6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Өй менән армия араһында
16.12.05


       Хәрби хеҙмәткә алыныусы егеттәрҙең сираттағы партияһы ә ҙер. Кисә һәм бөгөн 294 буласаҡ һалдат хәрби хеҙмәт үтәсәк урындарына - Новосибирск һәм Анапа, Санкт һәм Барнаулға юл
       тота. Был егеттәр быйылғы көҙгө саҡырылыуҙа һуңғылары. Октябрь айынан алып беҙҙең биш мең тирәһе егетебеҙ һалдат формаһы кейҙе. Бөгөнгө саҡырылыш менән бергә ете мең тирәһе йәш башҡортостанлы Ҡораллы Көстәр сафына баҫасаҡ. Йыйылыу пунктында булып - буласаҡ һалдаттар армияға нәҡ ошонан оҙатыла - журналистар егеттәрҙең "гражданкала" һуңғы
       көндәрен нисек үткәреүенә шаһит булды.
       ... Ҡаҡсалар һәм таҙалар, ҡара һәм һары сәслеләр, оялсанд ар һәм шуҡтар - әммә барыһының да ҡараштары бер үк: киләсәккә улар тулҡынланыу һәм бер аҙ хәүеф менән баға.
       - Йыйылыу пунктында үткәргән ике - өс көн эсендә беҙ егеттәрҙе тейешле кәйефкә көйләргә, ыңғай энергия бирергә тырышабыҙ, - тип һөйләй БР хәрби комиссары урынбаҫары Илдус Гәрәев.
       Беренсе сиратта буласаҡ һалдаттар медкомиссия үтә. Урындарҙа улар медицина тикшереүе үткән инде, әммә ҡағиҙә буйынса уларҙы тағы бер тапҡыр ҡарарға тейештәр - йыйылыу пунктындағы кеүек ҡорамалдар башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Егеттәр менән 60 - тан ашыу медицина хеҙмәткәре эшләй.
       Артабан саҡырылыусылар профессиональ - психологик һайлау
       аша үтә: был кемгә ҡайҙа хеҙмәт итеү яҡшыраҡ булыуын билдәләү өсөн кәрәк, комиссия егеттәрҙең сәләмәтлек торошон һәм физик яҡтан нисек үҫешеүен генә иҫәпкә алмай. Уларҙың белем кимәлен, ғаилә хәлен, холоҡ үҙенсәлектәрен дә белеү мөһим.
       Йүнәлтмә алғандар үҙҙәрен "һатып алыусылар" менән таныша - бында ғәскәр төрҙәре вәкилдәрен шулай тип атайҙар. Һуңғылары яңы һалдаттарҙы кейем алмаштырыу урынына оҙата. Би лдәле буыуынса, хәҙер армияға саҡырылыусылар урында уҡ
       кейем менән тәьмин ителә. Бүрек, бушлат, сылғауҙар, ҡайыш - барлығы 15 атама. Һәр һалдат ошондай комплектҡа эйә була. Бе р сәғәттә йыйылыу пунктында 40 кешене "кейендерәләр". Бер саҡырылыуға биш вагон хәрби кейем һатып алына.
       Күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ бында. Хәрби әҙерлек, фильмдар
       ҡарау, музейға барыу - көндөң һәр минуты ниндәйҙер шөғөл менән үтә.
       - Һәм, һөҙөмтә булараҡ, армияға саҡырылыусы 800 һалдатты бер юлы вагондарға ултыртыу беҙҙә ни бары 12 минут ала! - ти п маҡтанып алды Илдус Гәрәев. - Ә бит бында ҡосаҡлашыуҙар, к үҙ йәштәре - биш кешенән торған ғаиләгә лә ваҡыт күберәк кәр әк
       булыр ине...
       Йыйылыу пунктында өс тапҡыр ашатыу ойошторолған. Беҙҙе лә
       һыйланылар: бөгөн төшкө ашҡа кәбеҫтә ашы, ҡарабойҙай
       бутҡаһы, салат, икмәк, кеҫәл - һалдат яҡшы итеп туҡланырға тейеш! Туҡлыҡлы төшкө аштан һуң егеттәрҙе концерт көтә - оҙатыу көндәрендә бында махсус рәүештә республиканың төрлө ү ҙешмәкәр коллективтары саҡырыла.
       - Беҙҙә эскелек, һуғышыу кеүек нәмә юҡ, һуңғы йылдарҙа үҙ белдеге менән йыйылыу пунктынан киткән осраҡ та теркәлмәне, - тип һөйләй Илдус Гәрәев.
       Саҡырылыусыларҙың күпселеге элеккесә ҡыҫҡа ваҡытлы хеҙмәтте һайлай. Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр, "альтернативщиктар" күп түгел. Тәүгеләре тураһында һөйләгәнд ә, Илдус Гәрәев уларҙың һаны арта, тип белдерһә, икенселәре хаҡында уның фекере башҡасараҡ:
       - Улар йәмғиәттә ир кешенең ролен аңламай. Тыныс күк йөҙө
       аҫтында йәшәргә теләп тә бының өсөн бер нәмә лә эшләмә имеш. Бәхеткә күрә, ундайҙар беҙҙә күп түгел - унлап кеше...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал