6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Билдәле рок - музыканттар Өфө йәштәре өсөн уйнаны
17.11.03


       "Ҡунаҡһарай" сауҙа - эш комплексында үткән рок - концерт "Со юз правых сил" сәйәси партияһын хуплауға арналды. Унда Макси м Леонидов, шулай уҡ "Чайф" һәм "Чиж и Компания" рок төркөмд әре ҡатнашты.
       "СПС" вәкилдәре, депутат һәм РФ Дәүләт Думаһы комитеты а ғзаһы Андрей Вульф һәм "СПС"- тың Башҡортостандағы бүлексәһ е рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов концертты балкондан ҡараны. Музыканттар ҙа хәйләкәр булып сыҡты: "СПС" ҡанаты аҫтында сы ғыш яһаһалар ҙа, йәштәрҙе был партия өсөн түгел, ә йөрәк ҡуш ҡанса тауыш бирергә саҡырҙы. - Икенсе осраҡта . - тине "Чайф" төркөмө лидеры Владимир Шах рин.- быны һеҙҙең өсөн пенсионерҙар эшләйәсәк. Ә бит был илд ә һеҙгә йәшәргә кәрәк.
       Концерттан һуң ҡаралған матбуғат конференцияһында ла му зыканттар ҡатнашманы. Күрәһең, сәйәси нейтралитетты һаҡлап ҡ алырға тырышыуҙарылыр инде. Шуға күрә конференцияла сәйәси партия вәкилдәре Андрей Вульф һәм Вячеслав Ғиләзетдинов. Андрей Вульф Өфө йәштәренең әүҙем тормош позицияһында булыуы
       менән һоҡланыуын йәшермәне: "Улар - аҡыллы, үҙ аллы, заман
       йәштәре". Ул шулай уҡ үҙ партияһының йәштәр проблемаларына етди иғтибар биреүен әйтеп үтте. Иң беренсе сиратта йәштәрҙе
       эш менән тәьмин итеү һәм торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү беҙҙ ең программаның төп йүнәлештәре булып тора, тине ул. Әммә был көндө йәштәрҙе яратҡан артистарының "тереләй" йырла уы нығыраҡ ылыҡтырҙы, буғай. Шуға ла күптәр, фекер алышыуҙар ға ҡушылмай, эстән генә йырлауын дауам итте...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал