6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Беҙ - бер ғаилә
14.12.05


       Тәрбиәгә алынған бер бала өсөн дәүләт 4500 һум түләй. Ҡа ла өсөн был ҙур аҡса түгел, әлбиттә, әммә ауылда был аҡсаға йәшәргә мөмкин. Ата - әсәләр балаларын өҙөлөп яратһа, әлбитт ә. Фәрәғиә Зиннәтуллина ире Албертҡа бынамын тигән ете бала табып бирә. Әммә был да уларға аҙ күренә. Икеһе лә күп балал ы ғаиләлә тыуып үҫкән һәм үҙ ғаиләләренең дә шундай булыуын
       теләйҙәр. Тик бына Альберт Ғиндулла улы кеүек колхозсының э ш хаҡы һәм хат ташыусының ( Фәрәғиә Хәмит ҡыҙы) 540 һум окладына был тиклем баланы ашатып - кейендереү мөмкинме һуң
       Тик шулай ҙа Фәрәғиә күптән инде тағы бер бала тураһында уйлап йөрөй. Әммә берәү урынына улар бер юлы өсәүҙе алып ҡайта - ағалы - энеле ике малай һәм уларҙың һеңлеләре әсәй - атайлы була. Аҡса ла өҫтәлә.
       Диана, Данис һәм Динар Хажиевтар - башҡорт ғаиләһенән һәм
       үҙҙәренең тыуған телендә һөйләшәләр. Уларҙың яңы ата - әсәһ е - татарҙар. Тик был хәл уларҙың береһен дә аптыратмай. Бал алар тиҙ арала өйрәнеп китә. Альберт Ғиндулла улын шунда уҡ атай, Фәрәғиә Хәмит ҡыҙын - әсәй ти башлайҙар.
       - Вадим беҙҙе сабыйҙарҙан бер аҙ ҡыҙғана, - тип һөйләй әс ә кеше. - Ул һәр саҡ иғтибар уртаһында ине бит. Ҡайһы ваҡыт һуғышып та китәләр, әммә һәр саҡ килешәләр һәм өйҙә ярҙам итәләр, һыу ташыйҙар, баҡсала эшләйҙәр. Беҙ барыһын да тигеҙ
       күреп яратабыҙ, тәм - томдо ла тигеҙ бүләбеҙ.
       Башта яңы алынған балаларға ғаиләнең мөмкинселектәре артыҡ ҙур түгеллеген аңлатыуы ҡатмарлыраҡ була. Улар һәр саҡ
       ауыл урамдары буйлап йөрөп һораналар. Шул ваҡыт яңы ата - ә сә "ҡара көнгә" йәшерелгән аҡсаға һигеҙ дана уйынсыҡ - "пазл ы" һатып ала. Хәҙер сабыйҙарҙы яратҡан уйындарынан айырыпта алырлыҡ түгел.
       Ә Диана туҡтауһыҙ перәник һәм кәнфит һорай. Һәм мотлаҡ күп
       булһын. Шул ваҡыт Фәрәғиә Хәмит ҡыҙы бер йәшник перәник һатып ала һәм балаларҙан кемдең күпме ашаясағын һорай. Диана
       - унды тип белдерә, Вадим - 12, Данис - 15, башҡалар ҙа ҡалышмай. - Ул саҡта әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ, - ти әсәй, -
       һәр ҡайһығыҙ сәйгә ҡушмайынса күпме перәник ашай алыр икән.
       Балалар кеуҙарҙан тәмлекәскә ташлана, һәм бик тиҙ туялар,
       һәр береһе дүрттән дә артыҡ ашай алмай.
       - Күрәһегеҙме - ти аҡыллы ҡатын. - Татлыны күп ашағанда ул да тиҙ ялыҡтыра!
       Йыш ҡына Диана әсәһенән ни өсөн уның тәне аҡ, ә ҡыҙҙыҡы ҡарараҡ булыуы менән ҡыҙыҡһына. Фәрәғиә Хәмит ҡыҙы уға әгәр C\ мунсала ул ныҡ итеп ышҡынып йыуынһа, уның да тәне ағарасаҡ, тип яуаплай. Мунасанан ҡыҙсыҡ аптырап һәм бер аҙ
       борсолоп сыға - күпме ышҡыһа ла тәне ағармағансы.
       - Һуң нисек итеп мин уның бер ваҡытта миңә оҡшамаясағын
       һәм бының сәбәбен әйтәйем - ти Фәрәғиә Хәмит ҡыҙы. - Беҙ бер ҡандан булмаһаҡ та бер ғаиләбеҙ. Яңыраҡ балалар йортонда
       тағы бер сабыйҙы ҡарап ҡайттым. Шул тиклем йәл улар миңә! Ә беҙҙә улар ғаиләлә, эшкә өйрәнеп үҫәләр. Уларҙың башҡалар
       араһында юғалмауын теләйем.

Әлиә Бикмөхәмәтова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал