6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Экологтар һәм эшҡыуарҙар, берләшегеҙ!
15.12.05


       "Башинформ" агентлығында БР эшҡыуарҙарының буласаҡ
       экологик съезына арналған матбуғат конференцияһы үтте. Съез д - Рәсәйҙә был йүнәлештә ойоштороласаҡ тәүге сара.
       Матбуғат конференцияһында тәбиғи ресурстар министры
       урынбаҫары Зарема Ғәзизова һәм БР Экологтар союза рәйесе
       Александр Веселов сығыш яһаны. Улар съезд экологтар һәм эшҡыуарҙарҙы халыҡтың экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшендә берләштерер тип өмөтләнә. Ә экологик проблемаларҙы уңышлы хәл итеү Башҡортостан иҡтисадын Рәсәйҙең Бөтә донъя с ауҙа ойошмаһына инеүгә әҙерләйәсәк.
       Съезда үҙ бизнесын экология менән бәйләүсе эшҡыуарҙар, ҡала һәм райондарҙың тәбиғәтте һаҡлау структуралары вәкилдәре, власть органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
       Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда экологик эштәр һәм хеҙмәтләндереү баҙарының хәл - торошон баһалау, баҙарҙы
       яңы технологиялар индереүгә йүнәлтеү, шулай уҡ
       республикала тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә идара итеүҙе камиллаштырыу юлдарын тикшереүҙе бурыс итеп ҡуя. Съездың төп бурыстарының береһе - Башҡортостан Республикаһының "Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау маҡсаттарында башҡарылған
       эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тураһында" закон проектын ҡарау
       йәһәтенән инициатива белдереү.
       - Бөгөн Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә экологик туризм һәм хеҙмәтләндереүҙе көйләү өсөн яуаплы дәүләт органы юҡ, - ти
       Александр Веселов. - Ә бөгөнгө экологияның өс төп проблемаһ ы - климаттың йылыныуы, тирә - яҡ мөхиттең бысраныуы һәм бығ а бәйле халыҡтың ауырыу һәм үлеү осраҡтары артыуы - туранан - тура беҙҙең республикаға ла, тотош илебеҙгә лә ҡағыла. Кеше сәләмәтлегенең 25 проценты тирә - яҡ мөхит торошонан, тағы 2 5 проценты йәшәйеш сифатынан тороуы билдәле, һуңғыһы үҙ сиратында эскән һыу һәм ашаған аҙыҡ - түлектең таҙалығына бәйле.
       Веселовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн кешеләр аҙыҡ - түлектең сифатына етди ҡарай. Һорашыуҙар халыҡтың 60 проценты туҡланыуҙың экологик яҡтан таҙа булыуы өсөн өҫтәп түләргә әҙерлеген күрһәтә. "Йәшелдәр партияһының" һаны арта.
       Бөгөн унда 15 мең кеше иҫәпләнә. Рәсәйҙең ике төбәгендә "йәшелдәр" хатта "Берҙәм Рәсәй" вәкилдәрен дә артта ҡалдырған.
       БР экологик эшҡыуарҙар съезы Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә бәйле ҙур әһәмиәткә эйә. Унда продукцияның хәүефһеҙлеге - иң мөһим һорауҙарҙың береһе. Әммә БР Хөкүмәтенең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүгә
       әҙерлек тураһындағы ҡарары булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда экологик эшҡыуарлыҡ баҙары әлегә көс туплай а лмай. Хоҡуҡи яҡлау юҡ, эшҡыуарҙар төшөнкөлөккә бирелә, уларҙың һаны ла һиҙелерлек кәмегән. Әле 2004 йылда ғына экологик эшҡыуарҙар һаны 400 - ҙән ашыу булһа, бөгөн улар 12 0 тирәһе ҡалған.
       Матбуғат конференцияһында экология нормаларын боҙоуға бәйле төрлө һорауҙар тикшерелде. Мәҫәлән, асыҡланыуынса, яңы төҙөлөш объекттарын һалғанда һәр ваҡыт инженер - экологик тикшеренеүҙәр үткәрелмәй икән. Һөҙөмтәлә йыш ҡына экологик йәһәттән зыян килтереүсе объекттар торлаҡ йорттар зонаһында төҙөлә. Йәғни эшҡыуарҙар өсөн эш етерлек.
       Веселов хәүефле ҡалдыҡтар проблемаһына ла ҡағылды, күп
       кенә ойошмалар ҡалдыҡтарҙы утилләштереү йәки хәүефһеҙлек
       техникаһы буйынса күмеү тураһында уйлап та бирмәй. Күптән түгел генә ҙур йөк машиналарында ялған документтар менән хәүефле ҡалдыҡтар ташыуҙың 15 осрағы теркәлгән. Уларҙы ҡайҙа
       алып барғандар Бер кем дә белмәй. Бөгөн һәр учреждениела тип әйтерлек яҡтыртҡан билдәле терегөмөшлө лампалар ҙа
       хәүеф усағы. Уларҙы йыйып эшкәртеү Өфөлә һәм ҡайһы бер
       көньяҡ райондарҙа ғына ойошторола. Шулай уҡ эшҡыуарҙар
       өсөн эш сығанағы.
       Ҡайһы бер илдәрҙә күптән индерелгән сүп - сарҙы селектив (айырымлап) йыйыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда был йәһәттән беҙҙә байтаҡ эш
       башҡарыла, тине Веселов, әммә тынысланырға иртәрәк әле. Сүп
       - сарҙы айырымлап йыйыу өсөн төп стимул булып матди дәртләндереү торорға тейеш. Әлегә хужабикәләр йортта бер сүп
       - сар биҙрәһе урынына өсәүҙе тотоу тураһында уйларға ла теләмәй. Һәм тағы ла эшҡыуарҙар өсөн мөмкинселек - улар
       үҙҙәре өсөн отошло итеп сүп - сар төрҙәрен йыйыуҙы ойоштора
       ала.
       Көнбайыш илдәре миҫалында экологик полиция төҙөү тураһында идея тәҡдим ителде. Әйткәндәй, Татарстанда ла бындай хеҙмәт эшләп килә. Экологик полиция хеҙмәткәрҙәре урамдарҙа, йәмәғәт урындарында таҙалыҡ булдырыу өсөн көрәшә.
       Матбуғат конференцияһында тикшерелгән темалар һис шикһеҙ ҡыҙыҡһынырлыҡ. Сара аҙағында Александр Веселов түбәндәге
       һығымта яһарға тәҡдим итте. Экологик сәйәсәт тураһында зако н булдырыу мотлаҡ кәрәк. Мәҫәлән, Мәскәүҙә бөгөн экология буйынса 400 - гә яҡын норматив акт эшләй. Ә баш ҡала мэры
       Юрий Лужков уның өсөн экология беренсе урында тороуын
       белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал