҙәләр менән таныш булыуын күрһәткә н. Респондентарҙың күпселеге Рәсәйҙең был ойошмаға инеүен дөрөҫ
       тип иҫәпләһә, уларҙың 24-е бындай яуаплы аҙым эшләргә беҙҙ ең илгә иртәрәк әле тип ҡарай. Әммә иң борсолдорғаны: анкетаның һуңғы һорауына булған яуап.
       Билдәле булыуынса, тауар етештереүселәрҙең продукцияны юға ры сифатлы итеп сығарыуын дәлилләп тороусы факт - предприят иела сифат менеждментының сертификацияланған системаһы булыу ы. Рәсәй Дәүләт стандарты төбәк вәкиллеге белгестәре бындай системаның кәрәклеге хаҡында арымай-талмай тылҡый. Был хаҡт а бик күп яҙыла һәм форсат тейгән һайын әйтелә килә. Кем-кем , ә бына предприятие етәкселәренә бындай нәмәне белмәү бөтөн ләй килешмәй. Әммә анкеталарҙан күренеүенсә, улар был хаҡта яҡшы белеү генә түгел, хатта ишетмәгәндәр ҙә, күрәһең. Сөнки
       110 респонденттың 40-нан ашыуы "бындай система беҙҙең предр иятиела индерелгән" типт яуап биргән. Ә бит сифат системаһы индерелгән ойошмаларҙың һаны республикала 30-ҙан ашмай... Анкеталағы тағы бер һорау - "Хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе 2000 йыл вер сияһы буйынса халыҡ-ара талаптар менән таныштырыу кәрәк тип табаһығыҙмы" Етәкселәрҙең 24-е бындай уҡыуҙар урынһыҙ, тип яуап биргән. Күрәһең, "алдынғы" етәкселәр белмәгәндең беләге тыныс принцибынан сығып эш итрегә уйлай...

Эльвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал