6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Көҙгө сессия аҙағына яҡынлаша
14.12.05


       Депутаттар муниципаль реформаны иреккә сығарҙы. Парламент спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, 1 ғинуарҙан республикала "сифат йәһәтенән икенсе идара итеү системаһы эшләй башлаясаҡ". Урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙың к өн үҙәгендәге аспекттарға арналған закон проекттары блогы менән депутаттар республикала муниципаль реформаны законлаштырыуҙы тамамлай. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Й ыйылышы - Ҡоролтай Президиумының илле икенсе ултырышында парламентарийҙар көн тәртибендәге 59 пунктты ҡараны.
       Дәүләт Йыйылышының яҡынлашып килгән ултырышында депутаттарға республика прокуроры вазифаһына Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуроры тарафынан тәҡдим ителгән Сергей Хуртиндың кандидатураһы менән ризалашыу мәсьәләһен хә л итеү тора. Был урынға бер нисә кандидатура бар, әммә Рәсәй Генераль прокуроры үҙ дәғүәсеһен тәҡдим итә. Артабан
       парламентарийҙар республиканың ҡала һәм райондарындағы айырым суд участкаларының мировой судьялары вазифаларына кандидатураларҙы ҡараясаҡ. Икенсе яҡтан, мировой судьялар
       темаһы Константин Толкачев тарафынан яңыса билдәләнеш тапты. Ул икенсе уҡыуҙа ошоға ярашлы республика законына төҙәтмәләр индереүҙе ҡарауҙан баш тартырға тәҡдим итте. Эш
       түбәндә: Рәсәйҙең Дәүләт Йыйылышында беҙҙең закондар сығарыу инициативаһы хуплап ҡаршы алынды, хәҙер төбәктә
       мировой судьялар һаны 35 кешегә артығыраҡ булыуы мөмкин тип табыла. Шул ваҡытта үҙ хоҡуҡи акттарыбыҙҙы тәртипкә килтерергә сират етәсәк тә инде.
       Икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡабул итеү өсөн билдәләнгән
       проекттар башлыса республика закондарына үҙгәреш индереүгә ҡағыла. Уларҙың күбеһе урындағы үҙидара органдарының хоҡуҡи көйләнешен яҡшыртыуға - уларға айырым дәүләт вәкәләттәре тапшырыуға, муниципаль вазифалар реестрын һәм уларҙың хеҙмәтенә түләү кимәлен билдәләүгә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш стажын иҫәпләүгә, аттестация үткәреүгә йүнәлтелгән.
       Башҡа тәҡдимдәрҙән "Республиканың маҡсатлы программалары т ураһында" законына үҙгәрештәр индереүсе закон проекты көсөргәнешле тикшереүҙәргә сәбәп булды. Оҙайлы программаларҙы ( тормошҡа ашырыу ваҡыты 10 йылға тиклем)
       раҫлау өсөн республика парламентына тапшырыу тәҡдим ителә. Әммә мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Рафаил Мирсаев шунда уҡ "Мәктәп автобусы" программаһы тураһында хәтергә төшөрҙө, билдәле булыуынса, республиканың ҡайһы бер төньяҡ - көнсығыш райондары уға йылдан - йыл "эләгә" алмай. Әйткәндәй , был проект ҡыҫҡа ваҡытлы ( өс йылға тиклем), һәм парламентарийҙар уға йоғонто яһай алмай. Ҡыҙыу бәхәстән һуң Президиумда ҡатнашыусылар Дәүләт Йыйылышына программаның бар төрҙәрен раҫлауҙа ҡатнашырға мөмкинселек би реүсе төҙәтмәләрҙе икенсе уҡыуға индерергә мөмкин булыуында килеште. Әйткәндәй, өс йыл элек парламенттың барлыҡ "оҙон" программаларҙы үҙе үк хөкүмәткә тапшырыуы т ураһында хәтергә төшөрөүселәр ҙә табылды. Бер үк йылғаға ике
       тапҡыр инеп буламы
       Тейеш булыуынса, ултырыш аҙағында парламентарийҙар киләһе осрашыу ваҡытын билдәләне: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың утыҙынсы
       пленар ултырышы 22 декабрҙә үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал