6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Ирҙәргә һунар
19.12.05


       Мөхәбәтте һатып алыусыларҙы язалау - ошо үҙе үк бөйөк маҡсат түгелме Йәнәһе, ҡатын - ҡыҙҙы тауар итеп ҡабул итеүс е аҙғындарҙан үс алыу...
       Үткән көҙ Үрге Ҡыйғылағы йорттарҙың береһендә 31 йәшлек Рифҡәттең мәйете табылыуы барыһын да тетрәтә. Уның арҡаһы һәм күкрәгендә күп һанлы бысаҡ эҙҙәре ҡала. Бурлыҡ та була: уның ҡатыны туғыҙ мең һумлыҡ өҫ һәм аяҡ кейемдәренән яҙа. Тупһа эргәһендә тороусы автомобилгә иһә бер кем дә теймәй.
       Был көндө Рифҡәтте юғалтҡан ҡатыны ата - әсәләренең ауылынан үҙҙәре фатир төшөп йәшәгән Үрге Ҡыйғыға ҡайта. Ире кискә тиклем тип кенә юлға сыҡҡан була, һәм уның кире әйләнеп ҡайтмауына өсөнсө тәүлек китә... Ҡатынды асыҡ ҡапҡа ҡаршы ала, әммә өй ишегендә аҫмалы йоҙаҡ эленеп тора. Ҡатын тиҙ генә үҙенең һәм Рифҡәттең ағаларын алып килә. Йоҙаҡты емереп өйгә үтәләр. Зал иҙәнендә иренең балаҫ менән ҡапланған мәйетен күреп, ҡатын стенаға һөйәлә һәм шул ваҡыт обойға яҙылған һүҙҙәрҙе күреп ҡала. "Файҙаланыусыларға үлем! " тип яҙылған обой киҫәге үлтереү хаҡындағы эштә төп матди дәлил ролен үтәй.
       Ҡыйғы районы прокуратураһы енәйәт эше аса. Бер нисә версия тикшерелә, улар араһында ҡыҙғаныу һөҙөмтәһендә башҡа бер ир тарафынан, ҡатыны йәки уның туғандары, осраҡлы
       шешәләштәре тарафынан үлтерелеү, тикшереүҙе ялған юлдан ебәреү өсөн талау имитацияһы булдырыу мөмкинселеге лә ҡарала. Әммә бурлыҡ була ҡалһа - тышта торған автомобиль шул
       көйө ултырып ҡалыр инеме икән Ниңә енәйәтселәр кейем - һалым менән генә сикләнгән Тәфтишсегә стеналағы яҙыу ҙа тынғы бирмәй. Хәүефкә һалған тағы бер мәл - ул мәйеттең яланғас булыуы.
       Енәйәтселәрҙе ике аҙнанан ҡулға эләктерәләр. Улар... 20 йәшлек Вилә һәм 17 йәшлек Гөлсинә булып сыға. БР Юғары судындағы процеста Вилә стеналағы яҙыуҙы нәҡ енси мөнәсәбәтте күҙ уңында тотоп яҙыуын раҫлай.
       Ике йәш ҡыҙҙың нисек итеп өлкән иргә көсө еткән һуң Ә барыһы ла кинолағы кеүек килеп сыға: улар Үрге Ҡыйғы автовокзалында осраша. Бер ҡатлы ир кеше ҡыҙҙарҙың тәртипле булыу - булмауы менән ҡыҙыҡһына. Бур түгелһегеҙме, йәнәһе. Һәм уларҙың әйткән һүҙҙәренә ышанып өйөнә алып ҡайта. Артабан, аңлашылыуынса, араҡы, музыка (телевизор булһ а ла) һәм, әлбиттә, массаж. Хәстәрлекле хужа киске аш әҙерләгәндән һуң магазинға араҡы артынан йүгергәс, ҡыҙҙар аш
       - һыу бүлмәһендәге бысаҡ менән ҡораллана һәм план ҡора. Көткән мәл еткәс, ирҙең баш осонда ултырыусы Вилә Рифҡәттең башын һәм ҡулдарын тота, ә уның арҡаһында ултырыусы Гөлсинә дуҫының ишараһы буйынса массаж яһауын туҡтатып, яланғас тәнде бысаҡ менән сәнскеләргә тотона. Ирҙең арҡаһында ғына эксперттар 14 бысаҡ эҙе һанай.
       Ауылдан сыҡҡан юл буйлап атлағанда, шешәләге араҡыны
       һемерә - һемерә, Вилә 17 йәшлек сағында тыуған ҡаласығында бер әҙәм аҡтығынан көсләнеүе тураһында йәлләүес тарих һөйләй . Һәм шунда уҡ үҙенә, Силәбе өлкәһенә китергә һәм мәсхәрә
       ителгән ҡыҙ намыҫы өсөн ҡон ҡайтарырға тәҡдим итә. Тик йәш "үс алыусыға" сағыу тәьҫораттар етерлек була, күрәһең, шуға күрә туҡталышта үҙенең инәһен күргәс, Гөлсинә уға сат йәбешә . Ҡыйғы районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре уны инәһенең өйөндә таба ла инде (әйткәндәй, Гөлсинә хәбәрһеҙ юғалыусы булараҡ эҙләнә - өйөнән сығып китә һәм ҡайтмай. Ҡыҙҙың әсәһе
       яҙған ғариза Рифҡәтте үлтереүҙе тикшереү эшендә Гөлсинәгә ҡарата тәүге шик тыуҙырыусы булып тора). Ҡыҙыҡай йәшереп тормай, барыһын да нисек булған шулай һөйләп бирә. Һуңынан
       судта зыян күреүселәр алдында ла, үҙ әсәһенән дә ғәфү үтенә .
       Енәйәт эше материалдары буйынса, Вилә менән Гөлсинә ауыл туҡталышындағы бәҙрәфтә осраша - икәүләп тәмәке тарталар.
       Судья Василий Белоярцевтың Виләне яҡшы беләһеңме, тигән һорауына ул ышаныс менән: "Эйе, үлтереүгә тиклем беҙ өс көн таныш инек", - тип яуаплай. Бер бот тоҙ тураһында мәҡәлде бында иҫкә төшөрөү ҙә кәрәкмәй, әлбиттә. Виләнең әйтеүенсә, ула араҡы менән һыра эсеүҙән туҡтамай. Гөлсинә Вилә менән тәүге тапҡыр трассаға сыға һәм - ошонан башлана ла инде... Танышҡас уҡ әхирәттәрҙең өлкәне автомобиль урлап ҡасырға тәҡдим итә, йәнәһе, ҡайҙа теләйһең шунда елдәй осороп алып барып еткерәм! Үрге Ҡыйғыла киоск талау варианты ла була. Ауылда йәшәүсе ҡатындарҙың береһе ул көндө үҙен Алла һаҡлап
       алып ҡалғанын белмәй ҙә әле: уның янсығында байтаҡ аҡса барлығын күреп ҡалып, ҡыҙҙар ҡатындың артынан эйәрә. Гөлсинә
       ең эсенә тимер киҫәге йәшерә. Әммә өй янында халыҡтың
       күплеге билдәһеҙ ҡатынды һәләкәттән ҡотҡара. Уңышһыҙлыҡтан йәне көйгән Вилә иптәш ҡыҙын машина урларға ҡоторта башлай. Ошо саҡ уларға Рифҡәт тура килә.
       Суд залында Вилә үҙенең стеналағы яҙыуы тураһында башҡа бер нәмә лә өндәшмәй. Хәйер, Гөлсинәгә һөйләгән "көсләүсенән
       үс алайыҡ" темаһына хәбәрҙәрен дә ҡабатламай. Гөлсинә иһә Рифҡәтте үлтереү сәбәбе тураһында: "Белмәйем... Машинаны алып ҡасыу өсөн" - тип яуап бирә. Быныһы дөрөҫлөккә яҡыныраҡтыр, моғайын. Ҡыҙҙарҙың һүҙҙәре буйынса, ир кеше уларға бер насарлыҡ та эшләмәгән. Шкафтағы кейемдәрҙе алыуға ҡанға буялып бөтөүҙәре сәбәпсе була.
       Үҙҙәре үлтергән ирҙән урланған блокноттың 13 - сө битендә Вилә Гөлсинә өсөн яҙыу ҡалдыра:"Бәхет, мөхәббәт һәм изгелек
       теләйем. 19.11.04". Тик был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаймы икә н ул Бик икеле. Виләнең төп һыҙаты, эксперт - психиатрҙар билдәләүенсә, "социаль һәм хоҡуҡи ҡағиҙәләрҙе еңелсә ҡабул итеү". Врачтар менән үҙен ул ышаныслы тота, үҙен артыҡ юғары
       баһалай, аралашыуҙа әҙәпһеҙ. Үҙ ғәйебен танымай, балиғ булмаған әхирәтенә һылтай. Яурындарын йыйырып ул: "Мин әле л ә уның ни өсөн үлтерергә булғанын аңламайым", - тип ысҡындыра. Судта бурлыҡ һәм машинаны алып ҡасырға теләү факты менән генә килешә. Ҡыҙҙың тормошо ҡатмарлы, әлбиттә. В илә бәләкәй сағында әсәһе үҙен - үҙе юҡ итә. Атаһы юҡ. Туғандарында йәшәй. Виләне үҙ ғаиләһенә алған инәһе уны тәрбиәләргә тырыша. Тик ҡыҙ үҙһүҙле булып үҫә. 14 йәшендә инәһе менән талашып, өйҙән сығып китә. Һуңғы арала бер ир менән йәшәй.
       Гөлсинәнең әсәһе - "ирекле" ҡатын, уны тикшереү барышында
       ла айныҡ күреү мөмкин булмай. Суд - психиатрия эксперты үткәреүсе врачтар менән "йәш үс алыусы" үҙен ышаныслы тота. "Аҙ ваҡытҡа ултыртһалар - ултырып сығам, оҙаҡҡа икән - өйгә мәйет булып ҡайтасаҡмын" тип белдерә. Ҡылған эше тураһында тыныс, үкенес белдермәйенсә, һөйләй. Ҡылығының
       эҙемтәләре уны артыҡ борсомай: "Ултырам инде, нәмә
       эшләйһең, бер мин генә түгел бит". Прокурор уға һигеҙ йыл д а алты ай, Виләгә - 11 йыл биреүҙәрен һорай. Әммә суд ҡыҙға тәрбиәләү колонияһында һигеҙ йыл да етә тип ҡарар сығара, ә бына Виләгә прокурор һорағандан да күберәк - 12 йыл ултырырғ а тура киләсәк.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал