6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

"Атай! Мин һине ғәфү иттем..."
13.12.05


       Үҫмер өсөн уҡыу йылы суд залынан башланды, унда малайға күмәк кеше алдында үҙ атаһын ҡанһыҙлыҡта ғәйепләргә кәрәк.
       Түбәнселеккә төшкән мәғәнәһеҙ эскесе иргә үҙ тормошо
       уңмауының үсен балаһынан алған өсөн бер нисә йылға төрмәгә
       ултырыу хәүефе янай. Әммә йәш тулған күҙҙәрен судьяға төбәп
       улы атаһын кисереүҙәрен һорай...
       Бишенсе синыф уҡыусыһы Костя һуңғы айҙы бары тик уҡыуға ғына арнай алманы. Бында уның ғәйебе лә юҡ. Ғөмүмән ул тырыш һәм ипле малай. "Өслөләре" юҡ тиерлек. Әммә бер тапҡыр уны уң ҡулының бармағы һыныу сәбәпле Өфөнөң 17 - се
       дауаханаһына оҙаталар. Малайҙың йөҙө һәм башы ла йәрәхәтле булыуы асыҡлана. Бала шок хәлендә була. Бәлки шуғалыр ҙа бер
       хәйләһеҙ врачтарға үҙен атаһы туҡмауы тураһында әйтә.
       Аҙна буйына 51 йәшлек Вәғиз, Костяның атаһы, улы тураһынд а иҫенә лә төшөрмәй. Уға ҡарата асылған енәйәт эшен алып
       барыусы тәфтишсегә башта хәлде былай тип аңлата: "Ул көнө мин бер аҙ эскән инем... Нәмә булғанын хәтерләмәйем, күрәһең
       ҡыҙған баштан уға һуҡҡанмындыр. Йығылғанда бармағын һындырғандыр, моғайын... Улымдың нисек дауаханаға эләгеүен
       белмәйем". Хәйер, сит кешеләрҙән балаһының ҡайҙалығын ишеткәс тә Вәғиз Костяны өйгә алып ҡайтырға ашыҡмай. Аллаға шөкөр, донъяла яҡшы кешеләр күберәк.
       "Тиҙ ярҙамды" Глаша апай саҡыра. Илап хәле бөткән, шешенгән Костя төнгә ҡаршы нәҡ уға йүгереп килә. Ә башҡа барырлыҡ кешеһе лә булмай уның. Бер ай элек апаһы, 26 йәшлек
       Виктория Себергә эшкә китә. Глаша апай - Викторияның әхирәт е Алинаның әсәһе. Һуңынан асыҡланыуынса, Костя йыш ҡына уларҙа йоҡларға ҡала торған була. Бер - береһен күптән беләл әр - ҡасандыр күрше йәшәгәндәр. Әле әсәһе булған саҡта уҡ.
       Костя уны насар хәтерләй: "Әсәйемде мин белмәйем. Ул беҙҙ е һигеҙ йыл элек ташлап киткән". Атаһының эсергә яратыуы һәм бер ҡайҙа ла эшләмәүе, интернат - мәктәптән фатирға ҡайтыу менән уға даими рәүештә туҡмаҡтар эләгеүен башта Костя башта
       тәфтишсегә йәшермәйенсә һөйләп бирә. Глаша апай ҙа уның
       һүҙҙәрен раҫлай: "Мин элек тә Вәғиздең малайҙы туҡмағанын һиҙә инем... Айныҡ булған сағында ғына тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Тик бындай хәлдәр бик һирәк була". 18 йәшлек Алин а: " Был ғаиләне мин бала сағымдан беләм. Аталары эсә, әсәһе күптән сығып китте, берәҙәклек менән шөғөлләнә. Костяны мин ҡарап торам. Вика аҡса ебәрә, һәм мин уға әйберҙәр һәм аҙыҡ - түлек алам. Костя беҙгә килә, бер нисә көнләп йәшәй. Урамд а ла бергәләп йөрөйбөҙ. Атаһы йыш туҡмай уны..." Костя дауах анан сыҡҡас, Алина уның өйөнә барып әйберҙәрен алып ҡайта, һәм уҡыу йылы тамамланғансы малай Глаша апай менән Алинала йәшәй.
       Ҡатыны ике бала менән ташлап сығып китә, ҡайҙалығ билдәһе ҙ: кешегә һөйләп үҙеңде йәлләтеү өсөн һәйбәт тема, әлбиттә. Әммә Вәғизғә ҡарата дәғүәләр етерлек. Ниңә күп төрлө һәләттәре була тороп ул эшкә урынлашмай Ниңә атаһы булғанда , ҡустыһын апаһы һәм сит кешеләр ҡарарға мәжбүр Ә Вәғиздең
       һөнәрҙәре бик күп: слесарь, медицина ҡорамалдарын ремонтлау
       буйынса механик, радио - телефон аппаратураһын йыйыусы,
       штукатур, шкипер... Юҡ инде. Ир кеше ташландыҡ хәлгә килгән , бысраҡ фатирҙа көнө буйы ята, ниндәйҙер шикле, шаҡшы - ҡат ын ҡыҙҙарҙы бирсәткә урынына алмаштыра. Һәм эсә. Һүрәтләмәһендә әйтелеүенсә, "фатирҙа - санитария талаптарына
       тап килмәгән шарттар, бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм айнытҡысҡа оҙатылды". Әйткәндәй, өс йыл самаһы элек уға суд тикшереүе янаған да инде - хулиганлыҡ өсөн. Хәҙер иһә ул ике енәйәт статьяһы буйынса ғәйепләнә - сәләмәтлеккә зыян килтереү һәм балиғ булмаған баланы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәү.
       Эштең етди булыуын аңлап ҡалғас, ул барлыҡ ҡурҡаҡ әҙәмдәргә хас булғанса, алдашырға тотондо: йәнәһе, мин балан ы тәрбиәләргә тырышҡайным. Аңғармаҫтан арттырып ебәргәнмен.. . Һуң, уның файҙаһына ғына бит! Тикшереү аҙағына ла үҙ һүҙен ән ҡайтмай: ул кистә мин улыма ашағандан һуң һауыт - һабаны йыумағаны өсөн иҫкәрмә яһаным. Һуңынан улар дуҫы менән музыка уйната башланы. Ну, этеп ебәрҙем инде, шунан һуҡтым".
       Суд башланғанға тиклем Вәғиз үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны һәм үкенеүен белдерҙе. Әммә ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә ултырғас, таныйым, әммә өлөшләтә генә, ти башланы. Уның һүҙҙәре буйынса улы атаһын үҙе шундай ҡаты "тәрбиәләү алымдарына" этәргән. Ә асылда улын тәрбиәләй,
       ашата, кейендерә. Әлеге ваҡытта урам һепереүсе булып эшкә урынлашҡан - ғаиләһен ҡарай.
       Процеста малай бөрөшөп кенә ултырҙы, уның ҡурҡыуы күҙгә
       ташлана ине. Тик атаһының яҙмышы өсөн ҡурҡамы ул, әллә атаһының үҙенәнме Һәр хәлдә атаһының әйткәнен Костя һүҙмә -
       һүҙ ҡабатланы - атайым һүгенмәне лә, башыма ла һуҡманы. Тотош ғәйепте тип әйтерлек малай үҙ өҫтөнә алды. Ә судьяға йәштәрен йота - йота: "Кисереүегеҙҙе һорайым. Иркенән мәхрүм
       итмәгеҙ" - тип кенә әйтә алды.
       Балалар ата - әсәләрен ғәфү итеүсән. Судта ошондай һүҙҙә р
       яңғыраны. Һәм, моғайын, барыһы ла иректә, барыһы ла бәхетле
       тигән тәьҫорат ҡалырға тейештер. Әммә - Глаша апайҙың һүҙҙ әре лә бар бит әле. Ул хәлдең нисек булыуын йәшермәйенсә һөй ләп бирҙе. Костя уға телефондан шылтырата һәм мәктәпкә барып етерлек аҡса һорай. Ҡатын уға атаһына 200 һум биреүен әйтә һәм телефонға Вәғизде саҡыра. Вәғиз телефонды алып Глашаға ҡ ысҡыра һәм трубканы ташлай. Сәғәт ярым тирәһенән туҡмалған К остя йүгереп килә. Уның барлыҡ һорауҙарына атайым бик ныҡ
       асыуланды тип яуап бирә. Бүлмәгә алып инә һәм улын хыянатсылыҡта ғәйепләп туҡмарға тотона... "Дауаханан һуң Кос тя беҙҙә йәшәне. Һәр ваҡыт күҙе ауыртыуға зарланды. Һуңынан өйөнә ҡайтып китте. Мин атаһы бер нәмә эшләтеп ҡуймаһын тип Z\р ваҡыт ҡурҡып торҙом..." - ти ҡатын.
       Суд Вәғиздең ике енәйәтте ҡылыуы ла иҫбатланды, тип тапты . Яза һайлауға ир кешенең быға тиклем язаға тарттырылмауы ла түгел, ә зыян күреүсе улының үтенеп һорауы йоғонто яһаны. Костя аңлай - әгәр атаһын ултыртһалар, уны балалар йортона оҙатасаҡтар. Мәктәп - интернатта артыҡ рәхәт түгел, әлбиттә,
       әммә унан малай бысраҡ булһа ла үҙ ҡыйыҡ аҫтына ҡайта. Шулай итеп, был юлы йүнһеҙ атай еңелсә ҡурҡыу менән генә ҡотолоп ҡалды: ике статья буйынса - ике йыл һәм ике айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителә, һынау ваҡыты ике йыл. Был уның балаға мөнәсәбәтенә йоғонто яһармы Улының атаһынан ҡурҡыуы арҡаһында ғына түгел, уны һаман да яратҡаны
       өсөн ултыртмауҙарын һорауы уға барып етерме Үҙенең ҡатып бөткән күңелендә ата һөйөүенә мохтаж бәләкәс кенә кешегә ҡарата йылы тойғо таба алырмы
       Ә әлегә ата һәм ул тағы ла икәүҙән икәү ҡалды.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал