6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Селиверстов Мәскәүгә оҙатылды
13.12.05


       Рәсәйҙең Александр Зубков идаралығындағы бобслей командаһы Австрияның Иглс ҡалаһында үткән донъя кубогы этабында икенсе урын яуланы, уның составында өфөлө Алексей С еливерстов та ҡатнаша. Был уңышлы сығыштан һуң
       ватандаштарыбыҙ экипаждарҙың дөйөм зачетында беренсе
       урынға күтәрелде.
       Иглста еңеүҙе швейцарҙар байрам итте - улар ике сығыштары н да иң яҡшы һөҙөмтә менән тамамлауға өлгәште. Рәсәйлеләр тәүге шыуыуҙа икенсе, артабан - өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте - әммә был да абруйлы "көмөш" урын яуларға мөмкинселек бирҙе. "Бронза" Рене Шпис етәкселегендәге Германия экипажында. Дүртенсе урында - АҠШ командаһы ( пилот Тодд Хейс). Рәсәйҙең
       икенсе экипажы Иглста иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде.
       Пилоттарҙың дөйөм зачетында алда рәсәйле Зубков бара. Ул үҙенең командаһы - Сергей Голубев, Алексей Селиверстов һәм
       Алексей Воевода менән бергә 270 мәрәй йыйҙы. Киләһе этап Италияла Кортина д,Ампеццо тип аталған урында уҙасаҡ. Унда Александр Зубков бик үк ышаныслы сығыш яһай алмаҫ, моғайын, сөнки был юлы уның менән яңы, Рәсәйҙә бик үк көслөләрҙән һаналмаған тәжрибәһеҙ спортсылар Евгений Печенкин, Кирилл Сосунов һәм Роман Орешников сығыш яһаясаҡ. Ә Өфө егете Селиверстов Голубев һәм Воевода менән бергә Мәскәүҙә махсус программа буйынса күнекмәләр үтәсәк. Рәсәйҙең бобслей
       федерацияһы президенты Валерий Лейченко үҙенең "Весь спорт"
       спорт мәғлүмәте агентлығына биргән интервьюһында был уйынсылар маҡсатлы рәүештә Туринда үтәсәк олимпиадаға әҙерләнәсәк тип белдерҙе.
       Был ҡарар үҙен аҡлармы - әйтеүе ҡыйын. Донъя кубогының
       дөйөм зачетында Рәсәй байтаҡ мәрәй юғалтасаҡ - яңы спортсыларҙың көсһөҙөрәк булыуы билдәле. Бобслей буйынса илебеҙҙең иң көслө өс спортсыһы бер халыҡ - ара старт тәжрибәһенән мәхрүм ҡаласаҡ. Был беҙҙең егеттәрҙең Туринда
       үтәсәк олимпиадала сығыштарында сағылыш табырмы Көтөргә ге нә ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал