6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Павел Качкаев баш ҡаланың "рулендә" ҡала
19.12.05


       "Өфө ҡалаһы" ҡала округы хакимиәте башлығы итеп Павел Качкаев тәғәйенләнде. Был вазифаға ике кандидат дәғүә иткәйн е: баш ҡалабыҙҙың бөгөнгө мэры Павел Качкаев һәм "Өфөводоканал" муниципаль унитар предприятиеһының генераль д иректоры Вячеслав Гордиенко. 15 декабрҙә үткән ултырышта Совет бер тауыштан Павел Качкаевты һайланы, шуға күрә икенс е кандидатура буйынса тауыш биреүҙең кәрәге булманы. Шулай итеп, 2003 йылдан алып "баш ҡала хужалығында" эшләүсе мэр
       хәҙер инде контракт нигеҙендә ҡаланың башҡарма власы
       башлығы булып ҡала.
       Контрактҡа ҡул ҡуйыу тантанаһы ошонда уҡ, Совет ултырышында ойошторолдо.
       Павел Качкаевтың тәғәйенләнеше - законлы күренеш. Өфө мэры ҡала халҡы алдында ғына түгел, тотош республика буйынса
       ла ҙур абруй менән файҙалана.
       - Ҡалабыҙҙың етештереү, финанс, фәнни - техник, мәғариф, мәҙәни һәм кадрҙар потенциалы бик ҙур, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ултырышта ҡатнашыусы Башҡортостан Президенты. - Ул ысынлап та статусына ярашлы рәүештә , Башҡортостандың
       флагманы ролен үтәй. Бөтә республика Өфөгә ҡарап йүнәлеш ала.
       Һәм Павел Качкаевтың ҙур хужалыҡҡа төплө аҡыл менән идара
       итеүен танырға кәрәк. Өфөбөҙ күҙ алдында үҙгәрә: ҡала төҙөкләндерелә, матурлана бара. Алда ҙур байрам көтә, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләйәсәкбеҙ. Өфөлә ғәйәт ҙур яңы
       объекттар ҡалҡасаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, эш бик күп. Пав ел Качкаев әйтеүенсә, һынатмаясаҡбыҙ.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал