6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Беҙгә Кудрин килә
15.12.05


       16 декабрҙә "Өфө" Халыҡ - ара аэропортында Башҡортостанды ң үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байр ам итеүҙе әҙерләү һәм үткәреү буйынса Рәсәй ойоштороу комите ты рәйесе, РФ финанс министры Алексей Кудрин етәкселегендәге ойоштороу комитеты ағзаларынан торған делегацияны ҡаршы алырға әҙерләнәбеҙ. Делегация составында РФ финанс министры урынбаҫары, РФ Финанс министрлығының бюджет - ара мөнәсәбәттәр департаменты директоры А. Силуанов, Федераль юл агентлығы етәксеһе О. Белозеров, РФ иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министры урынбаҫары А. Шаронов, Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш буйынса Федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Р. Хәсәнов һәм башҡаларҙың килеүе көтөлә.
       Мәскәү делегацияһы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеүҙе әҙерләү һәм үткәреү буйынса Рәсәй ойоштороу комитетының беренсе ултырышында ҡатнашыу өсөн килә.
       Ҡунаҡтарҙы БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте
       Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, уның урынбаҫарҙары Айрат Ғәскәров, Хәмит Мәүлейәров һәм Илдус Илешев ҡаршы аласаҡ.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуын байрам итеүҙе әҙерләү планына беҙҙең аэропорт т а индерелгән, шуға күрә ул ойоштороу комитеты ағзалары танышасаҡ беренсе объект булып тора. Реконструкция барышында аэропорт майҙанының байтаҡҡа артыуы планлаштырыла. Бөгөн уның үткәреү һәләте сәғәтенә 400 кеше тәшкил итһә, реконструкциянан һуң был һан 600 кешегә, резерв
       майҙандарын да иҫәпкә алғанда, 800 кешегә барып етер тип ниәтләнә. Бинаға өс ҡатлы, киңлеге 18 метр тәшкил иткән төкәтмә эшләнәсәк. Аэропортты уратҡан территория ла үҙгәрә, унда 30 метрлыҡ хәүефһеҙлек зонаһы эшләү планлаштырыла. Машина һәм автобус туҡталыштары был зонанан тышҡа сығарыласаҡ. Аэропортты реконструкциялауға барлығы 350 - 400
       миллион һум тотоноласаҡ. Төҙөлөш эштәрен БНЗС тресы алып бара, проект эштәрен "Промстройпроект" башҡарған.
       Артабан делегация "Өфө" станцияһының тимер юл пассажирҙар комплексының төҙөлөш майҙандарына йүнәләсәк.
       Бында вокзал бинаһын, тимер юл һәм вагондарҙы хеҙмәтләндереү станцияларын реконструкциялау эштәре башланған да инде. Биналарҙың бер өлөшө емерелеп, улар урынына яңылары төҙөләсәк, бер өлөшөн яңыртып эшләү
       планлаштырыла. Йәйәүлеләр өсөн яңы күпер төҙөү, вокзал
       бинаһының тышҡы йөҙөн яңыртыу көтөлә. Проект буйынса тимер юл вокзалының дөйөм майҙаны 26,5 мең квадрат метр, вокзал алдындағы майҙан - туғыҙ меңдән ашыу квадрат метр тәшкил итә . Пассажирҙар комплексын реконструкциялауҙы финанслау республика бюджеты ( 515 миллион һум) һәм "Рәсәй тимер юлдар" асыҡ акционерҙар йәмғиәте (735 миллион) иҫәбенә
       башҡарыласаҡ.
       Артабан делегацияның юлы "Өфө - арена" универсаль спорт
       һарайына йүнәлә. Боҙ һарайы һигеҙ - туғыҙ мең тамашаға иҫәпләнгән ғәйәт ҙур ҡоролма булырға оҡшай. Объекттың дөйөм хаҡы - бер миллиард 400 миллион һум.
       Киләһе пункт - "Аҡбуҙат"ипподромы. Ипподромдың иҫке трибуналары тулыһынса емерелгән, 4 - 4,5 мең тамашысылыҡ яңылары ҡабырғаһында ятҡан цилиндр формаһында эшләнәсәк. Трибуналарҙа ресторандар, бизнес - зал, тотализатор, беренсе ҡатта - боулинг һәм бильярд ҡаралған. Биш ат һарайының барыһы ла яңыртыласаҡ. Яңы ҙур ат һарайы төҙөү
       планлаштырыла, уның аҫтында аттар, юғары ҡатында - уларҙы хеҙмәтләндереүсе персонал урынлашасаҡ. Иҫке манеж алынып, яңыһын ипподромдың икенсе өлөшөндә төҙөү ниәтләнә. Ҡунаҡхана төҙөү ҙә ҡаралған. Реконструкцияның дөйөм хаҡы миллиард һум тәшкил итә.
       Ҡунаҡтар Республика клиник дауаханаһының хирургия корпусында, Халыҡтар дуҫлығы йортонда, торлаҡ төҙөлөүсе биҫтәләрҙә һәм юл төҙөлөшө объекттарында туҡталырға планлаштыра.
       Өфөлә башланған был эштәр менән танышыу Республика Йортонда үтәсәк ултырышта 2007 йылда республикала билдәләнәсәк төп байрамға әҙерлек һорауҙарын ентекле тикшерергә мөмкинселек бирәсәк. Пландың төп сараларын
       тормошҡа ашырыу барышы тураһындағы мәғлүмәт менән Башҡортостан Хөкүмәте Прмьер - министры урынбаҫарҙары Хәмит Мәүлейәров һәм Илдус Илешев сығыш яһаясаҡ. БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров пландың финанс яҡтан тәьмин ителеше менән таныштырасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал