6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Өфөлә Кудрин етәкселегендәге делегация булып китте
19.12.05


       Өфөлә Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығына әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты ағзаларынан торған делегация булып китте. Делегация етәксеһе - ойоштороу комитеты рәйесе,
       Рәсәйҙең финанс министры Алексей Кудрин.
       "Өфө" халыҡ - ара аэропортында ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Х өкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, уның урынбаҫарҙары Айрат Ғәскәров, Хәмит Мәүлейәров, Илдус Илешев ҡаршы алды.
       Рәсәй чиновниктары республикаға Башҡортостандың үҙ ирке
       менән Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығына әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышында ҡа тнашыу өсөн килде.
       2004 йылдың май айында Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм республика башлығы Мортаза Рәхимов Башҡортостандың үҙ ир ке менән Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығына арналған
       саралар федераль статуста булырға тейеш тип ҡарар иткәйне. 2004 йылдың 20 декабрендә Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.
       Быйылғы йылдың февраль айында ойоштороу комитеты составы билдәләнде, уға етәкселек итеү Рәсәйҙең финанс министры Александр Кудринға йөкмәтелде. Уның урынбаҫары итеп Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов тәғәйенләнде.
       Ойоштороу комитеты ағымдағы ярты йыл эсендә төҙөләсәк һәм
       реконструкция үткәреләсәк объекттар исемлеген үҙ эсенә алғ ан төп саралар планын әҙерләргә һәм тикшереүгә тапшырырға тейеш.
       План ике өлөштән тора: беренсеһе байрамға арналған мәҙәни
       сараларҙы ойоштроу һәм үткәреү, икенсеһе объекттар төҙөү һә м реконструкциялауға ҡағыла. "Башҡортостан Республикаһының 2006 йылға тиклем социаль - иҡтисади үҫеше" Федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә үтәләсәк сараларға 8,9
       миллиард һум йүнәлтеләсәк.
       "Төҙөлөш һәм реконструкция" бүлеге буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 5,3 мил лиард һум тирәһе талап итә. Өфө буйынса төп саралар
       планына Өфө - Арена" универсаль спорт аренаһы ( республика
       ҡаҙнаһынан 150 миллион һум), Республика психиатрия дауаханаһының дауахана комплексын ( 200 миллион һум),
       туберкулез диспансерының хирургия комплексын ( 85 миллион һум) төҙөү, шулай уҡ "Өфө" станцияһының тимер юл пассажирҙар комплексын (515 миллион һум), Ҡыуатов
       исемендәге республика клиник дауаханаһының хирургия комплексын ( 175 миллион һум) реконструкциялау индерелгән.
       Гидротехник ҡоролмалар төҙөү һәм реконструкциялау буйынса
       эштәр дауам итәсәк. Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөүҙең һуңғы этабына республика бюджетынан 330 миллион һум, бюджеттан
       тыш сығанаҡтарҙан - 1,2 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Туймазыл а һыу үткәргес ( 150 миллион һум), Стәрлетамаҡта - һыу үткәр гес һәм Көньяҡ - көнбайыш биҫтәһендә канализация системаһы (60 миллион һум) төҙөү, Өфөлә Төньяҡ һәм Көньяҡ һыу алыу
       ҡоролмаларын реконструкциялау ( 50 миллион һум), канализаци я насос станцияһы төҙөү ( 40 миллион һум) планлаштырыла. Ауырғазы, Балтас, Йылайыр һәм Туймазы райондарында һыу һаҡлағыс һәм гидроузел төҙөү 134,5 миллион һум талап итә.
       Юлдарҙы төҙөкләндереүгә 1,3 миллиард һум, юл хужалығы өсөн объекттарға - һигеҙ миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла . Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар аэропортты реконтрукциялау
       барышы менән танышты, Өфө станцияһының тимер юл пассажирҙар комплексы, Боҙ һарайы, "Абуҙат" ипподромы, Республика клиник дауаханаһының хирургия корпусы, Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң төҙөлөш майҙандарында булды.
       Өфөлә башланған ҙур эштәр менән танышыу көндөң икенсе
       яртыһында Республика Йортонда үткән ултырышта 2007 йылда республикала үтәсәк төп сараны билдәләүгә әҙерлек һорауҙарын
       ентекле тикшерергә мөмкинселек бирҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал