6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Төшөнкөлөккә бирелергә иртәрәк әле
16.12.05


       Футбол сезоны күптән тамамланыуына ҡарамаҫтан Өфөнөң "Нефтяник" клубынан хәбәрҙәр килеүе дауам итә, һәм уларҙың күңеллеләрҙән булмауын билдәләргә кәрәк. Һәр ваҡыттағыса, мәғлүмәт туранан - тура был спорт структураһының финанс мохтажлығына бәйле. Был юлы "Нефтяник" идараһы рәйесе Риф Сә йетгәрәев футболсыларҙың үҙ клубын судҡа биреүен рәсми рәүештә раҫланы, сәбәп - дүрт айға премия аҡсаһы түләнмәгән.
       Һуңғы ваҡытҡа тиклем был клуб тирәләй артыҡ бер ниндәй ҙә дауыл уйнауы һиҙелмәй ине. Сезон тамамланды - команда тураһында бөтөнләй оноттолар тип тә әйтергә була, бары тик и ң тоғро фанаттар ғына яратҡан коллективының хәл - торошон күҙәтеп бара. Әммә һуңғы мәғлүмәт, һис һүҙһеҙ, "Нефтяникка"
       ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға тейеш. Был яңылыҡтың спорт ө лкәһенән түгел, ә финанс темаһына булыуы йәл, әлбиттә. Бөгөн
       беҙ был турала ентекләберәк һөйләшеү өсөн Өфө клубының идара рәйесе менән бәйләнешкә индек. Риф Сәйетгәрәев проблеманы артыҡ йәшереп торманы.
       - Риф Ғаян улы, әлеге ваҡытҡа "Нефтяник" футбол клубының үҙ футболсылары алдында ниндәй бурыстары бар
       - Эш хаҡы буйынса бурыстар юҡ, әммә уйынсылар июль айынан
       башлап премия алғаны юҡ.
       - Клубтың уйынсыларға бурысының дөйөм суммаһы ниндәй
       - Был сер.
       - Хәлдең клуб файҙаһына булмауы аңлашыла. Быға бәйле "Нефтяник" командаһын тағы ниндәй күңелһеҙлектәр көтөүе мөмкин Мәҫәлән - Рәсәйҙең Профессиональ футбол лигаһы команданы киләһе беренселектән алыуы йәки штраф һалыуы ихтималмы
       - Юҡ. Һуңғы ваҡиғаларға бәйле беҙгә ҡарата бер ниндәй санкция ла ҡулланылмаясаҡ. Бындай хәлдәр йыш була, ғәҙәти эш . Ул беҙҙең клубтың финанс хәле ҡатмарлы булыуына бәйле, һәм
       етәкселектең ғәйебе буйынса түгел, төп бағыусыбыҙҙың
       "Нефтяник" клубына ярҙам итеүҙән туҡтауы арҡаһында барлыҡҡа килде.
       - Уйынсылар эш хаҡын ҡасан алыр икән
       - Был декабрь аҙағына билдәле буласаҡ.
       - "Нефтяник" футбол клубын артабан ниндәй яҙмыш көтә
       - Әлегә төп һорау - финанслау - хәл ителмәгән. Бағыусылар эҙләйбеҙ, тик был һөҙөмтә бирерме - билдәһеҙ.
       Өфө клубы етәкселеге лайыҡлы бағыусы таба алмауы ла
       мөмкин ул саҡта Өфөлә профессиональ футбол булмаясаҡ.
       Әммә әлегә команда фанаттарына төшөнкөлөккә бирелергә иртә әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал