6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

"Лимон" ҡайһы мәктәпкә эләгер
19.12.05


       "Мәғариф" милли проекты - дәүләтебеҙҙең 2006 - 2007 йыл дарға социаль сәйәсәтендәге төп йүнәлештәрҙең береһе булып т ора. Ул Рәсәйҙең мәғариф системаһына 48 миллиард 380 миллион һум индереүҙе күҙаллай. Был аҡса төбәктәргә йүнәлтеләсәк һәм
       инновация программаларына, хәрби хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙең дөйөм белем биреү системаһын үҫтереүгә, талантлы йәштәр, педагогтарға ярҙам өсөн, шулай уҡ тәрбиәләү эшен үҫтереүгә тотоноласаҡ. Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектының төп к оординаторы ролен БР Мәғариф министрлығы үтәй. Уның өсөн өҫтә әйтелгән проект күп кенә пландарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, беҙҙә педагогтарҙы ижади эшкә йәлеп итеүсе "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы йыл да үткәрелеп килә.
       "Мәғариф" проекты Рәсәй буйынса конкурс һөҙөмтәһендә һөнәри эшмәкәрлегенең сифаты йәмәғәтселек тарафынан танылыу тапҡан ун мең уҡытыусыны билдәләүҙе күҙаллай. Уларҙы
       матди яҡлауға бер миллиард һум, йәғни һәр береһенә 100 мең
       һум планлаштырыла. 2008 йылға бындай ярҙам егерме мең уҡытыусыға күрһәтеләсәк. БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина журналистар менән осрашыу ваҡытында республикала 100 мең һум күләмендәге грантҡа 363 уҡытыусы дәғүә итә, тип билдәләне, уларҙың 215 - е - ауылдарҙа, 148 -
       е - ҡалала белем бирә.
       Мәктәп уҡыусыларын тәрбиәләү эшенең сифатын күтәреү өсөн класс етәкселәре һәм башланғыс синыф уҡытыусыларына айына бе р меңдән дә кәм булмаған бүләкләү түләнәсәк. Бындай өҫтәмә б алаларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең һанын ар ттырыр, моғайын.
       Инновация программаларына килгәндә, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 26 миллиард һум бүленәсәк. 2006 йылда Рәсәйҙә конкурс һөҙөмтәһендә 10 юғары уҡыу йорто һәм 3000 мәктәп һайланыуы күҙ уңында тотола, 2007 йылда уларға тағы ла 20 ву з һәм 3000 мәктәп өҫтәләсәк. Мәктәптәргә матди ярҙам бер миллион һум самаһы, вуздарға - 500 миллиондан бер миллиард
       һумға тиклем тәшкил итеүе планлаштырыла. Ул лаборатория өсөн ҡорамалдар һатып алыу, уҡыу кластарын яңыртыу һәм
       инновацион белем биреү программаларын әүҙем индереүсе дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡытыусылары әҙерләү өсөн тәғәйенләнә. Тәбиғәт фәндәре һәм инженер - техник белем бире ү, медицина һәм ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүсе юғары профессиональ белем биреү учреждениелары араһында конкурс үт кәреү планлаштырыла.
       РФ Президенты премияһына тәҡдим ителеүсе мәктәп һәм уҡытыусыларҙы һайлау ике этапта үтәсәк, бының өсөн федерацияның һәр субъектында "Мәғариф" милли проекты буйынса Совет һәм төбәктең ойоштороу төркөмөн төҙөү
       күҙаллана.
       Башҡортостанда 109 мәктәп берәр миллион һум премияға лайыҡ булырға тейеш. Волга буйы федераль округы буйынса дөйөм белем биреү учреждениелары араһында был иң ҙур квота.
       Бөгөн республиканың төп мәғариф ведомствоһында милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмө төҙөлгән, саралар планы булдырылған. Ҡала һәм район хакимиәттәренә уҡытыусы һәм мәктәптәр араһында һайланыш үткәреү буйынса ойоштороу эше үткәреү өсөн методик мәғлүмәт хаттары ебәрелгән.
       Әлеге ваҡытта республикала өҫтөнлөклө милли проекттар, шу л иҫәптән "Мәғариф" проекты буйынса ла Совет төҙөү өҫтөндә э ш алып барыла. Эксперт советы хөкүмәт кимәлендә раҫланасаҡ, унда мәғариф чиновниктары түгел, ә бары тик йәмәғәт институттары вәкилдәре инеүе билдәле.
       - Һәр бер һум нәҡ уға лайыҡлы кешегә барып етергә тейеш, - ти Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. - Был эштә намыҫһыҙлыҡҡа юл булырға
       тейеш түгел.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал