6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Кудрин аҡсалата ярҙам вәғәҙә итә
20.12.05


       Рәсәйҙең финанс министры Кудриндың Өфөгә килеүе файҙалы бу лды, тип әйтергә мөмкин. Башҡортостандың үҙ ирке менән
       Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығын байрам итергә
       әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе республиканың был байрамға әҙерлеген юғары баһалап ҡына ҡалманы, аҡсалата ярҙам да вәғәҙә итте.
       Ойоштороу комитетының тәүге (әммә һуңғыһы түгел) ултырышында ла һүҙ ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында барҙы.
       Саралар планы менән танышҡандан һәм төҙөлөш барған ҡайһы бер объекттарҙа булғандан һуң, Кудрин Башҡортостанда бындай ҙур күләмдә төҙөлөштөң күптән булғаны юҡ, тип таныны. Күргән
       һәм ишеткәндәре Кудриндың кәйефен күтәрҙе, ул хатта ҡайһы бер иҡтисади дәүмәлдәрҙе асыуҙан да баш тартманы - быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса тулайым эске продукт үҫеше 6,2 процент тәшкил итә. Тимәк, тиҙҙән Рәсәйҙең Ҡытайҙы ҡыуып етеренә лә өмөт бар.
       Бының өсөн беренсе сиратта төбәктәрҙе әүҙем үҫтерергә кәрәк. Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән инеүенең юбилейын билдәләү алға ынтылыш яһар өсөн яҡшы сәбәп булып тора. Сөнки байрамға әҙерлек концерт номерҙары һәм ҡоймалар буяу менән генә сикләнмәй, киләсәк быуындарға ла тороп ҡаласаҡ төҙөлөштәр планлаштырыла.
       Миҫал өсөн шул уҡ тимер юл вокзалын алайыҡ. Юҡҡа ғына Ленин бабай үҙе беренсе сиратта почта, телеграф һәм шул иҫәптән вокзалдарҙы ҡулға алырға кәрәклеген билдәләмәгәндер.
       Был проекттың актуаллеге пассажирҙар һәм йөк ташыуҙың үҫеше менән аңлатыла. Һәм бина һәм ҡоролмаларҙың заманса берҙәм комплексы республика һәм илдең башҡа төбәктәре араһындағы бәйләнеште сифат яғынан яҡшыртырға мөмкинселек би рәсәк. Аэропортты реконструкциялау ҙа шул уҡ маҡсаттарға ҡоролған. Ремонттан һуң аэропорттың етештереү күләме ике тапҡыр - йылына 1,5 миллиардҡа тиклем артасаҡ. Башҡа объекттар - Боҙ һарайы ( халыҡ - ара кимәлдәге ярыштар - килемле эш), "Аҡбуҙат" ипподромы, Халыҡтар дуҫлығы йорто,
       Дуҫлыҡ монументы, "Башҡортостан" киностудияһы, Өфөнөң рус а кадемия драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт
       академия драма театры, Ҡыуатов исемендәге республика клиник
       дауаханаһы, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһы тураһында әйткәндә лә башҡа шундай уҡ уй - фекерҙәр килә. Барыһынан тыш социаль - мәҙәни тәғәйенләнеш объекттары - Республика клиник дауаханаһының хирургия комплексы, туберкулез диспансерының дауахана комплексы, Республика психиатрия дауаханаһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто төҙөлөүүе планлаштырыла. Республикала "Потемкин ауылдары" түгел, ә реаль һәм, иң мөһиме, файҙалы объекттар төҙөү менән
       шөғөлләнеү факт. Әйткәндәй, уларҙың һаны 40 тирәһе буласаҡ. Бик ҙур күләм, әлбиттә, байрамға тиклем барыһын да өлгөртөп булыуына хатта Алексей Кудрин да шик белдерҙе. Республика етәкселеге уны өлгөртәсәкбеҙ, тип ышандырҙы. Башҡортостан
       төҙөлөш комплексы - ҙур һәм ҡеүәтле структура: дүрт меңдән
       ашыу подряд буйынса эшләүсе төҙөлөш - монтажлау һәм ремонт төҙөлөш ойошмаларында 120 меңдән ашыу кеше эшләй. Тимәк башҡа төбәктәрҙән коллегалар махсуслаштырылған эштәргә генә саҡырыласаҡ тигән һүҙ.
       Былар барыһы ла махсус планда теркәлгән. Ул биш бүлектән һәм 78 сара һәм проекттан тора, улар иҫәбендә "Мәҙәни сарала р бүлеге" ,"Төҙөлөш һәм реконструкция", "Бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтары иҫәбенә тормошҡа ашырылған саралар" ҡ аралған.
       Был эштәр менән шөғөлләнеү 2007 йылға - юбилейға - тиклем
       дауам итәсәк. Аҡса Башҡортостандан да, үҙәктән дә бүленәсәк , һуңғыһында Кудрин йөҙ процент ышаныс белдерҙе. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән план сараларын финанслауға йүнәлтелгән средство 43,7 миллиард күләмендә раҫланды. Уның бәләкәйерәк бер өлөшө быйыл бүленде, аҡсаның 55 проценттан ашыуы киләһе йылда, 42,8 проценты юбилей йылында бүленәсәк. Финанслау күләменең
       яртыһын тип әйтерлек - 21, 3 миллиард һум - бюджеттан тыш
       сығанаҡтар тәшкил итә.
       Киләһе йылдарға федераль бюджеттан 13,1 миллиард һум бүленәсәк, әммә киләһе йылда автомобиль юлдарын төҙөүгә финанс ҡаралмағанлығы тураһында һүҙ сыҡҡас, Кудрин был маҡсатҡа аҡса табырға вәғәҙә бирҙе. Лимиттан тыш булһа, бигерәк яҡшы, әлбиттә.
       БР Президенты Мортаза Рәхимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, дөйөм алғанда, байрамға әҙерлеккә 66 миллиард һумдан ашыу
       аҡса тотоноласаҡ.
       Ойоштороу комитетының тәүге ултырышы һуңғыһы булмаясаҡ. К иләһе йылдың 1 авгусына тиклем Рәсәй финанс министры Өфөгә тағы ла килергә, эшләнгәнде баһаларға һәм артабанғы пландарҙы билдәләргә ниәтләй.
       - Оҙаҡ булып китмәйме - тип ҡыҙыҡһынды журналистар Кудриндан.
       - Ярайһы, - тип яуапланы министр. - Ойоштороу комитеты тө п ҡарарҙарҙы ҡабул итте, республиканың әҙерлек кимәле юғары, ә
       пландарҙы тикшереү өсөн ярты йылдан һуң осрашырға ла мөмкин.

Ольга Горюнова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал