6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Планета барыбыҙ өсөн дә уртаҡ
12.12.05


       Көньяҡ Урал - ылыҫлы ағастар ҡатнаш урман менән, мөһабәт тауҙар башҡа гүзәл тәбиғәт күренештәре менән аралашҡан иҫ киткес матур урын. Өҫтә әйтелгәндәргә ҡушып - тәбиғәт парктары тип әйтеү теләге тыуа. Бындай аҙым экологик системаны кешенең тупаҫ баҫып инеүенән ҡурсалау һәм, әлегә
       кешеләр тәбиғәтте һаҡларға өйрәнгәнсе, "ҡырағай туризмды" тамырынан йолҡоп ташлар өсөн кәрәк. "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһы ҡунаҡтары, "WWF - Интернешнл" халыҡ - ара ойошмаһы консультанты Юнгиус Хартмут, "Урал экология төбәгендә биологик төрлөлөктө һаҡлау " проекты етәксеһе Татьяна Барановская һәм Бөтә донъя ҡыраға й тәбиғәт фондының "ҙур эшен" яҡлаусы башҡа "планета һаҡсылары" ла шулай тип иҫәпләй.
       Тимәк, Башҡортостанға тәбиғәт парктары кәрәк кенә түгел, мотлаҡ кәрәк! Быны хатта "йәшәү һәм үлем араһындағы мәсьәлә " тип атарға мөмкин.
       - Тауҙарға бай Башҡортостан халҡы тәбиғәт менән килешеп йәшәй. Әммә бөгөн тәбиғи ресурстар кәмегәндән кәмей, - тип
       һөйләй Татьяна Барановская. - Беҙ барыбыҙ ҙа һәләкәткә йүнәлеүсе экология - уйынсыҡ, уны төҙәтергә бер ҡасан да һуң түгел, тип уйлайбыҙ. Был дөрөҫ түгел! Тағы бер аҙҙан хәлде төҙәтеү мөмкин булмаясаҡ: генетик механизмдар эшләй башлаһа - беҙ уларға идара итә алмайбыҙ - биологик төрҙәр бер - бер
       артлы юҡҡа сығыуын көт тә тор. Щулай итеп беҙ үҙебеҙҙе һәләкәткә этәрәбеҙ. Әлегә хәтерегеҙгә төшөрөргә генә теләйбе ҙ: кешеләр үҙҙәрен уратып алған тәбиғәт байлыҡтары менән
       һоҡланырға хаҡлы, әммә уларҙы һаҡларға, хәстәрлек күрергә л ә бурыслы.
       WWF Башҡортостан территорияһында эшләй башлағандан алып -
       ә был алты йыл - байтаҡ эш башҡарылған. Был йәһәттән фонд
       БР экологик селтәрен раҫлауы, Уралда экологик программаны
       тормошҡа ашырыу эшендә фонда ярҙам итергә ризалашыуы
       өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә бик рәхмәтле. Мәҫәлән, яңы айырыуса һаҡланасаҡ тәбиғәт биләмәләре - "Ағиҙел", "Ирәмәл" , "Ҡырыҡты", "Ирәндек" тәбиғәт парктары төҙөү урындары билдәле һәм ярашлы документация ла әҙер, һигеҙ милли һәм тәбиғәт паркы матди ярҙам ала.
       - "Ағиҙел", "Ирәмәл", "Ҡырыҡты", "Ирәндек" - ҡурсаулыҡ биләмәләре, һис шикһеҙ! - тип раҫлай Юнгиус Хартмут. - Беҙ уларҙы тәбиғәт паркына әүерелдерергә, бында экологик туризм
       йүнәлешен үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Ғөмүмән, тәбиғәт парктары
       идеяһы - биотөрлөлөктө һаҡлауға ҡайтып ҡала, ә тәбиғи ресурстарҙы башҡа, бының өсөн махсус бүленгән төбәктәрҙә файҙаланырға мөмкин.
       Ауыл халҡы менән аралашҡандан һуң, "WWF - Интернешнл" консультанты уларҙың килеп тыуған хәлдән ризаһыҙлығын тулыһынса уртаҡлашыуын белдерә: ситтән килеп ағас ҡырҡыу һәм браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүселәр етерлек, ҡырағай "туристар" үҙҙәренән һуң сүп - сар өйөмдәре ҡалдыра.
       - Мин Башҡортостанда экологик туризмды үҫтереү өсөн мөмкинселектәр бар тип иҫәпләйем, - ти Юнгиус Хартмут. - Бәл ки республикаға артыҡ күп халыҡ килмәйҙер ҙә, әммә әлегә ула р
       күңелһһеҙлектән башҡа бер нәмә лә алып килмәй. Беҙҙең бурыс
       - ял итеүҙе - ойошҡан, туризмды - идара итергә мөмкин булға н рәүешкә килтереү. Был эшкә урында йәшәүселәрҙе лә йәлеп
       итәсәкбеҙ, әлбиттә. Беҙ уларға агро һәм экологик туризмды үҫтерергә ярҙам итәбеҙ, улар ҡағиҙә боҙоусыларҙы һәм браконьерҙарға ҡаршы көрәшә, халыҡ кәсептәрен үҫтерә, туристар "урындағы сувенирҙарҙы" ҙур теләк менән һатып алыусан.
       Үҙ сиратында Татьяна Барановская Урал төбәгенең иң глобал ь 200 экологик төбәк иҫәбенә инеүе, ә уның биологик төрлөлөг өн
       һаҡлау - доъя күләмендә мөһим бурыстарҙың береһе булыуын билдәләп үтте. WWF нәҡ ошо проблема менән шөғөлләнә лә инде.
       Фондтың гербында юҡҡа ғына тәбиғәт байлығы һәм сафлығын
       кәүҙәлендереүсе панда төшөрөлмәгән. Бынан да яҡшыраҡ символды уйлап та табыу мөмкин түгел, сөнки был һөйкөмлө йәнлек экологик йәһәттән таҙа урындарҙа - Ҡытайҙың бамбук урмандарында ғына йәшәй. Улар юҡҡа сығыу менән Ер йөҙөндә пандалар ҙа ҡалмаясаҡ. Тәбиғәттә барыһы ла үҙ - ара бәйле, һ әм планета ла барыһы өсөн дә уртаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал