6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Һуңғы Terra inkognita
16.12.05


       Ер йөҙөндә кеше аяғы баҫмаған урын ҡалмаған тип һанала. Донъяның иң юғары бейеклектәренә менелгән, океандар арҡыры л а, буй ҙа йөҙөп сығылған, полюстарҙа поляр тикшеренеүселәр даими йәшәй һәм эшләй. Эйе ерҙә тикшерелмәгән урын ҡалмаған, буғай, ә бына ер аҫты донъяһы - үҙе бер сер, һәм б ыл серҙең күләмдәре ғәйәт ҙур. Беҙҙән алыҫ та түгел күпме мәмерйә, тау ҡыуыштары, ер аҫты йылғалары бар, әммә улар һәр
       кемде үҙенә яҡын ебәреп бармай. Ер үҙ байлыҡтарын бик ныҡ һаҡлай. Хатта спелеология менән күптән "ауырыусылар" ҙа ер
       аҫты серҙәрен тулыһынса аса алыуы менән маҡтана алмай.
       Беҙҙең республика - спелеолог өсөн хыял кәүҙәләнеше ул. Башҡортостан территорияһының ҙур өлөшө карст - һыу менән йыуылған тау тоҡомдарынан тора. Нәҡ ошо сәбәпле беҙҙә метро төҙөү мөмкин түгел, ә башҡа ҡоролмалар төҙөү ентекле геологи к тикшеренеүҙәр үткәреүҙе талап итә. Мәмерйә яратыусылар өсө н Башҡортостан - ысын ожмахтың үҙе, Ағиҙел, Еҙем, Ләмәҙ йылғалары бассейнында мәмерйәләр аҙым һайын осрай, тип
       әйтергә мөмкин. Республикала барлығы 800 - гә яҡын мәмерйә теркәлгән. Иң ҙурҙары һәм билдәлеләре араһынан Шүлгән таш,
       Сумған, Октябрь һәм башҡаларҙы атарға була. Ҡайһыларында экскурсиялар ҙа ойошторола.
       Әммә бөгөн спелеологияға ойошҡан хәрәкәт булараҡ күҙ һалырға ине ниәт. Ошо көндәрҙә Өфөлә Урал спелеологтарының у н етенсе съезы үтте. Съезды ойоштороусылар булып Урал спелеологтары ассоциацияһы, БР Спелеология һәм спелеотуризм федерацияһы һәм "ПрофСервис" уҡыу үҙәге сығыш яһай. Уҡыу үҙәге залдарҙы арендалау, видеоҡорамалдар һәм документтар
       әҙерләү буйынса эштең ҙур өлөшөн үҙ өҫтөнә алды.
       Урал спелеологтары съезы Рәсәйҙә был йүнәлештәге берҙән - бер сара. Ул йыл да сират буйынса Екатеринбург, Пермь, Силәб е һәм Өфө ҡалаларының береһендә үтә. Һәр саҡ яңы урында үткәрелеүе бындай саралар өсөн хас булған бер төрлөлөктән ҡотҡара. Һәр ҡала үҙенә хас яңылыҡ индерә. Был юлы Өфөгә өҫтә әйтелгән ҡалаларҙан иллеләп спелеолог, шулай уҡ Мәскәү, Һамар, Рязань, Нефтекама, Салауат һәм Күмертауҙан ҡунаҡтар
       йыйылды.
       15 доклад көтөлһә лә, ваҡыт тарлығына бәйле, уларҙың ун б ере генә тыңланды. Докладтарҙа күтәрелгән ҡайһы бер темалар шул тиклем ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, хатта докладтың дискуссияға әйләнеп киткән саҡтары ла булды, спелеологтар ваҡыт тураһынд а онотоп фекер алышты, фильм һәм слайдтар ҡараны.
       БР Тәбиғи ресурстар министрлығының геологик мәғлүмәт бүлеге начальнигы Александр Смирнов слайдтарҙы файҙаланып, с арала ҡатнашыусыларға республика территорияһында карст ҡатламдарының нисек урынлашыуы, биналар төҙөгәндә хәүеф дәрәжәһе тураһында һөйләне. Өфө, мәҫәлән, юғары хәүеф зонаһына эләгә. Ағиҙелдең уң яҡ ярында, йылғаның Өфө эргәһенән аҡҡан урынында карст күренештәре айырыуса көслө.
       Өфө спелеологы Ирек Нохов күптән билдәле әйберҙәргә яңы
       ҡарашы менән уртаҡлашты. Ул бер нисә йыл дауамында геологик һәм картографик материалдар тикшерә, Ғафури районы урмандары буйлап йөрөй, бер нисә яңы мәмерйә аса, бөгөн ул Еҙем йылғаһы бассейнындағы Киндерле системаһының асыҡ өлөшө (Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге мәмерйә лә ошонда инә) - айсбергтың һыу аҫтындағы ғына өлөшө тип белдерҙе.
       - Әле асыҡ юлдар оҙонлоғо 10 километр тирәһе тәшкил итә, - ти Нохов, - әммә ысынбарлыҡта Киндерле системаһы Краснояр крайындағы асыҡ юлдары 50 километр тәшкил иткән мәмерйә рекордын да уҙҙырыуы мөмкин. Уны тикшерергә кәрәк. Был
       бөгөнгө һәм киләһе быуын спелеологтарынан тора.
       Урал спелеологтары ассоциацияһы президенты Анатолий Афанасьев Ноховтың докладын "ниндәйҙер кимәлдә сенсацион" тип атаны.
       - Быға тиклем бер кем дә күрмәгән, бер кем дә булмаған урынды асыу мөмкинселеге булғанда спелеология секцияһына ағым көсәйә, - тине Афанасьев, - яңы асыштар һәр саҡ яңы кешеләр килеүенә булышлыҡ итә.
       Мәскәү ҡунағы - Рәсәйҙең иң алдынғы спелеологтарының
       береһе Денис Провалов бер нисә үтә ҡыҙыҡлы доклад менән сығыш яһаны. Ул Кавказда урынлашҡан донъялағы иң тәрән мәмерйә - Крубераның тарихын һөйләне һәм бөгөнгө көндәге хәл
       - торошо менәнтаныштырҙы. Үҙенең хикәйәләүенә был мәмерйә х аҡында фильмды ла өҫтәп күрһәтте.
       Башҡа ҡыҙыҡлы темалар ҙа етерлек булды, әммә уларҙың барыһын да бер материалға һыйҙырыу мөмкин түгел. Шуға күрә һүҙ аҙағында Афанасьевтың Урал спелеологтары съезының әһәмиәте тураһында әйткән һүҙҙәрен генә килтерәм.
       - Әгәр элек спелеология өсөн үҙ мәмерйәһендә үҙе хужа бул ыу, башҡалар менән "уртаҡлашырға" ашыҡмау хас булһа, бөгөн х әл икенсерәк. Бөгөнгө тикшеренеүҙәр финанс һәм ойоштороу
       йәһәтенән ҡыйынлыҡтар кисереүе сәбәпле, хәҙер спелеологтар "асыла" бара. Съезда дуҫлыҡ мөхите хакимлыҡ итеүе ҡыуандыра.
       Фотокүргәҙмә лә сараға матур өҫтәмә булды. Ер аҫтында фотоғ а төшөрөү оҫталарының эштәре барыһын да - тәжрибәле спелеологтарҙы ла, ҡунаҡтарҙы ла таң ҡалдырҙы.
       Урал спелеологтарының киләһе съезы икенсе йыл Пермь өлкәһендә үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал