6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Әхмәт - Зәки Вәлиди Туғандың тәжрибәһе бөгөн дә кәрәк
21.12.05


       Вәлидов уҡыуҙарының ағартыу йүнәлеше конференцияла ҡатнашыусылар составында уҡ күренә. Элекке СССР илдәренән
       килгән ҡунаҡтар, сит ил ғалимдары Өфөлә йыйыла. Һәм һәр саҡ
       бындай осрашыу Вәлиди Туғандың сәйәси, ғилми һәм мәҙәни
       мираҫы күп яҡлы һәм бөтмәҫ - төкәнмәҫ булыуын күрһәтә.
       Әхмәт - Зәки Вәлидиҙең 115 йыллыҡ юбилейына бирелгән юғары статус республика Хөкүмәтеның байрам саралары
       исемлеген билдәләүсе махсус ҡарары менән дә нығытыла. Уларҙың араһында "Әхмәт - Зәки Вәлиди Туғандың фәнни мираҫы һәм Рәсәйҙә федерализмдың бөгөнгө проблемалары" төбәк - ара ғилми - ғәмәли конференцияһы формаһындағы бишенсе Вәлидов уҡыуҙары айырым урын биләй. Уны ойоштороусы булып Ба шҡортостан хөкүмәте, Башҡорт дәүләт университеты һәм БР Фәндәр академияһы сығыш яһаны.
       19 декабрҙә университеттың тарих факультетында сарала
       ҡатнашыусыларҙы теркәү үткәрелде. Кисә конференцияның
       пленар ултырышын Милли йәштәр театры ҡабул итте. Йәш
       ғалимдар һәм тәжрибәле тикшереүселәр, студенттар һәм фән
       докторҙары, йәмәғәтселек һәм дәүләт эшмәкәрҙәре йыйылды
       бында.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнашыусыларға республика Президенты Мортаза Рәхимовтың тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе, унда егерменсе быуат таңында Башҡортостандың федерализм принциптарын ысынбарлыҡта
       тормошҡа ашырыусы беренсе милли дәүләт булыуы һыҙыҡ
       өҫтөнә алына. Һәм Вәлиди ошо моделде башҡарыусыларҙың береһе булды, тине ул.
       - Яңы тарих дауамында башҡорттар Рәсәй империяһы, һуңынан
       Совет Рәсәйе менән килешеүҙәр нигеҙендә мөнәсәбәткә инә, -
       тип билдәләне Илдус Илешев. - Был йоланы замандаштарыбыҙ федератив мөнәсәбәттәрҙең бөгөнгө системаһында ла дауам итә.
       Ул ғына ла түгел - Зәки Вәлиди ваҡыттарынан алып беҙҙең халыҡ нәҡ ошо йолаһы менән айырылып тора. Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация Вәлиди Туғандың барлыҡ фәнни һәм ғәмәли эшмәкәрлегенең законлы һөҙөмтәһе тип әйтергә мөмкин.
       Конференцияла ҡатнашыусылар башҡорттарҙың өсөнсө съезында Башҡортостанды Рәсәйҙең автономиялы өлөшө тип иғлан иткән 1917 йыл халыҡ хәтеренән юйылмай тип таныны. Һәм беҙ, бөйөк илдә бөгөн йәшәүселәр, ысынлап та федератив
       дәүләт төҙөргә теләйбеҙ икән, Әхмәт - Зәки Вәлиди тәжрибәһе , һис шикһеҙ, бөгөн дә кәрәк.
       - Рәсәйҙә федерализмдың формалашыу процесы тамамланырға у йламай әле, - тип дәүләт төҙөлөшөнөң ағымдағы этабына эксперт баһаһын бирҙе БР Президенты Хакимиәтенең бүлек мөдире Әмир Юлдашбаев. - Һәм ул ҡатмарлы барғанлыҡтан, Вәлиди Туғандың мираҫына ҡыҙыҡһыныу арта ғына барасаҡ. Бәлки шунан һуң ғына әлеге ваҡытта барған процестарҙың асылына төшөнә алырбыҙ. Бөгөн беҙҙе Вәлиди Туған беренсе сиратта милли - мәҙәни автономияларҙың төрлө формаларының
       мөмкинселектәрен тикшереүсе булараҡ йәлеп итә.
       Ғалимдар тағы ла Вәлиди Туғандың геосәйәси фекер йөрөтөү тәрәнлеген хәтергә төшөрҙө. Ҡайһы бер "хоҡуҡи цитаталар" бөгөн дә актуаль яңғырай, мәҫәлән, республика парламенты вәлидов ваҡыттарынан алынған билдәләмә - Ҡоролтай исемен йөрөтә.
       Конференцияның ҡәҙерле ҡунаҡтары иҫәбендә Зәки Вәлиди Туғандың ҡатынының һеңлеһе булды. Бөгөн ул Истанбулдағы Мимара Синан исемендәге университет профессоры. Үҙенең иҫтәлектәре менән ул форумда ҡатнашыусыларҙы бөйөк
       Уҡытыусыға яҡынайтҡандай булды.
       Конференция сиктәрендә бөгөн дә өс секция эшләй: "Зәки Вәлиди һәм 1917 йылғы февраль революцияһынан һуң Рәсәйҙең ур ыҫ булмаған халыҡтарының милли хәрәкәттәре", "Зәки Вәлиди һә м Рәсәй федерализмы проблемалары" һәм "Зәки Вәлиди Туғандың фәнни мираҫы һәм бөгөнгө гуманитар фәндәр".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал