6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Эфирҙа "геройҙар"
20.12.05


       БСТ каналын ҡараусылар был аҙна аҙағына тиклем "Герои N" документаль детективының барлыҡ биш серияһын да ҡарай ала. Һ әр серияла - беҙҙең замандың ҙур бәләһе - наркоманияға ҡағылған шәхестең түбәнгә тәгәрәүе тураһында сағыу һәм реаль
       тарих һүрәтләнә. Детективтың тәүге өс серияһы - "Просто тет я Маша", "Глотатель" һәм "Процветающий бизнес" - айырым
       - айырым эфирға сыҡты һәм кинотеатрҙарҙа күрһәтелде лә инде . Әммә картинаның идея һәм сценарий авторы Елена Косарева әйтеүенсә, серияларҙы бер - бер артлы аҙна дауамында ҡараға н са-та ғына көтөлгән һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин.
       "БАШвестЪ" гәзитенең үткән сығарылыштарында фильмдың тәүге өс серияһы тураһында һөйләгәйнек инде. Дүртенсе өлөшө - "Дорога в никуда" - тамашасыларҙы наркополиция һәм дәүләт
       хәүефһеҙлеге органдарының берҙәм эшмәкәрлегендә осраған
       нескәлектәргә төшөндөрә, уларҙың Ырымбур өлкәһенән Башҡортостанға марихуана ташыусы төркөмдө ҡулға эләктереү барышы тураһында һөйләй. Бишенсе серия - "Параллельный мир" - Өфөнөң төнгө клубтарында наркотиктар һатыу селтәрен ойоштороусы һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәре тураһында.
       Фильмда бер нәмә лә уйлап сығарылмаған. Документаль киногеройҙарҙың ысынбарлыҡтағы прототиптары бөгөн иректәренән мәхрүм ителгән.
       Сериал продюсеры Эльвира Котова әйтеүенсә, был фильм Рәсәй киноконкурстарында ҡатнашасаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал