6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
туризм һәм ял

Ҡайҙа барып ... сәләмәтлекте нығытырға
19.12.05


       Алда торған раштыуа каникулдарын күптәребеҙ нисек итеп үткәрергә белмәй аптырай, Ысынлап та, ун көндө байрам өҫтәле
       артында үткәреү саманан тыш булып китеүе ихтимал. Бәхеткә ҡаршы, беҙҙең халыҡ файҙалы ял итә белә. Өҫтәүенә үҙенең курорттары менән дан тотоусы республика булараҡ, төбәктә ял итергә урын да етерлек. Турбазаларҙы иҫәпләй башлаһаң - бармаҡтар етмәй, шифаханалар аҙыраҡ, әммә ниндәйҙәр бит! Бөгөнгө хикәйәләүебеҙ - республиканың Белорет районында урынлашҡан "Асы" һаулыҡ йорто тураһында.
       Шифаханаға исем биргән "асы" күле тураһында легендалар кү п йөрөй. Шифалы һыу быуындар ауыртыуын дауалай, тире ауырыуҙары менән йонсоғандарға ла файҙаһы тейә уның. Ә инде тауҙары, ҡаялары, тау йылғалары, ҡарурмандары булған был төйәктең күңелде тынысландырыуы шик тыуҙырмай. Һәм, белгестәр әйтеүенсә, "кешенең файҙаланылмаған резервтарын" а сыуға булышлыҡ итә. Унда бер тапҡыр булһа ла ял иткәндәр алдарға бирмәҫ - "Асыла" тәбиғәт үҙе дауалай.
       Хәйер, шифахананың тәбиғи факторҙары, беренсе сиратта, һы у. Урындағы сығанаҡтар ике төрлө һыу бирә, ул сихәтләндереү се эсемлек булараҡ һәм ванна ҡабул итеү, икенсе төрлө әйткән дә, бальнеологик дауаланыу өсөн файҙаланыла.
       Был шифахананың хәрәкәт итеү аппараты, тире, нервылар системаһы ауырыуҙары менән яфаланыусы кешеләр өсөн файҙаһы ҙур. Шулай уҡ ашҡаҙан - эсәк тракты, йөрәк - тамыр системаһы, матдәләр алмашыныуы боҙолоуына бәйле сирҙәр ҙә да уалана.
       Әммә дауаланыуҙы ҡалдырып торайыҡ, ял итеү тураһында ла оноторға ярамай. Күңелле итеп ваҡыт үткәреү өсөн шифахана
       нәмә тәҡдим итә һуң Саңғыла йөрөргә яратыусыларҙы - саңғылар, экстремаль ял яҡлыларҙы - ҡарҙа йөрөү саналары көт ә. Курорт урынлашҡан ерҙең диңгеҙ кимәленән 220 метр юғарылыҡта булыуын иҫәпкә алғанда, тиҙ йөрөргә яратыусыларҙың ҡәнәғәт ҡалырын күҙаллауы ҡыйын түгел.
       Шифахана Өфөнән алыҫ түгел - ни бары 180 километр арала, гүзәл Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Унда электричкала ла
       барып етергә мөмкин. Ял йортона килеүселәр өсөн уңайлы номерҙар һәр ваҡыт әҙер.
       Туҡланыу хаҡында айырым әйтергә кәрәк, сөнки шифаханала был һорау юғары кимәлдә ҡуйылған. Ял йортона барлыҡ продукция экология йәһәтенә таҙа райондарҙан килтерелә, ә икмәкте "Асының" үҙендә бешерәләр.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы йыл каникулдарында рәхәтләнеп
       ял итергә теләүселәргә ашығырға кәрәк, һеҙ күмәк, ә
       шифаханала урындар сикле.

Анастасия Алексеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал