6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Төп законлыҡ байрам менән сикләнде
13.12.05


       Бөгөн дәүләт байрамы түгел, әммә барыбер әһәмиәтле көн
       - Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө. Үткән йыл Дәүләт Думаһы депутаттары уны ҡыҙыл төҫкә буяуҙан ҡәтғи рәүештә баш тартты. Бынан ил Конституцияһы зыян күрмәне, әлбиттә, хатта уны телгә алыу ҙа кәмене тип әйтеп булмай. Үтеп барған
       йылда дәүләттең Төп Законы Гарри Поттер исеменән дә
       һирәгерәк иҫкә алынмағандыр тип әйтергә баҙнат итәм.
       Ғәҙәти дүшәмбе көнө Конституция хаҡында ул лайыҡ булған тантана менән яҙыуы ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, Конституция хөрмәтенә иҫтәлекле датаның дәүләт байрамы статусын бөтөрөү законға ярашлы күренеш һәм ул үтергә тейеш ине. Дәүләт Думаһы үҙенең законы менән быны башҡарып сыҡты.
       Хәҙер уға мөнәсәбәтте видеомагнитофонға булған ҡараш менән сағыштырырға мөмкин. Ун биш йыл элек хужа уны өф итеп кенә тота ине, бөгөн иһә уның өҫтөндә кактус үҫтерә. Хәйер, һүҙҙә, әлбиттә, Конституцияны хоҡуҡи нигеҙ кирбесе, дәүләтселектең асылы һәм башҡалар тип билдәләү дауам ителә. Рәсәй Конституцияһы демократик донъяла лайыҡлы рәүештә ғорурлыҡ өсөн сәбәп булып торҙо. Борис Ельциндың хоҡуҡи һорауҙар буйынса кәңәшсеһе Михаил Краснов бөгөн "Конституцияны уҡыуҙа" мәғәнә бар тип һанай.
       - Сөнки был Сталин йәки Брежнев конституцияһы, ҡоро ҡағыҙ түгел. Эшләүсе Төп Законда беҙ рәсми рәүештә белдерелгән
       власть бүленешен күрербеҙ: закондар сығарыусы, башҡарма һәм суд властары үҙаллы эшләй, - тип һыҙыҡ аҫтына ала Михаил
       Александрович. - Ә тағы ла Конституцияның өсөнсө статьяһынд а властың халыҡтан килеүе, йәғни рәсәйлеләрҙең үҙ дәүләт аппаратын конролдә тоторға хоҡуҡлы булыуҙары күрһәтелә.
       Тарихҡа мөрәжәғәт итәйек. Бөгөнгө Конституция 1990 - сы йылда халыҡ депутаттарының беренсе съезы алдынан уҡ планлаштырыла ине. Киләһе йылдың октябрендә бишенсе съезда и нде яңы Төп Закондың тәүге проекты тикшерелде. Уның тексына Федератив договор индерергә тырышыу 1992 йылдың апрелендә закон проектын тулыһынса кире ҡағыуға сәбәп булып торҙо. 1992 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһының 17 республикаһы башлығы, шул иҫәптән Башҡортостан да, асылда Федератив договор йөкмәткеһенә ҡаршы төшөүсе Конституция проекты концепцияһы менән риза булмауын белдерҙе. Халыҡ депутаттарының етенсе съезында ҡабул ителгән ҡарар буйынса конституцион реформа һәм илебеҙ президентына ышаныс һорауҙары 1993 йылдың 25 апрелендә үткән Бөтә Рәсәй референдумына индерелде: 58,7 процент Ельцинға ышаныс белдерҙе, 53 проценты үткәрелгән социаль - иҡтисади сәйәсәтт е хуплап тауыш бирҙе. Президент һәм парламентты ваҡытынан алда ҡабаттан һайлау тураһындағы тәҡдимдәр үтмәне. Конституцион кризис Ельциндың Төп Закондың альтернатив проектына алып килде, уны парламент оппозицияһы "авторитар" һәм "монархик" тип атаны. 1993 йылдың йәйендә Конституцион кәңәшмә йыйылды, әммә уның иҫкәрмәләре лә илдең Юғары Советын "ҡәнәғәтләндермәне". Һөҙөмтәлә Халыҡ депутаттары съезы һәм Юғары Совет тарҡатылды, ә Аҡ йорт танкыларҙан утҡа
       тотолдо. Нәҡ ошоноң менән президент РФ Конституцияһының аҙаҡҡы проектын әҙерләү буйынса эште тиҙләтте, ул 1993 йылдың 12 декабрендә Бөтә Рәсәй референдумында ҡабул ителде.
       Әммә булып үткән хәлдәр барыһын да шул тиклем ҡурҡытты,
       хатта Коституцияға страховкалау механизмдары һалынды, улары
       ун ике йылдан һуң бумеранг булып үҙебеҙгә кире әйләнеп ҡайт ты.
       Бөгөнгө Төп Законға әле лә дәғүәләр бар. Миҫал өсөн федератив ҡоролоштоң ҡапма - ҡаршылыҡлы билдәләнгән принциптарын алайыҡ, ул федерация субъекттарының үҙәк менән килешеү мөнәсәбәттәрен раҫлаған кеүек, әммә вәкәләттәрҙе Попандуполо кеүегерәк "бүлә" - "был миңә, был да миңә, бына быныһы шулай уҡ миңә". Хәйер, Конституция ҡоролошонда ҡайһы бер мәғәнәһеҙлектәр бөгөн власть индергән үҙгәрештәр
       менән нығытыла. Мәҫәлән, Федерация Советын төҙөү тәртибендәге кардиналь үҙгәрештәрҙе һәм РФ субъекттары башлыҡтарын тәғәйенләүҙе, Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙы,
       Йәмәғәт палатаһын булдырыуҙы һәм башҡаларҙы хәтергә төшөрәйек.
       Шулай итеп, Рәсәй Конституцияһының зодиакаль әйләнеше
       артта ҡалды, әммә бары тик йондоҙлоҡтар ғына үҙ сикһеҙлегендә хәрәкәтһеҙ. Бәлки, Төп Закондың күсмә осорҙоң хоҡуҡи документы булараҡ төҙөлөүен хәтергә төшөрөргә кәрәктер, ә ваҡыт барыһы, шулай уҡ байрамдар өҫтөнән дә хакимлыҡ итә. Хатта улар дәүләт байрамдары булһа ла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал