6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Уйын тигеҙ булды
13.12.05


       "Салауат Юлаев" - "Аҡ Барс". Тамашасылар ярһыу, көслө
       уйын көткәйне лә. Әммә көтөлгәндәр тулыһынса аҡланманы, ти п әйтергә булалыр, моғайын. Матч көсөргәнешле көрәштә үтте - бының менән бәхәсләшеп булмай. Тик бына ҡеүәтле хоккей энергетикаһы, сағыу һәм үткер көрәш, аныҡ комбинациялар күрергә тура килмәне. Уйынсылар ҙа артыҡ маһирлыҡ күрһәтмәне , голкиперҙар ғына бер аҙ ҡыуандырҙы.
       Андрей Мезин матч башында гол үткәрҙе, әммә бында уның ғәйебе юҡ. Күпселектә уйнағанда һаҡсы Илья Никулин белорус " юлаевсыһының" ҡапҡаһына гол индерҙе. Башта "Аҡ Барс" ышаныслы еңеүгә өлгәшер кеүек тойола ине - "юлаевсылар" уйын
       башында һүлпән уйнағандай булды. Әммә матч барышында хәл
       үҙгәреш кисерҙе. Ике команданың да шайба индерергә
       мөмкинселектәре булғыланы, әммә ҡапҡа һаҡсылары ныҡ торҙо. Икенсе период башында "юлаевсылар" Ҡазан барстарының ҡара тә нле һаҡсыһы Фрэд Брэтуэйт (Татарстан көйәрмәндәре уны Фәрит тип йөрөтә) ҡапҡаһына гол индергәндәй булдылар, әммә матчтың баш судьяһы Вячеслав Буланов уйынды был мәлен видеола ҡабатлап ҡарарға йүнәлде. Боҙға кире ҡайтҡанда арбит р шайбаны иҫәпләргәме - юҡмы икәнлеген хәл итмәгән ине әле, күрәһең. Ул бер ҡулын үҙәккә күрһәтеү өсөн күтәрҙе, һәм ҡапы л, инде ҡыуаныша башлаған тамашасыларҙы аптыратып, ҡулдарын ике яҡҡа йәйҙе. Был рефери телендә гол булманы тигәнде аңлат а. Тамашасылар башҡа гол күрмәне. "Аҡ барс" 1 : 0 иҫәбе менә н еңде. "Юлаевсылар" лайыҡлы рәүештә еңелде - уларҙың уйынында, ҡунаҡтар менән сағыштырғанда, хаталар күберәк булды. Журналистарға айырыуса Дмитрий Макаровтың уйыны оҡшаманы.
       "Салауат Юлаев" бөгөн турнир таблицаһының туғыҙынсы урынына төштө.
       Матчтан һуң беҙ голкипер Фрэд Брэтуэт менән әңгәмә ҡорҙоҡ .
       - Фрэд, матч аҙағында инде дөрөҫөн дә әйтергә була. Арбит р күреп өлгөрмәгән гол ысынында булдымы, әллә юҡмы
       - Белмәйем. Күрмәнем. Мин ысынлап та белмәйем.
       - Һеҙ хәҙер "Аҡ Барста" беренсе һанлы позицияла урын алдығыҙ. Ҡәнәғәтһегеҙме
       - Эйе - мин хәҙер ҡапҡала йыш торам, әммә был бары тик ми не алмаштырыусы Еременконың йәрәхәтләнеүе арҡаһында.
       - Бөгөнгө уйын һәм ҡаршы команда тураһында нәмә әйтерһеге ҙ
       - Ҡыҙыҡлы уйын. Беҙ йыш ҡына аҙсылыҡта уйнаныҡ, әммә бирешмәнек. "Салауат Юлаев" - бик яҡшы команда.
       Уйындан һуң беҙ Андрей Зубарев менән дә осраштыҡ. Беренсе  булып ул һорау менән мөрәжәғәт итте:
       - Ниндәй (...) унда минең турала яҙған Исеме кем әле - О лег буғай
       - Мин ул.
       - Һин бит икенсе фамилия аҫтында яҙаһың!
       - Юҡ - ул материалды мин яҙҙым. Дәғүәләр булһа - әйҙә сит кә
       китеп һөйләшәйек.
       - Минең ваҡытым юҡ.
       - Һин хәтереңә төшөр: элек һиңә Өфөлә оҡшамаған ваҡытта һәм һин команданы алмаштырырға теләгәндә, беҙ нәмә тикшерә т орғайныҡ Һине клубтарҙың береһенә алмаштырыуҙы. Ә нисек килеп сыҡты: һин формаңды тапшырҙың да киттең, ә "Салауат
       Юлаев" һинең өсөн, алдынғы тәрбиәләнеүсе өсөн, бер йүнле нәмә лә ала алманы.
       - Килешеүҙе ҡағиҙәләр буйынса төҙөргә кәрәк ине!..
       Ошонда һөйләшеү өҙөлөп ҡалды - Зубарев үҙ эштәре буйынса китте. Андрей хаҡлы - Зубарев хоккей мәктәбен тамамлағандан һуң клуб уның менән биш йылға килешеү төҙөргә тейеш ине. "Салауат Юлаев" быны ваҡытынан алда һәм аҙыраҡ ваҡытҡа эшләне. "Аҡ Барстың" юристары ошоға йәбеште лә инде. Әгәр ҙә
       инде беҙҙең хоккей закондары буйынса булһа, икенсе контрактты ла Зубарев бары тик үҙ клубы менән төҙөргә бурысл ы, ә ул быны эшләмәне. Йәш хоккейсы өсөн ярайһы эш хаҡы вәғәҙә иткән икенсе командаға китте. Ә уны Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы кимәленә алып барып еткергән мәктәп һуң Я бай малайҙан сифатлы хоккейсы әҙерләгән ойошма алдындағы бур ыс тойғоһо Һәм Зубаревтан "һаран хужаларҙан ҡасҡан" кеше яһ арға кәрәкмәй. Әгәр ҙә Андрейҙы "Атланта Трэшерз" командаһы менән һәйбәт контракт төҙөргә саҡырһалар, ул "Аҡ Барс" клубы алдындағы ниндәйҙер бурысҡа ҡарап торор тиһегеҙме
       Элек ҡаршы командаға күсеү хыянат итеү тип атала ине. Хәҙ ер, капитализм осоронда нисек итеп әйтергә Тәрбиә биреүсе ойошмаға ҡарата корпоратив этика ҡағиҙәләрен боҙоумы Рәсәй хоккейының серей башлаған система закондарына төкөрөүме
       Беҙҙең системала таланттар тәрбиәләүгә күп аҡса түгеү ғәҙәткә ингән. Улары һуңынан, нығынып та өлгөрмәйенсә, Канад а һәм АҠШ команда акционерҙарын һәм тамашасыларын ҡыуандырырға китә. Унда йондоҙға әйләнгәс, күптәре Рәсәй
       йыйылма командаһы өсөн уйнауҙан баш тарта. Ошонан һуң уларҙы рәсәйлеләр тип атау мөмкинме Юҡтыр, моғайын. Тик
       ниңә һуң туған клубыңдан икенсе командаға китеү - ғәҙәти күренеш булып тора
       Бөгөн күпселек Зубарев кеүектәрҙе яҡлап сығыш яһай. Беҙҙе ң илдә уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалыу, ҙурыраҡ киҫәкте эләктереү, йылыраҡ урынға эләгергә тырышыу нормаль ҡабул
       ителә. Ҙур аҡса шулай эшләнмәйме ни Рәсәй - сеймалға бай урын, һәм илдән нефть, урман, ғалимдарҙың аҡылы йәки спортсыларҙың талантымы - нәмә һурылып алыныуы мөһим түгел. Закондарҙы боҙоусыларҙы хуплау түгел, ә үҙ закондарыбыҙға тоғро ҡалғанда ғына беҙҙе хөрмәт итә башлаясаҡтар.
       Зубарев үҙенең хаҡлы булмауын аңлай. Һуңғы матчта бер кем дә уны хурлап һыҙғырманы, трибунанан бер кем дә уға хот - до г йәки пластик шешә ташламаны. Ниндәй ҙә булһа баҫым булмауына ҡарамаҫтан, Андрей һуңғы матчта айырылып торорлоҡ уйын күрһәтмәне, күңеленең урынында булмауы ла һиҙелә ине. Тимәк, Андрей әлегә намыҫын һатмаған. Шуға күрә уға донъяның
       йәштәр чемпионаты матчтарында уңыштар теләйек - һәм ул бер ваҡытта ла Рәсәйҙең өлкәндәр йыйылма командаһы өсөн сығыш яһ ауҙан баш тартмаһын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал