6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Власть тирәләй тартыш
18.11.03


       Ә кем һеҙгә Башҡортостан Президентын һайлауҙар талаш - тарт ышһыҙ ғына үтәсәк тип әйтте. Яңылышаһығыҙ, республиканың неф ть ятҡылыҡтары күптәрҙе тыныс йоҡларға бирмәй.
       Ошо көндәрҙә генә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комитеты Серг ей Веремеенконы теркәүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул и ткәйне. Уныһы РФ Рәсәй Үҙәк һайлау комитетына ялыу яҙырға ла
       күп һорап торманы, тағы килеп БР Үҙәк һайлау комитетын тарҡ атыуҙы ла талап итте. Йәнәһе, мине ҡыйырһытҡанығыҙ өсөн кәрә гегеҙҙе алығыҙ әйҙә. РФ Үҙәк һайлау комитеты рәйесе Александ р Вешняков телевидение аша Веремеенконың ғаризаһын уҡып ишет терҙе һәм ул биш көн эсендә ҡараласаҡ тип белдерҙе. Тимәк, 1 7 ноябрь көнө барыһы ла асыҡланасаҡ.
       Шул уҡ ваҡытта республиканың Үҙәк һайлау комитеты, өҫтөнә я уған ялыуҙарға ҡарамаҫтан (улар һаны дүрткә етте), үҙ эше ме нән мәшғүл. Кисә үткән ултырыш ваҡытында БР Үҙәк һайлау коми теты контроль - ревизия хеҙмәтенең һайлаусыларҙың БР Президе нты вазифаһына кандидат Рәлиф Сафиндың һайлау алды кампанияһ ын үткәргән ваҡытта һайлау ҡағиҙәләрен тупаҫ рәүештә боҙоуҙа ры тураһында белешмәһе тикшерелде.
       Комиссияға тәҡдим ителгән документ һәм видеоматериалдарына н 11 октябрҙә Сафиндың Башҡортостанға билдәле Рәсәй артистар ын саҡырып килтереп, һуңғыларының бында бушлай концерт ойошт ороуы раҫланды. Был эште насар тип тә әйтеп булмай, әлбиттә,
       ни тиһәң дә өфөлөләргә Боярский, Лещенко, Винокур, Панкрато в - Черный кеүек билдәле артистарҙы күреү бәхете йыш теймәй.
       Тик эш унда түгел, артистарға эш хаҡы һайлау фондынан түлә нмәүе билдәле, ә был үҙ сиратында закон тарафынан тыйыла.
       13 октябрҙә Сафин һәм К Сибайҙа гастролдәр үткәрҙе. Унда Ал суҙың кассеталары бушлай таратылыуы ла билдәле. Бер аҙнанан ошондай уҡ концерт Башҡортостан менән сиктәш Удмурт Республи каһында үтте. Башҡортостандан килеүсе һайлаусылар өсөн буш лай автобустар, Буй йылғаһын аша сығыу өсөн паром бүленә. Ә концерт барышында иһә кандидат өсөн тауыш бирергә туранан - тура өгөтләү башлана. 31 октябрь һәм 1 ноябрь көндәрендә Төйлөгәндә шундай уҡ хәл ҡабатлана. Хәйер, Сафиндың гастролдәрен һанауҙан файҙа юҡ, б ары уларҙы үткәреүгә киткән аҡсаны ғына күҙ алдығыҙға килте регеҙ. Концерттар ойоштороу тыйылмай, әлбиттә, тик һайлау ка мпанияһы ваҡытында улар һайлау фондынан түләнергә тейеш.
       Килтерелгән факттар нигеҙендә, БР Үҙәк һайлау комитеты Рәли ф Сафинды Башҡортостан Республикаһының Президенты вазифаһына
       кандидаты итеп теркәүҙән баш тартыу тураһындағы ғариза менә н Башҡортостан Республикаһының Юғары судына мөрәжәғәт итергә
       тигән ҡарар ҡабул итте. Тимәк Рәлиф Сафиндың да Веремеенко миҫалына эйәреп Рәсәй Үҙәк һайлау комитетына БР Үҙәк һайлау комитеты өҫтөнән ялыу яҙыуы ихтимал. Тик бына Үҙәк ниндәй п озиция алыр, әйтеүе ҡыйын. Хәйер, финанс магнатының да, нефт яниктың да Мәскәүҙә арҡа терәр көстәре етәрлек. Ә Рәсәй Үҙәк
       һайлау комиссияһы Яҡут һәм Ҡалмыҡ республикаларында үткән һ айлауҙарға ҡарағанда һәр ваҡыт ғәҙел позицияла тора тип әйте үе ҡыйын.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал