6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Изге китап яҙмышы
20.12.05


       Изге "Осман Ҡөрьәне" - ғәрәп яҙмаһының боронғо ҡомартҡыһы,
       мөһим тарихи сығанаҡ булараҡ сикһеҙ ҙур баһаға эйә. Был Ҡөрьәнгә 1400 йылдан ашыу. Риүәйәт буйынса, исламға нигеҙ һалыусы Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң, шәхси сәркәтибе Зәйд ибн Сабит уның әйткән уй - фекерҙәрен йыйып,
       китап итеп сығара. Һуңынан, өсөнсө хәлиф Османдың ҡушыуы буйынса, сүрәләрҙе билдәле тәртипкә һалып, Ҡөрьәнде яңынан
       төҙөй. Шулай итеп, һижрәнең 50 - се йылдарында ( беҙҙең эра ға тиклем 651 йыл) бөгөнгө Ҡөрьәндең тәүге рәсми данаһы сыға . Төп экземпляр буйынса тағы өс күсермә төҙөп, уларҙы Дамаск, Куф һәм Баҫрауға ебәрәләр. Төп экземпляры Мәҙинәлә Осман хәлифтә һаҡлана.
       Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Батуттың (1304 - 1377 ) көндәлегендә яҙылыуынса, ул Осман Ҡөрьәненең ике данаһын күреү бәхетенә ирешә: береһе Дамаскта, икенсеһе - Баҫрауҙа, Али мәсетендә. Тәүге ҡулъяҙма янып юҡҡа сыға, икенсеһе Сәмәрҡәнд ҡалаһына барып эләгә.
       Ҡөрьәндең унда барып эләгеүе тураһында бер нисә фарызлау йәшәп килә. Тарих фәндәре докторы Н. С. Садиҡова ҡулъяҙма был ҡалаға Тимур тарафынан килтерелә һәм уның Сәмәрҡәндтәге билдәле китапханаһында һаҡлана, тип һанай. Сәмәрҡәндтә Ҡөрьән 400 йыл дауамында була. Урта Азия Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Төркөстан генерал - губернаторы Кауфман ҡушыуы буйынса, Ҡөрьәндең был экземпляры Сәмәрҡәндтәге Хужа Әхрар мәсете имамынан йөҙ һумға һатып алына һәм Петербург ҡалаһының Император китапханаһына
       оҙатыла.
       Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы башлана. В. И. Лениндың 1917 йылдың 20 ноябрендә ҡул ҡуйылған "Рәсәй һәм Көнсығыштың эшсе мосолмандарына мөрәжәғәтендә" Совет хөкүмәте мосолмандарҙың дин һәм йолалары, уларҙың милли һәм мәҙәни учреждениеларының ирке һәм именлеге һаҡланыуы, мо солмандарҙың ирекле рәүештә, пролетар революция
       органдары - эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттарының һаҡлау ы аҫтында үҙ милли тормошо менән йәшәүен дауам итә алыуы тураһында иғлан итә.
       Мөрәжәғәт күп һанда бөтә төрки телдәрендә лә баҫылып сығ а. .
       Тиҙҙән халыҡ депутаттары советына Петроград милли округының мосолмандар съезынан мөрәжәғәт килә. Унда былай тип яҙыла:
       " Әлеге ваҡытта Дәүләт халыҡ китапханаһында изге хазина, барлыҡ мосолман донъяһының байлығы "Осман Ҡөрьәне" һаҡлана. Мосолмандарҙың изге ҡомартҡылары мосолмандарҙың ҡул ында булырға тейеш - был Рәсәйҙең барлыҡ мосолмандарының тел әге.
       Бөтә Рәсәй мосолмандарының теләктәрен үтәү өсөн Петроград
       милли округының мосолмандар съезы бер тауыштан ҡарар итте:
       1. Бөтә мосолмандарҙың байлығы булған изге "Осман Ҡөрьәне " тиҙ арала мосолмандарға ҡайтарылырға тейеш.
       2. Изге "Осман Ҡөрьәне" край съезы тарафынан Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының әлеге ваҡытта Өфөлә урынлашҡан м илли парламентына тапшырылырға тейеш.
       3. Был ҡарарҙы үтәү съезд рәйесенә йөкмәтелә".
       Мосолмандарҙың край съезының мөрәжәғәтен Владимир Ильич Л енин иғтибар менән уҡып сыға һәм мөрәжәғәт тексында уҡ
       "Тиҙ арала тапшырырға. Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе В. Ульянов (Ленин), тип резолюция һуға.
       Мосолмандарға Совнарком ҡарарын еткереү маҡсатында 1917 й ылдың 22 декабрендә мәғариф буйынса халыҡ комиссары А. В. Лу начарскийға матбуғатта баҫыу өсөн хәбәр ебәрелә. 1917 йылдың 23 декабрендә "Известия ЦИК" гәзитендә баҫылған
       документта түбәндәге юлдар бар:
       "Халыҡ Комиссарҙары Советына Петроград милли округының мосолмандар съезынан мөрәжәғәт килде, унда барлыҡ Рәсәй мосолмандарының теләген үтәү маҡсатында өҫтә әйтелгән съезд әлеге ваҡытта Дәүләт халыҡ китапханаһында һаҡланған "Изге
       Осман Ҡөрьәнен" мосолмандарға кире ҡайтарыуҙы һорай.
       Был ҡарарҙы үтәү съезд рәйесе, Бөтә Рәсәй мосолмандарының
       хәрби Шураһы рәйесе Усман Һиҙиәтулла улы Тоҡомбәтовҡа һәм м илли парламент ағзаһы Кәрим Мөхәмәтдин уды Сәғитовҡа йөкмәтелә.
       Халыҡ Комиссарҙары Советы Дәүләт халыҡ китапханаһындағы " Изге Осман Ҡөрьәнен" тиҙ арала мосолмандар съезына тапшырырға ҡарар сығарҙы.
       Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе В. Ульянов (Ленин), Сове т эштәренә идара итеүсе Бонч- Бруевич, секретарь Горбунов".
       Был мосолмандарҙың теләгенә яуап биргән дөрөҫ ҡарар була.
       Юҡһа Ҡөрьәндең юҡҡа сығыу ихтималлығы ла бар ине. Мосолмандарҙың уны урларға маташыуы ла билдәле. Февраль революцияһынан һуң Преображенский полкының мосолман һалдаттары көс ҡулланып уны тартып алырға тырышып ҡарай. Тик
       был уларҙың ҡулынан килмәй.
       Шулай итеп, уникаль ҡулъяҙма - "Осман Ҡөрьәне" беҙгә ҡайтарыла. 1917 йылдың декабрь айынан ул Өфөлә һаҡлана. 1923
       йылдың 25 июлендә Ҡөрьәнде Төркөстан республикаһына тапшырырға ҡарар ителә. Ташкентҡа ҡулъяҙманы ҡораллы һаҡ оҙатыуында алып баралар.
       Ғәрәп яҙмаһының боронғо ҡомартҡыһы булған "Осман Ҡөрьәне"
       Ташкентта Үзбәкстан халыҡтарының тарих музейында һаҡлана. 1 986 йылдың ғинуарында ул махсус йыһазландырылған бүлмәгә урынлаштырылып, халыҡ иғтибарына тәҡдим ителә. 1989 йылдың м артында Ҡөрьән Урта Азия һәм Ҡаҙағстан мосолмандарының дини идаралығына ҡайтарыла. Ҡөрьәндең бер бите Стәрлетамаҡ
       ҡалаһында табылыуы һәм Өфө дини идаралығына тапшырылыуы бил дәле.
       Ҡөрьәнде ғәрәп теленән рус теленә тәүге тапҡыр тулы көйөн сә сығышы менән Өфө губернаһынан булған шәрҡиәтсе Г. С.
       Саблуков тәржемә итә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал