6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Гуанторена үҙенең татар түгеллеген иҫбатлармы
15.12.05


       "Нефтяник Башкортостана" командаһының түҙемһеҙлек менән к өткән көнө, ниһайәт, килеп етте. Талантлы Куба волейболсыһы Османи Портуондо Гуанторена йыйылма команда буйынса ете иптәше менән бергә Рәсәйгә килеп төштө. Һис һүҙһеҙ ул Башҡортостан клубын көсәйтер һәм Юрий Маричев командаһына ең елеүҙәрҙән ҡотолорға ярҙам итер тип уйларға кәрәк. Гуанторенаның көсөн һынап ҡарау киләһе шәмбелә Ҡазандың "Динамо - ТТГ" командаһына ҡаршы матчта буласаҡ.
       Гуанторена "Нефтяник Башкортостана" командаһына килгәс, башта күптәр уның тышҡы ҡиәфәтенә аптырап ҡарағайны. Беҙ
       Куба спортсыларын ҡара тәнле таҙа егеттәр тип күреп өйрәнгәнбеҙ. Был яңылышыуҙа Азатлыҡ утрауынан килгән боксерҙарҙың да ғәйебе барҙыр, уларҙың күпселегенең ата - бабалары сығышы менән Африканан. Ҡаҡса ғына, аҡ йөҙлө һәм артыҡ хискә бирелеүсән Гуанторенаның сығышы испан грандтарынан киләлер, моғайын. "Ул татарға оҡшаған бит!" - т ип әйтеп һалды кемдер һәм ул хаҡлы ине. Шулай итеп Османиҙың икенсе милләте билдәләнде.
       Бөгөн Гуанторена Өфөлә. Кисә кис ул "Нефтяник Башкортостана" командаһы күнекмәләрендә ҡатнашты. Беҙ өфөлөләрҙең тренеры Юрий Маричев менән бәйләнешкә индек,
       уның кәйефе яҡшы ғына ине.
       - Гуанторенаның ниһайәт килеп етеүенә мин һис һүҙһеҙ шат. Алдағы матчта уҡ уны һынап ҡараясаҡбыҙ. Шунда уҡ яҡшы һөҙөмтә күрһәтер тип өмөтләнәм. Һәр хәлдә Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Станислав Шевченко Рәсәйгә килгән кубалыларҙың ба рыһының да яҡшы формала булыуҙарын белдерҙе. Ул Кубаға барып был ил волейболсыларының беренсе һәм икенсе состав араһында ике яҡлы уйынын күреп ҡайтҡан. Бер генә нәмә борсой , ул да булһа шәмбе көнө "Динамо ТТГ" менән буласаҡ осрашыу. Гуанторена өсөн был өсөнсө көн, йәғни климатҡа өйрәнеүҙең иң ҡатмарлы ваҡыты.
       Османи Гуанторена һынатмаҫ тип уйлайбыҙ. Ул бит үҙенең яратҡан клубына әйләнеп ҡайтты. Өҫтәүенә Гуанторенаға үҙенең тоҡомонда татар ҡаны булмауын иҫбатларға ваҡыт, бының өсөн кәм тигәндә Ҡазан оҫталарын еңеү кәрәк.
       Суперлиганың башҡа клубтарына ла Куба егеттәре килде. "Нефтяник Башкортостана" клубынан тыш Азатлыҡ утрауынан килгән волейболсыларҙы тағы дүрт команда бүлеште. Салауаттың
       "Нефтехимик" клубы бер юлы ике оҫтаны - Пабло Пименту һәм Томас Алдасабалде эләктерҙе. Әммә быға ҡарамаҫтан, башҡорт командаһының баш тренеры Валерий Багметовтың кәйефе шәптән түгел - еңеүҙәр һаны буйынса уның командаһы Рәсәй суперлигаһында аутсайдерҙар араһында ҡала.
       - Пименту һәм Алдасабалде Екатеринбургта үтәсәк "Локомоти в - Изумруд" командаһына ҡаршы матчта һынап ҡараясаҡбыҙ. Ула р, әйткәндәй, шунда уҡ был ҡалаға киләсәк. Сит ерҙән килгән
       кешегә оҙатып йөрөүсеһеҙ ҡыйынға тура килә, шуға күрә Ярослав Василенко Куба егеттәрен ҡаршы алырға китте. Улар тураһында һығымта яһарға иртәрәк әле. Башта уларҙы уйында ҡарап ҡарайыҡ. Кубалылар иртәрәк килһә нәмә булыр ине Ике еңеүгә күберәк булыр ине.
       Эйе, юҡҡа ғына кубалылар Панамерика уйындарында АҠШ йыйылма командаһына биреште. Фидель Кастро менән бергә үҙ
       халҡын да борсоуға һалдылар, ошоға бәйле Рәсәйгә барыуҙан
       мәхрүм ҡала яҙҙылар. Беҙҙең командалар ҙа Куба таланттарына н башҡа бик мөһим өҫтәмә мәрәйҙәр яулай алманы. Хәйер,
       өлгөрөрбөҙ әле, берәй ваҡыт Америка "капиталистарының" да арт һабағын уҡытмаҫбыҙ тимә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал