6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

ОМОН егеттәре алты миллион һумлыҡ машинала йөрөй
19.12.05


       Башҡортостандың айырым тәғәйенләнештәге милиция отряды (ОМОН) ҡарамағына өр - яңы супер заманса машина тапшырылды. Уның рәсми исеме - шартлау хәүефе булған
       предметтарҙы эҙләү һәм зарарһыҙландырыу буйынса күсмә комплекс - дәүләт ҡаҙнаһына был автомобиль алты миллион һумдан ашыу хаҡҡа төштө.
       130 ат көсө ҡеүәтенә эйә булған биш тонна ауырлығындағы машина Мәскәүҙә "ЗИЛ" базаһында махсус рәүештә инженер -
       техник ғәскәрҙәр өсөн эшләнгән. Бөтә илгә барлығы 15 машин а тура килә. Беренсе сиратта улар Чечня, Дағстан һ. б. ҡыҙыу нөктәләргә оҙатыла. Машинаның иң ҡиммәтле урыны - уның "эсе"
       - омондар юҡҡа ғына автомобилде "күсмә лаборатория" тип йөрөтмәй.
       - Бында барыһы ла бар, - ти БР Эске эштәр министрлығының Айырым тәғәйенләнештәге милиция отряды командиры урынбаҫары Эльфир Мөфтәхетдинов.
       Компьютер, шартлау хәүефе булған матдәләрҙе ташыу өсөн контейнер, һыуытҡыс, хатта биобәҙрәф тә бар машина эсендә. Быға тиклем ОМОН хеҙмәткәрҙәре ябай "уазик" машинаһында йөрөй ине. Бөгөн бомба һалыныуы тураһындағы шылтыратыуҙар буйынса һәм шикле әйберҙәрҙе тикшереүгә тәртип һаҡсылары
       яңы машинала килә, уның ярҙамы менән хәүефле предметтарҙы тиҙерәк табырға һәм тиҙ арала зарарһыҙландырырға мөмкин буласаҡ. Хәйер, әлегә автомобилде тура тәғәйенләнеше буйынса
       файҙаланыуҙың кәрәге сыҡҡаны юҡ әле. ОМОН һалдаттары артабан да бындай осраҡтар йыш булмаҫ тип ышана.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал