6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Иҫәп - ғорурлыҡ өсөн сәбәп
20.12.05


       Өфө волейбол клубы тулы составында йыйылып, Ҡазандың көслө командаһы - "Динамо - ТТГ" волейболсыларын еңеүгә өлгәште. Партиялар буйынса иҫәп 3 : 1 - был үҙе үк ғорурлыҡ өсөн сәбәп булып тора. Быға тиклем суперлига сиктәрендә үткәрелгән дүрт осрашыу ҙа күрше республика командаһының
       еңеүе менән тамамланғайны.
       Эйе, Гуанторенаның килеүе Өфө коллективы өсөн допинг менән бер. Һәм әгәр ҙә Османи Портуондо беҙҙең командала тағы бер нисә сезонға ҡалһа, һәм беҙҙең республика клубына һуңламайынса килһә, был допингтың зыяны булмаҫ, тип уйларға мөмкин. Беҙҙең йәштәр был һөжүм итеүсенән күп нәмәгә өйрәнеп ҡалырға өлгөрәсәк, тимәк лайыҡлы алмаш үҫеүенә өмөт бар, бындай көслө уйынсы ҡатнашлығында беҙҙең коллективтың күрһәткән һөҙөмтәләре лә яҡшыраҡ булыр ине.
       Һуңғы матч "Нефтяник Башкортостана" командаһы үҙенең оптималь составында хәтәр булыуын күрһәтте. Был егеттәр плей
       - офф уйындарында ла күп нәмәгә ирешә ала.
       Уйын башы күңеллеләрҙән булманы. Беренсе партияла өфөлөләр бер аҙ юғалып ҡалды. Быға бәлки шау - шыу тыуҙырған
       фанаттар төркөмө лә сәбәпсе булғандыр. Беренсе өлөштә "Динамо - ТТГ" артыҡ ҡыйынһыҙлыҡ еңеүгә өлгәште - 25 : 20.
       Матчтың икенсе өлөшөндә "Нефтяник Башкортостана" иркенләберәк уйнай башланы. Һөҙөмтәлә "Динамо - ТТГ" уны
       бары тик арттан ҡыуып барҙы, унда ла артыҡ һөҙөмтәләргә ирешә алманы. Өфөлөләр был партияла 25 : 21 иҫәбе менән еңде
       һәм иҫәпте тигеҙләне - 1 : 1.
       Өсөнсө сет айырыуса мауыҡтырғыс булды һәм триллер менән тамамланды тип әйтергә була. Башта ҡазанлылар ышаныслы
       рәүештә алға ынтылды - 8 : 4, әммә өфөлөләр үҙҙәренең ныҡышлығы арҡаһында айырманы ике мәрәйгә тиклем ҡыҫҡартты, һ уңынан уйынды бөтөнләй үҙ файҙаһына йүнәлтеүгә иреште. "Нервылар уйынында" ҡунаҡтарҙың өмөтө күберәк кеүек ине, әммә хужалар уңышлыраҡ булып сыҡты, 32 : 30. Хәл иткес мәрәйҙе Османи Портуондоға яҙырға мөмкин.
       Артабан өфөлөләр тағы ла ҡыҙыуыраҡ уйнай башланы, ә хәлдә н тайған ҡунаҡтар ярайһы уҡ яҡшы һөжүм итеүҙәренә ҡарамаҫтан , хата артынан хата ысҡындырҙы. Осрашыу аҙағында Ҡазан клубының 19 йәшлек уйынсыһы Максим Шпилев герой була ала ине. Уның көслө тапшырыуҙары арҡаһында иҫәп 21 : 18 - ҙән 21
       : 21 - гә тиклем барып етте. Әммә артабан йәш талант бер ни сә
       хата ебәрҙе - 25 : 21, һәм "Нефтяник Башкортостана" партиял ар буйынса "Динамо - ТТГ" командаһын артта ҡалдырҙы.
       Ике клубтың да тағы ла көслөрәк уйын күрһәтә алыуын билдәләргә кәрәк. Османи Гуанторена бер аҙ өйрәнә төшкәс өфөлөләрҙең уйнау мөмкинселеге артасаҡ, ә ҡазанлыларға уларҙың билдәле волейболсылары Фомин һәм Проскурняның уйнай башлауы көс өҫтәйәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал