6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Благовещен ваҡиғаларына - бер йыл
15.12.05


       ...Өфөмө Ҡайҙалыр Благовещен тирәһендә булырға тейеш...
       ( бөгөнгө көн фольклорынан)
       Благовещенда булып үткән билдәле ваҡиғаларға йыл тулып уҙҙы. Был ваҡыт эсендә 30 меңдән саҡ ҡына артығыраҡ кеше йәшәүсе был башҡорт ҡаласығы халыҡ телендә һәм матбуғатта
       республиканың баш ҡалаһы Өфөнән дә йышыраҡ иҫкә алынғандыр, моғайын.
       "Билдәле ваҡиғалар" тигән һүҙбәйләнеште аңламаусылар ҡалһ а, хәтергә төшөрөп үтәйек, Благовещенға был "данды" үткән йылдың декабрь айында үткән милиция операцияһы алып килде. Б арыһы ла йәштәрҙең милиция менән уҫмаҡлашыуы һөҙөмтәһендә өс тәртип һаҡсыһының дауаханаға эләгеүенән башланды. Был хәлдән һуң республиканың Эске эштәр министрлығы Башпрокуратура менән килешеү буйынса Благовещенда "профилактик саралар" үткәрергә ҡарар итте. Һуңыраҡ ҡайһы бер баҫмалар хоҡуҡ һаҡсыларына эйәреп уны "таҙартыу" тип тә атаны. 10 декабрь көнө урындағы милиция хеҙмәткәрҙәре ярҙамға ебәрелгән айырым тәғәйенләнеш отряды ( ОМОН) менән бергә ҡала урамдарын, кафе - барҙарҙы, бейеү залдарын һ. б. тикшерҙе. Дүрт көн эсендә милиция бүлегендә 500 - ҙән ашыу кеше "ҡунаҡ" булып сыға. Һуңынан уларҙың 347 - һе милиция эшмәкәрлегенән зыян күреүсе булып таныласаҡ...
       "Таҙартыуҙан" һуң бер нисә көн үткәс, ғауға федераль кимә лгә күтәрелде. Ҡала кешеләре бер ваҡытта ла үҙҙәренә ҡарата бындай иғтибар тойғаны булмағандыр, моғайын. Журналистар, хоҡуҡ һаҡсылары, Эске эштәр министрлығы һәм Прокуратура хеҙмәткәрҙәре - федералдар ҙа, урындағылары ла - бер - береһ ен алмаштырып ҡына торҙо.
       Башҡортостан Прокуратураһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә ҡарата енәйәт эште ҡуҙғатты. Благовещен
       ҡалаһының эске эштәр бүлеге начальнигы Илдар Рамазанов, уның урынбаҫары Олег Мирзин, БР Эске эштәр министрлығы эргәһендәге айырым тәғәйенләнештәге милиция отрядының оператив рота командиры Олег Соколов һәм Благовещен милицияһының тағы биш хеҙмәткәре ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә ултырҙы.
       Киң матбуғат саралары тырышлығы менән Благовещен тигән тағы бер ҡала барлығы тураһында бөтә Рәсәйгә мәғлүм булды. Халыҡтың арттырырға яратыуы һәм бәғзе әҙәмдәрҙең республика етәкселеген алмаштырыу теләге менән яныуы арҡаһында декабрь ваҡиғаларына ҡот осҡос яңылыҡтар өҫтәлде. Ярым үлек хәленә еткергәнсе туҡмалған ирҙәрҙән тыш, ҡатын - ҡыҙҙарҙы көсләү тураһында хәбәрҙәр барлыҡҡа килде. "Кеше хоҡуҡтары өсөн" дөйөм Рәсәй йәмәғәтселек хәрәкәте етәксеһе Лев Пономарев һәм Мәскәү Хельсинки төркөмө лидеры Людмила Алексеева етәкселегендәге хоҡуҡ һаҡсылары үҙ сценарийҙары буйынса шау - шыулы суд процесын көтә башланы. Тик эш башҡасараҡ килеп сыҡты.
       Башта енәйәт эштәре оҙаҡ ваҡыт прокуратуранан сығып китә
       алманы. Материалдар тикшереү эше башланып ете ай үткәс
       кенә судҡа тапшырылды. Һигеҙ милиционер өҫтөнән сентябрь айында башланған суд эше лә оҙайлы булырға оҡшай. Беренсе
       тыңлауҙа уҡ енәйәт кодексы нормалары боҙолоу сәбәпле, тикшереү эше бер айға кисектерелде: ҡайһы бер ғәйепләнеүселәр ултырыш ваҡыты тураһында закон буйынса
       билдәләнгән ваҡыттан һуңыраҡ белгән. Һуңынан судьяның был процесты алып бара алмауы асыҡланды, сөнки уның ире лә билдәле декабрь көндәрендә милицияға килтерелгән икән.
       Ике участковыйға ҡарата эш йылдамыраҡ бара. Улар икеһе лә
       суд тарафынан вазифа мөмкинселектәрен тейешенән артыҡ файҙаланыуҙа ғәйепле тип табылды һәм шартлы рәүештә өс йылға хөкөм ителде, биш йыл дауамында улар дәүләт вазифаларына тәғәйенләнеү хоҡуғынан мәхрүм. Уларҙың коллегалары үҙ урындарындаэшләүен дауам итә. Бының ҡасанға т иклем барыуы билдәһеҙ. Благовещен район судында әйтеүҙәренсә, сираттағы - иҫәп буйынса етенсеме, һигеҙенсеме  - суд ултырышы 19 декабргә тәғәйенләнгән.
       Ә халыҡ арыны. Суд ултырыштарында зыян күреүселәр һанының тиҙ арала кәмеүе - быға дәлил. Әгәр сентябрь айында
       суд залында 347 зыян күреүсенең 66 - һы булһа, һуңғы тапҡыр улар егерменән дә артмаған. Эштең ялыҡтырғыслығының ( һәм
       артыҡ әһәмиәтле булмауының ) тағы бер билдәһе - процеста журналистарҙың аҙ булыуы.
       Мәскәү хоҡуҡ һаҡсыларының "таҙартыуҙың" бер йыллығын "туҡмалған ҡалала" билдәләргә ҡарар итеүе лә ҡыҙыҡһыныуҙың
       кәмеүен раҫлай. Үткән шәмбелә Людмила Алексеева, Лев Пономарев һәм "Кеше хоҡуҡтары өсөн" хәрәкәтенең төбәк
       бүлексәһе лидеры Илдар Иҫәнғолов Благовещенда булып китте. Благовещендарҙың кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшселәр менән икенсе тапҡыр осрашыуы тәүгеһененән ҡырҡа айырыла. Ғинуар айында ҡала халҡы асыуын сығарып ҡалырға ашыҡһа, бер йылдан һуң улар ҡунаҡтарҙы ҡапҡанан кире борҙо, сөнки үҙҙәрен халыҡ
       хоҡуғын яҡлаусы тип атағандарҙың бары тик үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып йөрөгәнен аңлауы ҡыйын түгел.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал